+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
8 Июнь 2022, 10:30

Бруцеллез – хәүефле сир

Учалы районында һарыҡтарҙа ҡурҡыныс йоғошло сир асыҡланған.

Бруцеллез – хәүефле сир
Бруцеллез – хәүефле сир

Учалы районының ветеринария хеҙмәте ошо райондың Ҡунаҡбай ауылында бруцеллез сире сығанағын асыҡланы. Шәхси ярҙамсы хужалыҡта һарыҡтар ауырыған, ә уларҙы бүтән төбәктән документһыҙ, рөхсәтһеҙ һәм мәжбүри карантин үткәрмәй алып ҡайтҡан булғандар.

Асыҡланыуынса, шәхси ярҙамсы хужалыҡ етәксеһе Бахадыр Юлдашев малдарҙы алып ҡайтҡас, урындағы ветеринария хеҙмәтенә иҫәпкә ҡуймаған, теркәтмәгән. Даими үткәрелеүсе яҙғы лаборатор тикшереүҙәр ваҡытында сир осраҡлы рәүештә асыҡланған.

Юлдашевтың хужалығында 2 айлыҡтан өлкәнерәк бөтәһе 253 баш һарыҡ малы аҫрала, шуларҙың 58-ендә сир табылған. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ  карантинға ҡуйылған, сирле малдар һуйылып, артабан сәнәғәт эшкәртеүенә ебәртелгән. Ҡалған малды, анализдары сиргә ҡарата ике кире һөҙөмтә күрһәткәнсегә тиклем, айына ике тапҡыр тикшереп торасаҡтар.

Әле шәхси ярҙамсы хужалыҡ биләмәһендә малдарҙы дауалау, биләмәгә сит кеше инеүе, малдарҙы индереү һәм сығарыу (һуйыуға алып китеү осраҡтарынан башҡа), көтөү, малдарҙы урындарынан күсереү, үҙ төркөмөнән айырып башҡаһына ҡушыу, мал аҙығы әҙерләү һәм сығарыу, транспорт сараларының инеүе һәм сығыуы тыйылған.

БЕЛЕШМӘ ӨСӨН. Бруцеллез – малдарҙа хроник рәүештә үтеүсе йоғошло, зооноз (йәғни тышҡы мөхиттә оҙаҡ ваҡыт һаҡлана алыусы, бөжәктәр, бактериялар, йәнлектәр аша кешегә йоғоусы үтә йоғошло, хәүефле) сир ул. Уға инә малдың яралғыһы төшөүе, үрсеме үле тыуыуы, ата малда орхит, эпидидимит кеүек енес ағзалары ауырыуыҙары, артрит, бурсит башланыуы хас. Хайуанда сирҙең клиник билдәләре улар тоҡом бирер йәшкә еткәс беленә. Симптомһыҙ үтеүе лә бар. Бруцеллез менән кеше лә ауырый.

Ошоларҙан сығып, бына нимә әйтке килә: тиҙҙән Ҡорбан байрамы етә. Изге байрамға күптәр ваҡ мал алып һуясаҡ. Ләкин ШУНЫ ИҪТӘ ТОТОҒОҘ: район биләмәһенә ветеринария станцияһы менән килешмәйенсә, ветеринар-оҙатыу документтарһыҙ һәм карантин сараларын үтәмәйенсә ситтән мал алып ҡайтыу  ҠӘТҒИ ТЫЙЫЛА!

Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,

район ветернирия станцияһы начпльнигы.

Бруцеллез – хәүефле сир
Бруцеллез – хәүефле сир
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: