-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Юл аҙабы – гүр ғазабы

1944 йылдың март аҙаҡтары булһа кәрәк. Колхоздар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә. Тик сәсеү өсөн орлоҡ етешмәй. “Тура юл” колхозы рәйесе Кәлимулла Килмөхәмәтов ағайҙың ныҡышмалы рәүештә юллауы буйынса райземотдел (хәҙерге ауыл хужалығы бүлеге) колхозға күпмелер күләмдә бойҙай орлоғо бирергә булды.

Колхозда ат көсө етешмәй, эшкә яраҡлы аттар фронтта. Эшсе көс – бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, әбей-бабайҙар ғына. Биргән ярҙамды тиҙ арала алып ҡалырға кәрәк. Ней сана, ней арба ваҡыт ине. Эшкә яраҡлы унлап кеше йыйылып, орлоҡто алып ҡайтырға Табын ауылына киттек. Был төркөмдә 15-17 йәшлек 3-4 егет, ҡалғандары ҡатын-ҡыҙҙар һәм мин. Һәр беребеҙҙә бәләкәй сана. Әйткәндәй, был сана һәм ике тәгәрмәсле арба - “уфалла” һуғыш ваҡытында иң кәрәкле транспорт булды. Күп кеше йәй “уфалла”, ҡыш сана менән 4-5 саҡрымда ятҡан урмандан утын ташып яғып йылынды.

Табынға еткәс фатир табып ҡунырбыҙ тип, ауылдан төштән һуң ғына юлға сыҡтыҡ. Өҫтөбөҙгә, аяҡҡа кемдең нимәһе бар – шуны кейгәнбеҙ, өшөрлөк түгел, йәйәү бит. Беҙ барып еткәндә ҡараңғы төшкәйне инде. Фатирҙарҙа ҡунып сығып, иртән иген келәтенә килдек. Келәтте төш ваҡытында ғына астылар, кладовщик ауырый икән. Барыбыҙ ҙа асыҡҡанбыҙ. Өйҙән колхоз биреп ебәргән 0,5 кг икмәк менән ярты литр һөт ашалып-эселеп бөткәйне инде. Һәр беребеҙ 40 кг бойҙай орлоғон ҡапсыҡтар менән саналарға һалып, йәйәүле ылау юлға сыҡтыҡ. “Бәхетһеҙгә ел ҡаршы” тигәндәй, юлдар тағы ла насарайған, ҡарҙар иреп, күләүектәр барлыҡҡа килгән. Юлдың ҡарһыҙ урындарынан йөклө саналарҙы икешәр-өсәр кеше тартып сығарабыҙ. Шул саҡтарҙа ҡайһы бер ылаусы апайҙар шым ғына илайҙар ине. Көс-хәл менән ҡараңғы төшөүгә Игенйылғаға килеп еттек. Асыҡтыҡ, хәлдән тайҙыҡ. Бойҙайлы-ризыҡлы тоҡ өҫтөндә астан үлеп ятыуы оят бит әле тип, фатирға кереп, 1-әр стакан бойҙай ҡурып ашағас ҡына йән кергәндәй булды. О, ул ҡурмастың тәме! Әле лә ауыҙҙа ҡалған!

Иртәнге туң менән тип, таң атыр -атмаҫтан юлға сыҡтыҡ. Ҡотлоғужаны үткәс, тағы һынау башланды – урман аша 1 саҡрым самаһы үрләсте үтергә кәрәк, бер санаға өсәүләп егелеп үтә алдыҡ, түбән табан “сани идут сами” тигәндәй, сананы тыйып ҡына өлгөр. Ә бына шаян ғына Зәйнулла исемле малай санаһына үҙе лә ултырып төшөп, уны тыя алманы - тиҙлек менән шыуып килгән сана ағасҡа бәрелеп, яраҡһыҙ хәлгә килеп ватылды, малайҙың танауы ҡанай, тоғо менән санаһын ҡосаҡлап, мыш-мыш илап ултыра.

- Илама, үҙе йығылған иламай ул, - тип бер аҙ шелтәләп алдыҡ. Зәйнулланың тоғо тишелгән булып сыҡты, тишектән бойҙай аға башланы. Миңлеямал апай тоҡто ямарға тип, яулығын йыртып бирҙе. Кемдер энә менән еп тапты. Ватыҡ сананы ситкә ырғытып, Зәйнулланың тоғон Мөхәмәттең санаһына һалдыҡ. Улар ике тоҡ һалынған сананы икәүләп һөйрәнеләр.

Боҙ өҫтөнә һыу сыға башлаған Егән йылғаһын да иҫән-имен генә сығып ҡотолдоҡ. Аяғүрә баҫҡан килеш, ҡулдарҙы юғары күтәреп, өс тапҡыр “Ура!” ҡысҡырҙыҡ. Бөтәбеҙҙеке бергә 3 кг самаһы етешмәгән бойҙай һәм бер ватыҡ сананы иҫәпкә алмағанда, “Орлоҡ операцияһы уңышлы үтте” тип һанайбыҙ үҙебеҙсә.

Мин эшкә киткән йә оҙон юлға сыҡҡан һайын, өйҙә инәйем бик борсолоп ҡала торғайны.

- Эй, балаҡайым, иҫән-һау ғына йөрө инде, бәлә-ҡазаларҙан һаҡла, эй, Хоҙайым, - тип доғалар уҡыр ине. Бәлә-ҡазаларҙан, хәүеф-хәтәрҙән ҡотолорға, иҫән ҡалырға инәйемдең шул изге доғалары ярҙам иткәндер миңә, тип уйлайым күп йылдар үткәс.


Читайте нас: