+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Илебеҙҙең иң ҙур байрамы


Колонна башында һуғыш йылдарын хәтерләтеп дүрт “Урал” мотоциклы һәм уның артынса хәрби “УАЗ” автомашиналары килә. Уларҙың артынса локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ветерандар хәрбиҙәрсә теүәллек менән үтә. Бына улар тантаналы митинг уҙасаҡ район хакимиәте бинаһы ҡаршыһындағы төп майҙанға килеп керә. Әйтергә кәрәк, “Үлемһеҙ полк” акцияһында йылдан-йыл күберәк кеше ҡатнаша. Быйыл уның сафында уҡыусылар менән бер рәттән төрлө быуын кешеләрен күрергә була ине. Атай-олатайҙарының рухын шатландырып, уларҙың фотоһүрәтен ғорурлыҡ менән күтәреп йөрөү байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәй. “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар майҙанға теҙелешеп баҫҡас, сараны алып барыусы – район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Соколова һүҙҙе район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Герасимовҡа бирҙе. Ул көр тауышы менән парад менән командалыҡ итеп, тантаналы митингыны асыҡ тип иғлан итте. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт Гимндары яңғырағандан һуң, тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирелде.

Һеҙҙе ихлас күңелдән хәрби һәм хеҙмәт даны, милли ғорурлығыбыҙ һәм халыҡ хәтере булып торған Еңеү көнө менән ҡотлайым. Рәсәйлеләрҙең Бөйөк Еңеү көнөнән дә ҙурыраҡ башҡа байрамы юҡ. Беҙ байрам менән тәү сиратта һеҙҙе ҡотлайбыҙ, хөрмәтле ветерандарыбыҙ. 1945 йылда һәр йортҡа оҙаҡ көтөлгән шатлыҡты кем алып килгән, башҡа дәүләттәрҙең бойондороҡһоҙлоғон кем һаҡлап алып ҡалған? Шуларға арнала байрамыбыҙ. Тап һеҙ яңы быуынға ғүмер бүләк иттегеҙ. Был ҙур байлыҡ башҡа бер ни менән дә баһаланмай.

Немец илбаҫарҙарының ҡулында донъялағы иң шәп танк, миномет һәм башҡа хәрби техника була. Бөтә Европа илдәренең заводтары фашистар өсөн эшләй. Әммә совет кешеләренең фиҙаҡәрлеге, берҙәмлеге һөҙөмтәһендә Бөйөк Еңеү яулана. Илебеҙ халҡына иҫ киткес ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Ғафури районы халҡы ла Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн биш яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Бына улар: Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов, Закир Лотфрахман улы Әсфәндийәров, Антон Филиппович Ковальский, Иван Викторович Пятяри, Анатолий Сергеевич Горин. Меңәрләгән яҡташыбыҙ орден һәм миҙалдарға лайыҡ була. Барлығы 13 меңдән ашыу яҡташыбыҙ һуғышта ҡатнаша һәм уларҙың 6 меңе батырҙарса һәләк була, 3 меңе хәбәрһеҙ юғала, концлагерҙарҙа тотҡонлоҡта интегә. Улар хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Артабан бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Артабан ул бөгөнгө ҡатмарлы халыҡ-ара хәлгә туҡталды. Хәрбиҙәргә бөгөн дә һаҡта уяу торорға кәрәклеген билдәләне. “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуын, райондың Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре көсө менән “Ғафури районының “Үлемһеҙ полкы” исемле китаптың тәүге томы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына нәшер ителеүен, быйыл икенсе томы сығасағын белдерҙе. Район хакимиәте башлығы байрамға йыйылған майҙан тулы халыҡты Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.

Артабан һүҙ Ауырғазы һәм Ғафури ра-йондары буйынса хәрби комиссар, полковник Файруз Ғимаҙиевҡа бирелде. Ул үҙ сығышында совет һалдатының ҡаһарманлығы хаҡында ғорурланып һөйләне, халыҡты байрам айҡанлы ҡотланы. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова ла уның ҡотлауҙарына ҡушылды. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандар, район ветерандар советы, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре Геройҙар аллеяһына сәскә гөлләмәләре һалды. Күкте ярып автомат залпы яңғыраны. Район мәҙәниәт һарайы артистары, Балалар ижады үҙәге, “Эксклюзив”, “Быҙыбыт”, “Айгүзәл” бейеү, “Уҡлығая” ҡурайсылар ансамблдәре, Табын казак хоры, “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре хоры һәм башҡа коллективтарҙың сығышы байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Талбазы һөнәрселек колледжының Красноусол филиалы курсанттары ялан кухняһында теләүселәргә һалдат бутҡаһы һәм сәй тәҡдим итте. Сауҙа рәттәрендә балаларға төрлө тәмлекәстәр һатылды. Ошо уҡ көндә Красноусол ауылы урамдары буйлап Еңеү эстафетаһы ойошторолдо, башҡа спорт ярыштары үтте. Кискеһен йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо һәм ул фейерверк менән тамамланды. Ғөмүмән, Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы киң билдәләнде һәм был көндө халыҡ бер-береһен ҡотланы, күңел асты, байрам итте.


Читайте нас: