-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Геологтар лагерында

Балаларҙың йәйге ялы файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла үтһен өсөн респуб-ликала бик күп эштәр башҡарыла. Мәғариф һәм Тәбиғәтте һаҡлау министрлыҡтары башланғысында 32-се тапҡыр ойошторолған “Йәш геолог” республика ялан профилле лагеры быйыл 2-13 июлдә Салауат районы Малаяҙ ауылы эргәһендә йырҙарҙа данлап йырланған йәмле Йүрүҙән йылғаһы буйында булды.

Унда райондан Балалар ижады үҙәгенең “Геоникс” командаһы (етәкселәре – Айрат Миңлебаев, Светлана Бакаева) уңышлы ҡатнаша. Профилле лагерҙың программаһына ярашлы, тәүге аҙнала уҡытыусы геологтар балаларға палеонтология, минералогия буйынса күнекмәләр үткәрә, файҙалы мәғлүмәттәр бирә. Уҡыусыларҙың хәтирәләре араһында иң ҡәҙерлеләре Салауат районының иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт ҡомартҡыларына экскурсиялар була, әлбиттә. Йәш геологтар “Янғантау” шифаханаһына, “Ҡорғаҙаҡ” тәбиғәт гидрологик ҡомартҡыһына, “Мәсетле” геологик ҡырҡымына, “Иҙрисов” мәмерйәһенә, С.Юлаевтың музейына баралар. Геологик ҡырҡымда тикшеренеүҙәр алып барған Ҡазан университеты ғалимдары менән осрашып, уларҙың эшендә ҡатнашыу бәхете тейә уларға. Тәкәй ауылы урынында яндырылған

ауылдар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде асыуҙа ла ҡатнаша уҡыусылар.

Лагерға геологтар 2017-2018 уҡыу йылында башҡарған эштәрен яҡтыртҡан “Геология һәм беҙ” тип аталған ҙур күргәҙмә лә алып барған. Уның менән жюри ағзаларын Динар Ваһапов таныштыра. 5 йыл буйы “Геоникс” түңәрәгендә шөғөлләнгән әүҙем егет 3-сө дәрәжә Диплом һәм айпад менән бүләкләнә. Бынан тыш, республиканың төрлө районынан килгән 14 команда араһында ялан туҡталҡаһы ярышында Вадим Ғибаҙуллин, Динар Ваһапов, Игорь Иванов, Артем Корнев - 3-сө, “Минең түңәрәк – минең ғаиләм” ижади конкурсында команда 2-се урындарға лайыҡ була.

Йәш геологтар лагерҙан күңелле ял итеп, бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белеп, Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр алып, яңы ерҙәр күреп, яңы дуҫтар табып, артабан да геология менән шөғөлләнәсәкбеҙ тигән теләктә ҡайттылар.


Читайте нас: