30 баланан һәм 6 педагог-инструкторҙан торған ҙур төркөм 25 июндә Красноусолдан автобустарҙа Толпар ауылы эргәһенә килеп урынлаша. Сәйәхәткә 7 катамаран, 1 кәмә, палаткалар, һәр кешегә ҡотҡарыусы жилеты, башҡа турист ҡорамалдары, ялан кухняһы өсөн кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек тейәп сыҡҡан туристар бында көн ярым торғандан һуң, йылға буйлап аға башлай. Лагерь начальнигы Гүзәл Арсланова әйтеүенсә, улар ярға төшкө ашҡа һәм йоҡларға ғына туҡтағандар. Сәйәхәтселәр иҫ киткес матур бейек ҡаялар, урмандар аша үтеп, тулы һыулы, йылы, таҙа Еҙем йылғаһында һыу инә, уңайлы туҡталҡаларҙа ял итеп, көс-хәл йыя, педагогтар ойошторған ҡыҙыҡлы сараларҙа, уйын, спорт ярыштарында ҡатнаша. Быға тиклем бындай сәйәхәттә бер нисә тапҡыр булған егет-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр сыҡҡандар менән тәжрибә уртаҡлаша, өлкәндәр ярҙамында турист тормошо нескәлектәрен – палатка ҡороу, кәмәлә йөрөү, ҡул аҫтындағы материалдарҙан мунса эшләү, усаҡ яндырыу, аш-һыу әҙерләү һәм башҡаларҙы үҙләштерә. Олораҡтар кеселәрҙе ҡурсалап, бар эштәрҙе бергә башҡарырға, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, татыу-дуҫ булырға ла өйрәнә. Уларҙың юлында сит яҡтарҙан килгән туристар ҙа күп осрай. Мәҫәлән, “Еңеү” мәмерйәһе эргәһендә туҡталғанда Иркутскиҙан килгән туристар менән танышалар. Был туҡталҡала 2 көн тора сәйәхәтселәр. Мәмерйәнең "Зәңгәр" күлен, залдарын ҡарайҙар, Еҙемдә һыу, ярында мунса инәләр.
Йылға буйлап сәйәхәттең һуңғы пункты – Таш-Аҫты ауылына ағып төшөп, бында бер кис ҡуналар, Уҡлыҡаяға күтәрелеп тирә-яҡтың хозурлығына хайран ҡала балалар. Тәбиғәт ҡосағында үткәргән көндәрҙән ҡәнәғәт булып, матур тәьҫораттар менән күңелдәре байыған балаларҙы автобустар Красноусолға алып ҡайта.