-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡандракүлдән көс-дәрт алып

Йыл һайын республиканың Мәғариф министрлығы Туймазы районындағы Ҡандракүлдә уҡыусылар өсөн “Йәш ҡотҡарыусы” ялан туристик лагеры һәм “Йондоҙло ҡаласыҡ” ойоштора.

Йәш ҡотҡарыусылар бында йәйәүле туризм буйынса әҙерлек үтә, ориентирлау, хәүефһеҙлек мәктәбе, беренсе ярҙам күрһәтеү, тәбиғәт шарттарында йәшәү һәм башҡа күнекмәләргә өйрәнә. Лагерҙың һуңғы көнөндә төрлө ҡала һәм райондарҙан килгән командалар араһында ярыш була.

10 – 16 июндә үткән быйылғы лагерҙа Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Туймазы, Бөрө ҡалалары һәм Ғафури, Әлшәй, Миәкә райондары командалары ҡатнашты. Райондан “Йәш ҡотҡарыусы” командаһы (етәксеһе – физкультура һәм йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Н.В. Николаев) һәм “Йондоҙло ҡаласыҡ” командаһы (етәксеһе – Т.Н.Сухорукова) барҙы.

Ҡотҡарыусылар ярышының тәүге “йәйәүле” дистанцияһында Байрас Вәлиев менән Никита Родионов ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, быға тиклем беренселекте бирмәгән Өфө ҡалаһы командаһын уҙып, еңеүгә өлгәште. Ошо уҡ ярышта Александр Казьмин, Радмир Сәйфуллиндан торған төркөм 3-сө урынды алды. Ҡыҙҙар араһында ла ярыш сәмле барҙы. Әлшәй районы командаһынан ғына ҡалышып, Вероника һәм Екатерина Макаровалар 2-се урынға лайыҡ булды.

“Йондоҙло ҡаласыҡ” лагерында беҙҙең ике команда ла уңышлы сығыш яһап, 1-се һәм 2-се урындарҙы яуланы.

Уҡыусылар был сәйәхәттән яҡшы кәйеф, онотолмаҫ тәьҫораттар алды. Ҡайтып еткәнсе үҙҙәре ижад иткән күңелле турист йырҙарын йырланы улар.

Лагерға барыу мөмкинлеге биргән мәғариф бүлеге начальнигы З.Р.Әхтәмоваға, Балалар ижады үҙәге директоры И.П.Шаульскаяға, өҫтәмә белем биреү педагогтары Т.Н.Сухорукова, Н.А.Шәйҙуллинаға, Аҡкүл мәктәбе водителе В.А.Федоровҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.


Читайте нас: