+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
25 Июнь , 10:45

Рәсми булмаған мәшғүллек

Рәсми булмаған мәшғүллекте “телдән килешеүгә нигеҙләнгән барлыҡ төр хеҙмәт мөнәсәбәттәре” тип билдәләргә була. Сер түгел, ҡайһы бер эш биреүселәр, һалым һәм башҡа төрлө түләүҙәрҙән ҡасып һәм экономия маҡсатында, кешене эшкә алғанда уның менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәй. Күп хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә шулай эшләүҙе хуп күрә. Кешеләр ни өсөн рәсми булмаған мәшғүллеккә күсә?

Рәсми булмаған мәшғүллек
Рәсми булмаған мәшғүллек

Бында бер нисә төп сәбәп бар: халыҡтың хоҡуҡи мәҙәниәтенең түбән булыуы, килешеүле форма буйынса эшкә урынлашып булмауы (конкуренция ҙур, тәҡдим әҙ, эш биреүсенең һалым түләгеһе килмәүе); һығылмалы эш графигы, өҫтәмә килем; иптәштәре өлгөһөнә эйәреү, етәксе күҙәтеүе аҫтында йәки коллективта эшләргә теләмәү; эшкә юғары кимәлдәге белемһеҙ һәм кваликацияһыҙ урынлашыу. Йәштәр рәсми булмаған мәшғүллеккә нығыраҡ әүәҫ, сөнки бында белем булмауы, тәжрибә булмайынса эшкә урынлаша алмау, шулай уҡ уҡыуҙы йәки бүтән эшмәкәрлекте бергә алып бара алмау үҙенекен итә. Күп өлкән кешеләр, эшкә урынлашыу мөмкинлеге булмағас, һатыуға әйбер етештереү өсөн ауыл хужалығы менән шөғөлләнә башлай, был уларҙың матди хәлен яҡшыртһа ла, теркәлгән мәшғүллек тип әйтеп булмай.

Рәсми булмаған секторҙа эшләүселәр, тәү ҡарашҡа, финанс өҫтөнлөгө алалар кеүек (түләнмәгән һалымдар уларҙың үҙендә ҡала), ләкин үҙҙәренең социаль һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын  ҡыҫыуға тап булалар.

Рәсмиләштермәй эшләүгә килешкән хеҙмәткәрҙе ниндәй хәүеф көтә:

-түбәнерәк хеҙмәт хаҡы алыу;

- эш биреүсе менән килеп сыҡҡан һәр төрлө бәхәстә эш хаҡын ала алмау;

- отпуск аҡсаһын алмау йәки бөтөнләй отпускыға сыға алмау;

- хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләнмәүе;

- хеҙмәт килешеүендә ҡаралған социаль гарантияларҙан мәхрүм ҡалыу;

- производствола бәхетһеҙлек осраҡтарын тикшереүҙән баш тартыуҙары;

- эштән киткәндә расчет алмау;

- кредит ала алмау;

- виза бирмәүҙәре.

Быларҙан тыш, уның эш хаҡынан пенсия хисаплауҙары түләнмәйәсәк. Был хәлдең эҙемтәләрен кеше ҡартая килә ныҡлы тоясаҡ.

Финанс яғы тейешенсә “үтә күренмәле” булмаған хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ингәндә, хеҙмәткәрҙәргә айырыуса һиҙгер һәм һаҡ булырға кәрәк.

Предприятие кимәлендә ҡарағанда, рәсми булмаған мәшғүллекте файҙаланыу, тәү ҡарауға, файҙалы булып күренә, сөнки сығымдар кәмерәк, килем артығыраҡ була. Ләкин предприятиеға ҡарата санкциялар (штрафтар, эшмәкәрлекте тыйыу һ.б.) ҡулланылған осраҡта һөҙөмтә кире булыу мөмкин. Конкрет һәр осраҡта эш биреүсе рәсми булмаған эшселәрҙе файҙаланыуҙан килгән файҙаны булыуы ихтимал хәүеф менән үҙе сағыштырып ҡарай инде.

Рәсми булмаған мәшғүллектә дәүләт, тимәк, йәмғиәт тә, хеҙмәт мөнәсәбәттәре рәсмиләштерелгән ваҡытта хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың эш биреүселәре түләргә мөмкин һалымдарҙың бер өлөшөн юғалта. Был, мәҫәлән, бюджет өлкәһен етерлек финансламауға килтерә, бюджет өлкәһендә хеҙмәткә түләүҙе арттырыу мөмкинлеген сикләй.

Беҙ барыбыҙ ҙа шуны аңларға тейеш: рәсми булмаған мәшғүллек – ул, асылда, социаль хоҡуҡтарҙы, буласаҡ пенсияны урлау.

Күп кенә потенциаль хеҙмәткәрҙәр, рәсмиләштермәй эшләп, ниндәй сығымдар күрәсәктәрен белмәҫкә лә мөмкин (больничный өсөн түләүҙе йәки бала ҡарау отпускыһына китә алмауҙы ла индереп). Әлеге мәғлүмәт эшкә һәләтле барлыҡ халыҡҡа, айырыуса әлегә бындай хәлде үҙгәртергә мөмкинлеге булған йәштәргә кәрәк.

Риф ҠОТЛОБУЛАТОВ,

хеҙмәт буйынса белгес.

Рәсми булмаған мәшғүллек
Рәсми булмаған мәшғүллек
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: