Көндәр йылытып, ер ҡарҙан әрселеү менән һәр кем үҙ йортонда, урамында һәм баҡсаһында таҙартыу эштәренә тотона. Шуға күрә сүп-сарҙы дөрөҫ утилләштереү ҡағиҙәләрен хәтере-геҙгә төшөрәбеҙ. Йыйылған сүп-сар күбеһенсә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатылһа ла, яндырған осраҡтар ҙа йыш була.
Яндырырға яраған сүп-сар:
- ҡағыҙ, ағас, башҡа тәбиғи әйбер, металдан эшләнгән консерва банкаһы. Һуңғыларын яндырғас та иҙеп күмергә кәрәк.
- көнкүреш, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары. Былтырғы үлән һәм япраҡты яндырыу зарарлы. Уларҙы ла йыйып күмеү яҡшыраҡ.
Мотлаҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тәғәйенләнгән бакка түбәндәге сүп-сарҙы ташларға кәрәк:
- батарейкалар, буш газ баллондары, быяла. Уларҙы яндырырға ярамай, сөнки ҡалдыҡтары айырыуса зарарлы. Ағыулы матдәләрҙең һыуға эләгеүе, үҫемлектәргә, унан инде йәнлектәргә һәм ҡош-ҡорт организмына үтеп инеп, кешегә лә зыян килтереүе ихтимал;
- полиэтилен, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, пакеттар, пластик һауыттарҙы яндырырға ярамай. Янған мәлдә улар ныҡ зарарлы матдәләр бүлеп сығара;
- поролон, резина, пластик шешә ҡапҡастары, клеенка, уйынсыҡтар, иҫке фломастерҙар һәм башҡаларҙы тик ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тәғәйенләнгән бактарға ташларға кәрәк. Янған мәлдә улар төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булған матдәләр бүлеп сығара;
- пластик шешә, линолеум, электр үткәргестәрҙе яндырғанда ергә үтә хәүефле ағыу һеңә;
- көнкүреш һәм сәнәғәт химияһы ҡалдыҡтары һәм һауыттары яндырғанда төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булған, кеше организмында үҙгәрештәргә этәргес биргән диоксин бүлеп сығара.
Йыл һайын донъяла 2,1 триллион тонна сүп-сар ташлана. Был һандың күләме артҡандан-арта бара. Ҡулланылған яғыулыҡтан тирә-яҡ мөхиткә йылына 30 миллиард тоннанан ашыу зарарлы матдә ташлана.
Донъяла бер кешегә йылына 350 килограмм сүп-сар тура килә. Шуның 10 проценты яндырыла, 10-ы ташлана, 80-е ергә күмелә.