-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күҙ йәштәре аша яуланған көн

8 майҙа Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһендә Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантаналы митинг булып үтте.

Башта мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Г.А.Батыршина етәкселегендә “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар ауылдың бер нисә урамы буйлап тигеҙ саф булып үттеләр. Улар майҙанға килеп теҙелешеп баҫҡандан һуң Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп, мәҙәниәт йорто, М.Ғафури музейы, участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы сәскә гөлләмәләре һалды. Обелиск эргәһендә уҡыусылар почетлы ҡарауылда торҙо. Йыйылыусылар алдында ауыл имамы Баян хәҙрәт Хәсәнов яугирҙар рухына аят уҡығандан һуң, һүҙ ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәноваға бирелде. Ул һуғыштың миллион ҡорбандар биреп яулап алынғанлығы, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында һөйләне, тарихты онотмаҫҡа саҡырҙы, йыйылған халыҡты байрам айҡанлы ҡотланы. Ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаева, Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сәриә Мәхмүтованың сығыштары ла ошо темаға ине. Хеҙмәт ветераны Зәйтүнә Искәндәрованың һалдат хаҡындағы шиғыры ла йөрәктәргә үтеп инерлек булды.

Рәсми өлөш тамамланғандан һуң, “Һуңғы ҡыңғырау” фольклор композицияһы күрһәтелде. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта һуғыш башланғандан алып тамамланғанға тиклемге тарихи арауыҡ сюжеты күрһәтелде. Ҡыҙ һәм үҫмерҙәрҙең бейеүе, әсәләрҙең шиғыр һөйләүе, йыр һәм бейеүҙәр тантанаға килеүселәргә байрам бүләге булды. Мәктәп директоры Фирүзә Әбделмәнова тарафынан ойошторолған ялан кухняһында һалдат бутҡаһы һәм хуш еҫле сәй ҙә байрамға килеүселәргә тәғәйенләнгәйне. Мәктәп ашнаҡсылары Светлана Әхмәтйәнова менән Гөлфинә Ғәлина ихлас күңелдән барыһын да һалдат бутҡаһы һәм сәй менән һыйланы. Оло йәштәгеләр өсөн мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәһе башлығы тарафынан шулай уҡ сәй табыны ойошторолдо. Илдар Әбделмәнов залда һуғыш йылдары хаҡында кинофильмдар күрһәтте. Тамашаның сценарий авторы мәҙәниәт йорто директоры Рәүилә Килмөхәмәтова булды. Байрам барыһына ла оҡшаны һәм унан ҡәнәғәт булып таралышты халыҡ. Тарихи үткәнебеҙҙе онотмай, яугирҙарҙы ололоҡлап иҫкә алыу беҙҙең бурысыбыҙ.
Читайте нас: