Мәктәп уҡыусылары, ҡулдарына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатай-бабайҙарының фото-порт-реттарын тотоп, обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған сара Үзбәк мәктәбендә дауам итте.
Унда Бәләкәй, Урта Үтәш ауылдары кешеләре лә ҡатнашты.
Әле ҡасан ғына һуғыштан иҫән ҡайтҡан яугир ветерандарыбыҙ байрамға йәм биреп түрҙән урын алырҙар ине. Хәҙер инде уларҙың береһе лә юҡ. Тыл ветерандары ла, ана, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Уларҙың да ҡайһылары сирләү сәбәпле сараға килә алманы. Бәләкәй Үтәштән 38 кеше һуғышҡа китеп 27-һе ҡайтмаған. Беҙҙең Үзбәк ауылынан һуғышҡа 94 ир-егет китә, шуларҙың 59-ы яу ҡырында ятып ҡала, тик 35-е генә, ауыр яралар менән булһа ла, тыуған яғына ҡайта. Ауылыбыҙҙағы һәр йорттан, һәр ғаиләнән аталы-уллы, йә бер туғандар ҡатнашты был һуғышта. Мәҫәлән, Башаровтарҙан 6 кеше һуғышҡа китеп, шуларҙың өсәүһе - бер туғандар Шәмсетдин, Шәйхетдин, Сәйфетдингә тыуған ауылын ҡабат күрергә насип булманы. Үзбәковтарҙан - 6, Шәриповтарҙан 9 кеше ҡулына ҡорал тотоп илен һаҡланы.
Күптәр ошо һуғышта батырлыҡ күрһәтеп, күкрәктәренә орден-миҙалдар таҡһа, ҡайһылары һуғышырға ла өлгөрмәй һәләк булды. Атайымдың ағаһы Рөфҡәт бабайымдың да фронтҡа ингән көндө үк фашист пуляһы ғүмерен өҙә. Һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ Тимербай Ғәзизов, Тимерғәле Аҡҡолов, насип булғас, күп батырлыҡ күрһәтеп, наградалар тағып ҡайтты. Нөғөмән Кәримов иһә ике һуғышта ла иҫән ҡалған. Ул "Дан", Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, 4 “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Әлбиттә, барлыҡ яугирҙарыбыҙҙы ла ошо ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә телгә алыу мөмкин түгел. Уларҙың тулы исемлеге мәктәп музейында һаҡлана. Әйтеп үтергә кәрәк, беҙҙең
ауылдаштар элек-электән ил азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Миҫал өсөн бер нисәһен әйтеп китәйек. 1773 йылғы поляк һуғышында (Польский поход) Мәсәғүт Ишкәйев (ауылдағы 6 фамилияға исем биреүсе), Әптек Заһитов, Илсеғол Әлимғолов (Үзбәктең ейәне. Уның туғандары Рәсүл менән Хәмиттән бөгөнгө Рәсүлев, Шәрипов, Үзбәков фамилиялары барлыҡҡа килгән) һәм башҡалар ҡатнаша. Ә 1812 йылғы Ватан һуғышында Аҡҡол Мәсәғүтов (Мәсәғүттең улы), Фәйзулла Өмөтбаев (Әптек Заһитовтың ейәне), Байгилде Үзбәков һәм башҡалар батырлыҡ күрһәтеп, миҙалдарға лайыҡ була. Күренеүенсә, илебеҙҙең әлеге именлеге өсөн беҙҙең олатайҙар Бөйөк Ватан һуғышында ла, унан элек тә ғүмерҙәрен йәлләмәгән. Бөгөнгө байрамға килеүселәрҙе һәм тыл ветерандарын тәбрикләп, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова, Үзбәк мәктәбе директоры Айгөл Кинйәбай ҡыҙы Ғәбдиева сығыш яһаны. Таңдарыбыҙ һәр саҡ аяҙ, илебеҙҙә именлек, донъяла тыныслыҡ булһын, тигән теләктә барыһын да байрам менән ҡотлап, тыл ветерандарына фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Сараны мәктәп уҡыусылары һәм ауыл һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары биҙәне.