-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәтирәләргә бай мәлдәр, “Имәнкәй”ҙә үткән йәйҙәр

Балаларҙың йәйге ялы дауам итә. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Красноусол” балалар санатор-һауыҡтырыу спорт-туристик лагерының “Имәнкәй” майҙансығында 2-се смена тамамланды. Бөгөн балаларҙы 3-сө сменаға ҡабул иттеләр.

Беҙ “Имәнкәй” ял лагерында булғанда икенсе сменаның һуңғы көнө, шулай уҡ йоҡо мәле булғанлыҡтан, бында тынлыҡ хөкөм һөрә ине. 5-се йыл рәттән смена начальнигы булып эшләгән Ғәлиә Шәфҡәт ҡыҙы Халиҡова беҙҙе ихлас ҡаршы алып, күңелле лә, мауыҡтырғыс та лагерь тормошо менән таныштырып сыҡты.

Был сменала барлығы 169 бала ял иткән һәм һаулыҡтарын нығытҡан. Балалар 5 отрядҡа берләшкән. Уларҙың һәр ҡайһыһында бер тәрбиәсе һәм ике вожатый ялдар күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтһен өсөн ижади эшләп, балаларҙы төрлө ҡыҙыҡлы, файҙалы сараларға йәлеп иткән. Көнөнә хатта өс сара, кистән көн һайын дискотекалар үткән. Тәжрибәле, бик дәртле, ойоштороу һәләтенә эйә, алыштырғыһыҙ өлкән вожатый Альбина Вәрис ҡыҙы Сәлимова – смена начальнигының уң ҡулы. Тәрбиәселәрҙең барыһы ла тәжрибәлеләр, нигеҙҙә уҡытыусылар булһа, вожатыйҙар БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ күп профилле колледжы студенттары курстар үтеп, сертификат-таныҡлыҡтар алып эшкә килгәндәр. Үҙ-ара татыу, бер-береһенә, өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы, дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡланған сменала. Бында ял итеү күп балаларға бик ныҡ оҡшай, шуға ла араларында бер нисә йыл рәттән килеүселәр бик күп. Көндөң тәүге яртыһында ял итеүселәрҙең һәр ҡайһыһы дауаланыу курсы үтә, барлыҡ саралар төштән һуң уҙа. Лагерь йыл әйләнәһенә эшләгәнлектән, медицина персоналы штаты ҙур, кәрәкле аппараттарҙың барыһы ла бар. Табип-шәфҡәт туташтары, ЛФК инструкторы, атап әйткәндә, табибә Рәмзилә Барый ҡыҙы Шәмсетдинова, шәфҡәт туташтары Зөһрә Миңлебай ҡыҙы Ғималетдинова, Фәүзиә Мазһар ҡыҙы Ғәлиева һәм башҡалар балаларҙың сәләмәтлеген күҙ уңынан ысҡындырмай.

“Имәнкәй”ҙә балаларҙың туҡланыуына ла етди иғтибар бирелә. Шеф-повар Рәйсә Шәрифулла ҡыҙы Заһиҙуллина етәкләгән ашнаҡсылар ял итеүселәрҙе көнөнә 6 тапҡыр тәмле аштары менән һыйлай. Аш алдынан кислород коктейле эсеү ойошторола.

Лагерь программаһының спорт-туристик йүнәлешенә ярашлы, балаларҙы экскурсияларға йөрөтөү ҙә ҡаралған, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең, футбол уйнаусыларҙың күплеге менән айырылып торған был смена. Бейеүгә-йырға маһирҙар ҙа күп булған. Бәләкәйерәктәр шифахана эргәһендәге тоҙло шишмәләргә экскурсияға барһа, өлкәнерәктәр Игенйылғалағы дөйәғоштар фермаһына сәйәхәт ҡылған. Быйыл футбол буйынса донъя чемпионаты Рәсәйҙә үткәнлектән, иптәштәрсә футбол матчтары ла (“Ҡояшлы” майҙансығында ял итеүселәрҙе һәм Курорт мәктәбендә көндөҙгө лагерға йөрөүселәрҙе саҡырғандар) уҙған.

Бөгөнгө көн талабы булған темалар ҙа лагерь етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмай. Үҫеп килеүсе йәш бы-

уында патриотик рух тәрбиәләү буйынса төҙөлгән программаға ярашлы күп кенә саралар үткән. Шундайҙарҙың береһе - “Зарница” уйыны. Унда яугир-афғансылар саҡырылып, разведчиктар - запастағы подполковник А.Мигунов менән И.Закиров, элемтәселәр Р.Рәхмәтуллин менән Д.Асимов судья рәүешендә балаларҙың сығыштарына баһа биргән. Сафҡа теҙелеп йыр менән үтеүҙән башланған уйын төрлө ярыштарҙан тороп, морзе станцияһында шифрҙы асыу менән тамамлана. Кистән иһә был сараның дауамы итеп тәьҫирләнерлек концерт ойошторолоп, ветеран-афғансы Марс Хәйруллин, балалар башҡарыуындағы патриотик йырҙар күңелдәргә үтеп инерлек булған.

Бына шулай, лагерҙағы күңелле ял һиҙелмәй генә үтеп тә киткән. Лагерҙа сәләмәтлектәрен нығытып, биләмәһен уратып алған йәшеллектә, саф һауала күңелдәренә сихәт, ял, көс-ҡеүәт өҫтәлеп, онотолмаҫ сағыу хәтирәләр ҡалдырған лагерь тормошо балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.


Читайте нас: