-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 73 йыл
6 Ноябрь 2020, 18:05

Матур йәшәй белде, тиҙәр...

“Өс һуғышта булып, һуңғыһынан ярты яңаҡһыҙ ҡайтһа ла, шул ҡәҙәр оҙаҡ йәшәр икән кеше”, - тип аптырайҙар ине уны күргән-белгәндәр. Ысынлап та, 103-кә еткәнсе йәшәне шул Әхмәҙулла бабай Ниғмәтуллин.

Әхмәҙулла 1897 йылда Сәйетбаба ауылында 8 балалы урта хәлле крәҫтиән Хисаметдин ғаиләһендә тыуа. Оло бала булараҡ иртә ҡул араһына кереп, ата-әсәһенә терәк һәм ярҙамсы була. Дини мәктәпкә йөрөп уҡырға-яҙырға өйрәнә. Егет ҡорона кергәс, империалистик һуғышҡа алына. Унан ҡайтҡас, ҡыҙылдар яғында һуғыша. Һуңынан ауыл-да яңы тормош төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. 1924-1928 йылдарҙа ауыл Советы секретары вазифаһын башҡара. 1931 йылда Сәйетбабала тотош коллективлашыу ғәмәлгә ашырыла. Колхозға “Йондоҙ” исеме бирелә. Ошо уҡ йылда малсылыҡ фермаһы ла ойошторола. 250 баш һыйырҙы дөйөмләштереп, ферма мөдире итеп Әхмәҙулла Ниғмәтуллинды ҡуялар. Күп тә үтмәй май һәм сыр эшләү заводы директоры итеп күсерәләр.
Утыҙынсы йылдар башында Красноусол быяла заводын утын менән тәьмин итеү маҡсатында (1931 йылда заводты реконструкциялау һөҙәмтәһендә, быяла етештереү 10 тапҡырға арта, мейестәргә яғыу өсөн тәүлегенә 600 кубометр утын талап ителә башлай). Иҫке Быяла, Баянды, Ләмиән, Журавлева Поляна, 58-се квартал, Үзбәйҙәк, Ташлы, III квартал һәм башҡа махсус утын әҙерләү участкалары
ойошторола. Яңы участкаларға төрлө ауылдарҙан йәштәр һәм ғаиләлеләр күсеп килә, өйҙәрҙә һәм барактарҙа йәшәп, завод өсөн утын ҡырҡалар. Барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарыла. Утынды складтарға ат менән сығаралар.
1934 йылда Әхмәҙулла Ниғмәтуллин да ғаиләһе менән Үзбәйҙәккә күсеп килә. Башта урман ҡырҡа, шул уҡ йыл хисапсы булып эш башлай. 1941 йылдың майында участка начальнигы итеп тәғәйенләнә. Үзбәйҙәк ауылын ҡап уртаға бүлеп, мул һыулы Усолка (Көгөш) йылғаһы ағып үтә. Үзбәйҙәк һәм Ташлы участкаларында әҙерләнгән утынды ат менән йылға ярына ташыйҙар ҙа яҙ көнө һал менән дә, һалһыҙ ҙа йылға буйлап завод быуаһына тиклем ағыҙалар. Унда махсус эшселәр ағып килгән утынды багорҙар менән яр ситенә сығарып өйәләр.
Эштәр шулай бер сама көйлө генә барғанда ҡәһәрле һуғыш башлана. Күптәр тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына. Утын әҙерләүҙәге барлыҡ ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ, ҡарттар һәм үҫмерҙәр иңенә тороп ҡала. Әхмәҙулла Ниғмәтуллинды әлегә фронтҡа ебәрмәй бронь менән ҡалдырып торалар. Ир-ат, байтаҡ ҡына егенке аттар ҙа фронтҡа оҙатылғас, планды үтәү ҙә ауырлаша. Планды үтәмәү – енәйәт эшләү менән бәрәбәр була ул осорҙа. Участкаға әленән-әле яңы эшсе көстәр талап ителә. Килгәндәргә йәшәү өсөн урын, аҙыҡ-түлек, эш ҡоралдары, кейем-һалым етешмәй. Барыһын да табырға, бөтәһенә лә өлгөрөргә кәрәк була яңы етәксегә.
