4 июлдә “Йәшлек” ял паркында күңелле йомаҡ ҡойоу, йыр һәм шиғыр конкурстары, асфальтта төҫлө һүрәттәр төшөрөү, һабын ҡыуығы менән эстафета кеүек уйындар ойош-торолдо. Балалар ижады үҙәге (директоры И.П.Шаульская) педагогтары балаларҙың йәйге ялын файҙалы уҙғарыу өсөн төрлө күңелле программалар тәҡдим итте.
Асфальтта аҡбур менән һүрәт төшөрөү йәйге ялдың бер атрибуты булып тора ла инде. Балалар өсөн был ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сара ғына түгел, ә ижади эш, тирә-яҡ мөхитте аңлау, ҡабул итеү ҙә булып тора. Асфальтта һүрәт төшөрөүҙе ҡәләм йәиһә бумала менән ҡағыҙға һүрәт төшөрөү менән сағыштырырлыҡ та түгел, бында бөтөнләй икенсе күренеш. Ошо эш менән шөғөлләнеү балаларға ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерә. Ижади сарала 4 йәштән 13 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Балалар сәскәләр, ҡояш, йорттар, ағастар, йәйғор, әкиәт персонаждарын, үҙҙәренең ата-әсәләрен, дуҫтарын һүрәткә төшөрҙө. Асфальттағы һүрәттәрҙә балаларҙың хыялдары сағылыш тапты.
Һуңынан иһә балалар “Позитив” һәм “Йондоҙҙар һуғышы” командаларына бүленеп, күңелле стартҡа баҫты. Ҡатнашыусылар үҙҙәрен етеҙлектә, мәргәнлектә, көслөлөктә, ойошҡанлыҡта, йыйнаҡлыҡта һынап ҡараны. Красноусолға Удмуртиянан ҡунаҡҡа килгән ғаилә күңел асыу уйындарына ҡушылып китеп, рәхәтләнеп беҙҙең менән бергә ял итте. Тәнәфес ваҡытында балалар менән интеллектуаль уйындар ойошторолдо, яҡын кешеңә маҡтау һүҙҙәре әйтә белеү тикшерелде.
Балалар менән асыҡ һауала ошондай уйындар ойоштороу уларҙың һығылмалылығын, мәргәнлеген, етеҙлеген арттырыуға, күмәк уйындар коллективлаштырыуға этәргес бирә. Ә иң мөһиме – балаларҙың сәләмәт булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Шуға ла балаларҙың шат йөҙҙәрен күреү ойоштороусылар өсөн үҙе бер ҙур баһа булып тора. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа балаларҙы шат һәм көләс йөҙлө итергә тырышайыҡ. Балалар менән төрлө саралар ойошторғанда беҙ үҙебеҙгә шундай маҡсат ҡуябыҙ. “Йәшлек” ял паркында уҙған сара күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.