29 июндә “Имәнкәй”ҙә икенсе сменаны тантаналы шарттарҙа асыу сараһы булды. Был сарала Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль
инспекторы Алексей Анатольевич Касьянов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, методист, лагерҙар бу-йынса яуаплы Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева ҡатнашты.
Икенсе сменала әле 6-17 йәшлек 154 бала ял итһә, шуларҙың 96-һы Донецк Халыҡ Республикаһынан килтерелгән балалар. Уларҙы оҙатып килгән педагогтар ҙа балалар менән бергә буласаҡ. Һәр бала рәхәтләнеп ял итһен өсөн бөтә шарттар булдырылған.
- Балалар, иртүк тороп гимнастика яһап һәм ҡапҡылап алғандан һуң, үҙҙәренә тәғәйенләнгән процедураларҙы ҡабул итәләр, төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Уларҙа һәр отряд үҙенең сослоғон, белемен, сәмлелеген күрһәтеп, балл йыя. Сараларҙы вожатый һәм тәрбиәселәр үҙҙәре уйлап
ойоштороп уҙғара. Вожатыйҙар төркөмөн студенттар тулыландыра. Бында ял итеүсе балаларға көнөнә алты тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Ашау ҙа төрләндереп, һәйбәт ойошторолған, - тип һөйләп үтте лагерь начальнигы Илдар Фәрит улы Иҙрисов бындағы йәшәйеш менән таныштырып.
...Бына икенсе сменаны асыу тантанаһына балалар теҙелеп килеп, ҡунаҡтарға ҡул болғап, ихлас сәләмләп ике рәт булып баҫты. Отряд командирҙары смена начальнигы Артём Әминовҡа рапорт биргәндән һуң, РФ һәм БР Гимндары тыңланып, флагтар күтәрелде.
Тәүге һүҙ БР буйынса төп федераль инспектор Алексей Касьяновҡа бирелеп, ул үҙ сығышында барыһын да тәбрикләп, балаларға ошондай матур урында һәйбәт ял итеп, көс туплауҙарын һәм яҡшы тәьҫораттар ғына алып ҡайтыуҙарын теләне. Шулай уҡ ярҙам кәрәкһә, һорауҙар килеп тыуһа хәбәр итеүҙәрен һораны.
- Беҙ, һеҙҙең барығыҙҙы ла бәрәкәтле Ғафури ерендә күреүебеҙгә шатбыҙ. Лагерҙа башҡа ваҡыттан айырмалы рәүештә Донецк Халыҡ Республикаһынан да балалар ял итәсәк. Мин үҙем дә йәкшәмбе көнө генә ошо республикала булып ҡайттым. Һеҙҙең ниндәй юлдар аша килеүегеҙ менән танышмын. Иң мөһиме – балалар райондың ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлекле урындарында булып, тыныс, һәйбәт ял итһендәр, бер-береһе менән дуҫлашып, яңы уҡыу йылын шатланып башларға яҙһын, - тип һөйләп үтте үҙ сығышында Фәнзил Фәйез улы.
Өлкән вожатый тантананың тамамланыуын иғлан итеүгә балалар ваҡыттарын төрлө сараларға бай, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар менән үткәрергә лагерь бинаһына ашыҡты. Уларҙы һәр отрядҡа 2-3, дөйөм 15 "Рәсәй студенттар отряды"нда торған вожатыйҙар ҡарап йөрөй. Һәр отрядта 29-30 бала. Улар өсөн һәр көн бер-береһенә оҡшаш булмаған бай программа ла төҙөлгән. Бында кемдер үҙенең яңы ижади һәләтен аса, хеҙмәт менән мауығыу ҙа ҡыҙыҡлы икәненә төшөнә ала. Балалар өсөн шахмат-шәшке турнирҙары, спорт-күңел асыу уйындары, йәйге спартакиада, көн һайын дискотека һәм башҡа саралар ҙа ойоштороласаҡ. Шулай уҡ уларға мауыҡтырғыс экскурсиялар ойоштороу ҙа ҡаралған. Ял итеүселәр ”Красноусол” шифаханаһына, “Күркәм дөйәғоштар” крәҫтиән (фермер) хужалығына сәйәхәт ҡылып өлгөргәндәр ҙә инде.
Балаларҙы оҙатып килгән педагогтар лагерҙы тантаналы асыуҙан һуң килгән ҡунаҡтар менән дә аралашты. Улар бында ҡәнәғәт һәм сикһеҙ рәхмәтле булыуҙарын әйтеп үтте. Шулай уҡ Фәнзил Фәйез улы, Алексей Анатольевич ял итеүселәрҙең йәшәү шарттары менән дә танышты.
Эйе, лагерҙа балалар үҙҙәренең ялын сынығып, ҙурайып, һаулығын нығытып, файҙалы үткәрһендәр өсөн бөтә мөмкинлектәр ҡаралған. Балалар был сменала ла көндәрен физик яҡтан көс йыйып, үҙҙәре өсөн асыштар яһап, йәшеллек һәм саф һауа ҡосағында рәхәтләнеп ял итеп, йәмле йәй һәр бала күңелендә матур хәтирәләр генә ҡалдырһын.