+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
12 Июль 2022, 09:24

Үҙ торлағым үҙемдеке булһын өсөн...

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең фатирҙарға хоҡуҡты рәсмиләштереүгә ҡағылышлы һорауҙарына Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының 2-се һанлы күсмәй торған милекте дәүләт теркәүе бүлеге начальнигы Вәсилә Тимерйән ҡыҙы Нурғәлиева яуап бирә.

Үҙ торлағым үҙемдеке булһын өсөн...
Үҙ торлағым үҙемдеке булһын өсөн...

Фатирҙы нисек киренән үҙ милкеңә ҡайтарырға?

Күсмәй торған милеккә теркәлгән хоҡуҡты суд тәртибендә генә кире ҡағырға мөмкин.
Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ Кодексының (РФ ГК-һы) 166-сы статьяһы 1-се пунктына ярашлы, сделка законда ҡаралған нигеҙҙәр буйынса ғәмәлгә яраҡһыҙ тип иҫәпләнә ала, әгәр сделка шундай тип суд тарафынан танылһа (дәғүәләшелгән сделка) йәки бындай таныуға бәйһеҙ рәүештә (әһәмиәтһеҙ сделка).
Яңылыш фекергә төшөрөлөү сәбәпле яһалған сделка яңылыш фекер йоғонтоһонда эш иткән яҡтың дәғүә ғаризаһы буйынса суд тарафынан ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныла ала, әгәр яңылыш фекер йоғонтоһо шул тиклем етди булып, был яҡ ысын хәлде белгән осраҡта, ваҡиғаны уйлап һәм объектив баһалап эш итһә, бындай сделканы яһамаҫ ине (РФ ГК-һының 178-се ст. 1-се п.).
РФ ГК-һының 179-сы статьяһы 2-се пунктына ярашлы, алдаҡ йоғонтоһонда яһалған сделка зыян күреүсенең дәғүәһе буйынса суд тарафынан ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныла ала.
Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып, фатирҙы алыу-һатыу килешеүен (сделканы) ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу мәсьәләһе буйынса судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ.

Фатир минең тарафтан никахта торған ваҡытта һатып алынып, минең исемгә теркәлгәйне. Никах тарҡалды. Фатирҙы элекке иремдең ризалығынан тыш һата аламмы?

Никах тарҡалыуы берлектә табылған мөлкәткә ҡарата берлектәге дөйөм мөлкәт тәртибен туҡтатмай. Ир менән ҡатындың уртаҡ мөлкәтен никахта торған ваҡытта ла, ул тарҡалғандан һуң да ирҙең йәки ҡатындың талабы буйынса бүлдерергә мөмкин. Никахтары тарҡалған ир менән ҡатындың уртаҡ мөлкәтен бүлеүҙе талап итеүгә ҡарата өс йыллыҡ юллау ваҡыты ҡулланыла. Бында мөлкәтте бүлеүҙе талап итеү өсөн бирелгән өс йыллыҡ күптәнгелек ваҡытын никах тарҡалған мәлдән түгел, ә дәғүә белдереүсе үҙенең хоҡуғы боҙолғанын белгән йәки белергә тейеш булған мәлдән иҫәпләргә кәрәк (РФ ГК-һының 200-сө ст. 1-се п.).
Шуға күрә әгәр ирегеҙ менән берлектә табылған мөлкәтте бүлеү мәсьәләһе хәл ителмәгән икән, ул саҡта элекке ирегеҙҙән фатирҙы һатыуға ризалыҡ алырға кәрәк, сөнки ирегеҙҙән сделка яһауға нотариаль раҫланған ризалыҡ булмаһа, ул сделка яһалыуы тураһында белгән йәки белергә тейеш булған көндән һуң бер йыл эсендә суд тәртибендә сделканы ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы талап итергә хоҡуҡлы.

Фатирға хоҡуҡтағы үҙ өлөшөмдө һатырға теләйем. Күсмәй торған милеккә хоҡуҡтағы өлөштө бүлдереүҙең ниндәйҙер үҙенсәлектәре бармы?

Милеккә дөйөм хоҡуҡтағы өлөштө һатыуҙың үҙ үҙенсәлектәре бар.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, милеккә дөйөм хоҡуҡтағы өлөштө бүлдереү (һатыу, бүләк итеү, алмашыу) буйынса сделкалар, өлөшсөлөк милекселәренең барыһы ла үҙ өлөшөн бер сделка буйынса бүлдергән осраҡтан башҡаларында, нотариаль рәүештә раҫлатылырға тейеш.
Милеккә дөйөм хоҡуҡтағы өлөш сит кешегә һатылғанда был милектең башҡа ҡатнашыусылары һатылыусы өлөштө ул һатылған хаҡҡа һәм башҡа тиң шарттарҙа һатып алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйәләр. Шуға күрә милеккә дөйөм хоҡуҡтағы өлөштө сит кешегә һатҡанда һатыусы был милектең башҡа ҡатнашыусыларын үҙ өлөшөн һатырға ниәтләүе хаҡында, өлөштөң хаҡын һәм башҡа һатыу шарттарын күрһәтеп, яҙма рәүештә иҫкәртергә тейеш.
Дөйөм милектең бүтән ҡатнашыусылары һатылыусы өлөштө бер ай эсендә һатып алмаһа, һатыусы уны үҙе теләгән кешегә һата ала. Ҡалған ҡатнашыусылар һатылыусы өлөштө һатып алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡтан файҙаланыуҙан яҙма рәүештә баш тартҡан осраҡта, был өлөштө бер ай ваҡыт үткәнсе үк сит кешегә һатырға мөмкин.

Күсмәй торған милекте һатып алғансы, һатыу-алыу килешеүе төҙөлгәнсе үк нисек тикшерергә?

Күсмәй торған милекте тикшереү өсөн тәүҙә ЕГРН-дан күсмәй торған милек объектының төп характеристикалары һәм уға теркәлгән хоҡуҡтар тураһында яҙма алыуға, йәки күсмәй торған милек объекты тураһында яҙмаға (унда объект (объекттың характеристикаһы) һәм милексе тураһында, милеккә һалынған арестар (тыйыуҙар) һәм сикләүҙәр хаҡында тулы мәғлүмәт сағыла) заказ бирергә кәрәк.
Һатыусынан фатирҙың уға күсеүенә нигеҙ булған хоҡуҡи документты (элекке милексенән һатыу-алыу килешеүе, мираҫҡа хоҡуҡ таныҡлығы һ.б.) күрһәтеүҙе һорау ҙа артыҡ булмаҫ. Бынан тыш, һатыусынан хоҡуҡтарҙың тапшырылыуы тураһындағы ЕГРН-дан алынған яҙманы күрһәтеүен һорарға, йәки уны үҙең заказ биреп алырға була, был яҙма күсмәй торған милек объектына хоҡуҡтың тапшырылыу тарихын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ фатирҙа кемдәр пропискала тороуын, һатыусының коммуналь түләүҙәр буйынса бирәсәге булыу-булмауын, уның ғаилә хәлен (йәмәғәтенең һатыуға ризалығы кәрәкмәйме икәнен асыҡлау өсөн) белешеү һәйбәт.

Фатирҙа перепланировка үткәрелде. Документтар тултырыу өсөн артабан ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Фатирҙа перепланировка яһағас, тейешле үҙгәрештәрҙе ЕГРН-ға индерергә кәрәк. Бының өсөн фатирҙың милексеһе кадастр инженеры тарафынан әҙерләнгән техник план нигеҙендә үҙгәреште иҫәпкә алыуҙы һорап теркәү органына (МФЦ аша) ғариза бирергә тейеш. Техник планды әҙерләтеү өсөн ҡабул итеү комиссияһының перепланировка тамамланыуын раҫлаған актын мотлаҡ килтерергә кәрәк.

Фатирҙы һатырға уйлайым. Фатир һатҡанда уны бүлдереүгә иреңдең/ҡатыныңдың ризалығын күрһәтергә кәрәкме?

Ирҙең йәки ҡатындың береһенең фатир һатыу буйынса сделка төҙөшөүе өсөн, Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 35-се статьяһы талап итеүенсә, икенсеһенең нотариаль раҫланған ризалығын алырға кәрәк.
Әлеге ваҡытта ҡануниәттә үҙгәрештәр булғас, теркәү органы фатирға милексе хоҡуғының бүтән кешегә күсеүен теркәүҙе туҡтатып тора һәм был сделканы төҙөшөүгә иренең (ҡатынының) нотариаль ризалығын һоратып алдыра алмай, сөнки был хоҡуҡты теркәүгә ҡаршылыҡ тыуҙырырлыҡ сәбәп булып тормай. Ләкин иренең (ҡатынының) ризалығынан тыш башҡарылған сделка нигеҙендә хоҡуҡты теркәгәндә был хаҡтағы яҙыу хоҡуҡтың күсеүен дәүләт теркәүе тураһында яҙма менән бер үк ваҡытта ЕГРН-ға индереләсәк. Был яҙыу ЕГРН-дан алынған выпискала күренәсәк.

Коммуналь фатирҙан бүлмә һатып алырға теләйем. Һатыу-алыу килешеүе мотлаҡ нотариуста раҫланырға тейешме?

Коммуналь фатирҙағы бүлмәне һатҡанда һатыу-алыу килешеүен нотариуста раҫлатыу мотлаҡ түгел, ләкин дөйөм милеккә хоҡуҡтағы өлөштө һатыу-алыу килешеүендә ул кәрәк. Шулай уҡ бәлиғ булмаған граждандыҡы, юридик яҡтан хоҡуҡһыҙ граждандыҡы йәки юридик яҡтан сикләнгән рәүештә хоҡуҡһыҙ тип танылған граждандыҡы булған бүлмәләрҙе һатыу-алыу килешеүе нотариаль раҫланырға тейеш.

Коммуналь фатирҙағы бүлмәне һатып алғанда тағы берәй үҙенсәлек бармы, нимәләргә иғтибар йүнәлтергә кәрәк?

Коммуналь фатирҙағы бүлмә һатылғанда был фатирҙағы ҡалған бүлмәләрҙең милекселәре һатылыусы бүлмәне һатып алырға РФ Гражданлыҡ кодексында билдәләнгән тәртиптә һәм шарттарҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Шуға күрә һатыусы билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙ бүлмәһен һатыуы хаҡында, уның хаҡын һәм башҡа һатыу шарттарын күрһәтеп, ҡалған милекселәргә белдерергә тейеш. Күрше бүлмәләрҙең милекселәре бер ай эсендә был бүлмәне һатып алырға теләк белдермәһә, йәки уны һатып алыуҙан баш тартһа, һатыусы бүлмәне бүтән кешегә һата ала. Йәғни бында ла РФ Гражданлыҡ кодексының 250-се статьяһында билдәләнгән тәртип ҡулланыла.
Фатир һатам. Алырға теләүсе лә бар. Һатып алыусының паспортында пропискаһы булмаһа, сделкаға барырға буламы?
Паспортта теркәлгән урын тураһында штамп (прописка) булмауы һатыу-алыу килешеүе төҙөшөүгә һәм хоҡуҡты дәүләт теркәүе үткәреүгә ҡаршылыҡ була алмай. Ләкин килешеүҙә һәм ғаризаларҙа уның йәшәгән урынының адресын күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Сделка яһауға документтарҙың ҡабул ителеүе һатып алынасаҡ фатирҙың барлыҡ документтары ла тәртиптә тигән гарантия була аламы? Һатыусыға аҡсаны ҡасан бирергә кәңәш итерһегеҙ – сделкаға документтар тапшырғандамы, әллә мин милек хоҡуғы теркәлеүе тураһындағы выписканы ҡулыма алғасмы? Һатыусы аҡсаны беҙ документтарҙы теркәүгә тапшырғас та биреүебеҙҙе һорай.

Дәүләт теркәүенә документтар тапшырыу һатыу-алыу килешеүе буйынса милексе хоҡуғының икенсе кешегә күсеүен тейешенсә рәсмиләштереү процедураһының беренсе этабы ғына әле. Хоҡуҡты дәүләт теркәүсеһе ҡабул итеп алғандан һуң тапшырылған документтарға хоҡуҡи экспертиза үткәрелә, сделканың законлылығы тикшерелә, хоҡуҡты дәүләт теркәүенә ҡаршылыҡ тыуҙырыусы нигеҙҙәр асыҡлана. Шулай булғас, дәүләт теркәүенә документтарҙы ҡабул итеү хоҡуҡ мотлаҡ теркәләсәгенә гарантия була алмай. Һатыусы менән һатып алыусы араһында хисаплашыуға килгәндә инде, ул килешеү төҙөшкән яҡтар тарафынан килешелгән һәм билдәләнгән булырға, килешеү тексында уҡ күрһәтелгән булырға тейеш. Әммә барлыҡ финанс операцияларын банк аша үткәрергә кәңәш итәбеҙ.

Үҙ торлағым үҙемдеке булһын өсөн...
Үҙ торлағым үҙемдеке булһын өсөн...
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: