Инсульт – баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуы менән характерланыусы киҫкен неврологик хәл-торош. Был сирленең ғүмеренә хәүеф менән янаусы, йәшәү сифатының түбәнәйеүенә илтеүсе ауыр патология.
Инсульт илебеҙҙә халыҡ үлеме сәбәптәре араһында икенсе урынды биләй һәм инвалидлыҡҡа илтеүсе төп фактор булып тора. Һуңғы йылдарҙа был сирҙең “йәшәреүе” күҙәтелә – ул йәштәрҙә, хатта балаларҙа ла осрай.
Инсульттың бер нисә төрө бар. Беренсеһе – геморрагик инсульт. Был осраҡта баштағы ҡан тамыры өҙөлөү сәбәпле мейегә ҡан һауа. Геморрагик инсульт күп осраҡта ҙур эмоциональ көсөргәнеш кисергән эш көнө уртаһында йәки кисен кеше организмы арыған мәлдә була.
Икенсе төрө – ишемия инсульты (мейе инфаркты) ҡан тамырҙарының тығылып, мейегә ҡан килмәү сәбәпле айырым өлөштәрендә нейрондарҙың һәм күҙәнәктәрҙең үлеүе. Был инсульт тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында булырға мөмкин. Шулай ҙа төндә һәм таң алдынан йышыраҡ күҙәтелә.
Сәбәптәре һәм профилактика саралары
Инсультты барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәр бик күп, әлбиттә. Сөнки инсульт – сир түгел, ә эре һәм ваҡ ҡан тамырҙарының патологияһы, ҡан әйләнеше системаһының, ҡандың реологик (ҡуйы йәки шыйыҡ булыуы) сифаттарының боҙолоу билдәләре.
Инсультҡа илтеүсе шарттар көйләп була һәм көйләп булмай торғандарға бүленә. Тәүге төркөмгә инеүсе иң мөһим фактор – артериаль гипертензия, йәки юғары ҡан баҫымы. Инсульт кисергән кешеләрҙең 90 процентының ошо сир менән ауы-рыуы асыҡланған. Ҡан баҫымын даими контролдә тотҡанда, инсульт хәүефен яртылаш кәметергә мөмкин.
Икенсе шарт – холестерин кимәленең юғары булыуы. Уны ла дөрөҫ туҡланыу (күберәк үҫемлек майҙарына, балыҡҡа, йәшелсә, емеш-еләккә өҫтөнлөк биреү) һәм диета ярҙамында көйләй алаһығыҙ. Өсөнсө хәүефле шарт – тоҙ. Инсульт булмаһын өсөн уны ҡулланыуҙы ҡыҫҡартырға кәрәк. Көйләп була торған дүртенсе шарт – ҡан тамырҙары сирҙәренә, шул иҫәптән инсультҡа илтеүсе иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу. Бишенсеһе – тәмәке тартыу. Уның инсульт менән туранан-тура бәйлелеге иҫбатланған һәм быны һәр кем белә. Алтынсы шарт – хәҙерге заман сире – гиподинамия йәки аҙ хәрәкәтләнеү. Кеше көнөнә кәмендә 30 минут физик эш йәки физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнергә тейеш. Етенсеһе – ораль контрацептивтар. Ҡан баҫымы юғары булған ҡатын-ҡыҙҙарға 40 йәштән һуң был дарыуҙарҙы бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Инсультҡа илтеүсе һигеҙенсе шарт – шәкәр диабеты. Уның менән сирләүселәр даими табип күҙәтеүендә дауаланырға тейеш. Өҫтәмә шарттарға оҙайлы көсөргәнеш (стресс) кисереү һәм ыңғай хис-тойғоларҙың етмәүе лә инә. 2-3 шарттың бергә тура килеүе мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоу хәүефен бермә-бер арттыра.
Көйләп булмай торған шарттарға, тәү сиратта, кешенең йәше керә. 20 йәштән һуң йәшәлгән һәр ун йыл һайын мейе патологияһының барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы арта. Инсульт йылдан-йыл йәшәрә барыуға ҡарамаҫтан, ул оло кешеләргә хас күренеш булып ҡала. Көйләп булмай торған икенсе шарт – ҡан тамырҙары патологияһының нәҫелдән бирелеүе.
Беренсе билдәләр мейенең ҡайһы өлөшө зарарланыуына бәйле. Инсульт булғанда кешене өлөшләтә йәки тулы фалиж һуға, шулай уҡ бит, ҡул-аяҡтар ойой, ярты яҡ тән хәрәкәтһеҙ ҡала, һөйләшеү ҡыйынлаша, әйткәнде аңламай, башы әйләнә, атлау, нимәлер йотоу ауырлаша. Мейенең тулыһынса зарарланыуын көслө баш ауыртыуы, күңел болғаныу, күреү һәләте насара-
йыуы, аң томаланыуы, ҡайһы берҙә көҙән йыйырып өйәнәк тотоуы белдерә.
Әгәр үҙегеҙҙә йәки туғандарығыҙҙа ошо билдәләрҙе күрһәгеҙ, кисекмәҫтән "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Ғәҙәттә, кешеләр йөрәге сәнсһә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта бер яҡ бите йәки ҡулы ойоһа, әллә ни иғтибар бирмәй. Ә был күпселек осраҡта инсульттың тәүге билдәләренең береһе була. Инсульт булғанда 3-6 сәғәт арауығында медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Шул ваҡытта ғына табиптар сирленең ауыр эҙемтәләрһеҙ йүнәлеүен тәьмин итә ала.
Ҡан тамырҙары менән проблема барлығын һиҙһәгеҙ, терапевҡа йәки урындағы фельдшерға мөрәжәғәт итегеҙ. Профилактика сараларының мөһимлеген дә оноторға ярамай. Сөнки:
- тәмәке тартыуҙы ташлау инсульт хәүефен 40 процентҡа кәметә;
- ҡан баҫымын нормала тотоу инсульттарҙың 80 процентын иҫкәртә;
- тән ауырлығын кәметеү һәм холестеринһыҙ диетаға күсеү мейе ҡан әйләнеше боҙолоуын ике тапҡырға кәметә.
Сәләмәтлегегеҙгә битараф булмай, сирҙәрҙе ваҡытында профилактикалап һәм диагностика үтеү һеҙгә оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерергә мөмкинлек бирәсәк.