Сират уның үҙенә лә етә. 1942 йылдың ғинуарында һуғышҡа алына. Тылда бер сама хәрби әҙерлек үткәс, резервтағы ғәскәри часть менән фронтҡа оҙатыла һәм 1942 йылдың йәйендә дөрләп торған Сталинград һуғышына барып керә. Бер нисә ай ҙа һуғышырға өлгөрмәй, снаряд ярсығы башына тейеп, ярты яҡ яңағын умырып алып ташлай, бер үк ваҡытта ауыр контузия ла ала. Ярты йылдан ашыу Саратовта госпиталдә дауалана. Бер сама рәтләнгәс, I төркөм инвалиды булараҡ, һуғыштан ҡайтарып ебәрәләр. Ул Үзбәйҙәккә 1943 йылдың майында ҡайтып төшә.
Өйҙә лә оҙаҡ ятырға тура килмәй. Етәкселек тәжрибәһе булған Ә.Ниғмәтуллинды яңынан үҙ эшенә саҡыралар. Сәләмәтлеге самалы булһа ла, эшкә яуаплы ҡарай. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Иртә таңдан алып ҡара төнгә тиклем эшселәр араһында ҡайнай. Һәр кемгә йылы һүҙ табырға, һәр кемдең хәленә керергә тырыша. Күптәргә атай урынына кәңәшсе лә, ауыр саҡтарында ҡайғыларын уртаҡлашыусы ла була ул.
“Ҡошто ем менән, кешене татлы һүҙ менән эйәләштерәләр”, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер боронғолар. “Кешегә бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәне, - тиҙәр ине уны белгәндәр. – Йомшаҡ телле булды, хәлеңә лә керә белде”. Етәкселәре менән ауыр саҡтарҙы (һуғыш осоро, һуғыштан һуңғы йылдар) бергә үткәргән ҡайһы бер урман эшселәренең дә исем-шәрифтәрен был яҙмаға теркәп китеү кәрәктер. Бына улар: Ихсан Ҡасимов, Һәҙиәт Ғарифуллин, Сабирйән Хажиәхмәтов, Сафия Аҫылбәкова, Һәҙиә, Кинйәбикә, Маһибикә Сәйфуллиналар, Миңлебай Ибраһимов, Нуриәхмәт Юлбарисов, Солтан Сөләймәнов, Хөснөтдин Мәүлембирҙин, Сәлиха, Фатима Дауытовалар, Мөхәммәт Искәндәров, Сәмиғулла Вәлиев, Мөхәммәт Фәйзуллин, Фахразый Зөлҡәрнәев, Ғиләжетдин Хөснөтдинов, Ғималетдин Ҡаһарманов, Мөхтәр Ғәҙелшин, Ғаззалый Сәғәҙиев, Сәүбән Хәлитов һ.б. Уларҙың күптәре, шул иҫәптән Әхмәҙулла Ниғмәтуллин да, “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнәләр.
Ә.Ниғмәтуллин, ауыр йылдарҙа 14 йыл Үзбәйҙәк участкаһын етәкләп, 1957 йылда хаҡлы ялға китә. Быяла заводы 1959 йылда мазут яғып эшләүгә күсә. Ошо уҡ йыл, утын әҙерләүсе участкаларҙы берләштереп, Ғафури леспромхозы ойошторола. Һөҙөмтәлә ваҡ мастерлыҡ участкалары ябыла башлай.
Әхмәҙулла Ниғмәтуллин, хаҡлы ялға сыҡҡас, Ташлы ауы-лына күсеп сыға. Ыҡсым ғына йорт һалып керә. Алма баҡсаһы булдыра. Емеш-еләк үҫтерә. Бал ҡорттары үрсетеп ебәрә. Ҡатыны Миңлебикә менән 70 йылға яҡын (84 йәшендә вафат була) бергә йәшәйҙәр. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улы Рәфҡәттең ғаиләһе менән бергә ғүмер кисерәләр. Өс һуғыштан имен-аман йөрөп ҡайтҡан Әхмәҙулла Ниғмәтуллин бер ваҡытта ла эсеү менән мауыҡмаған, үҙ ғүмерендә тәмәке тартмаған, бал ҡорто менән шөғөлләнгән, кешегә бер ҡасан да ҡаты бәрелмәгән, гәзит-журнал уҡырға яратҡан, көн дә иртәле-кис ауылды йөрөп әйләнгән, юморға бай булған. Донъяның матурлығын тойоп, кешеләргә яҡшылыҡ, изгелек ҡылып йәшәгән ул. Ундайҙарҙы “Матур йәшәй белде”, - тиҙәр халыҡта.
Хәсән ҠОТОВ.
Ҡурғашлы ауылы.
Читайте нас: