-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
3 Июль 2018, 11:48

Глаукома – ауыр сир

Глаукома ярайһы уҡ киң таралған һәм насар эҙемтәләргә килтереүсе күҙ ауырыуы. Уның менән сирләгәндә күҙ баҫымы арта, күреү һәләте кәмей. Глаукома – хроник сир, ике күҙгә лә тарала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауалап булмай торған сирҙәр иҫәбенә инә. Күпселектә 40 йәштән һуң сирләй башлайҙар.

Оҙаҡ ваҡыт глаукома үҙен бер нисек тә һиҙҙертмәй. Ул күҙ баҫымын үлсәгәндә, күҙлек һайлағанда офтальмологҡа мөрәжәғәт иткәндә асыҡлана. Дауалау һуңлап башланғанда күҙҙәрҙең күреү һәләтен тулыһынса кире ҡайтарыу мөмкинлеге юғала.

Глаукома диагнозын махсус тикшереү үткәргәндән һуң табип-офтальмолог ҡуя. Сирҙе дауалағанда күреү һәләтен һаҡлап ҡалыу һәм сирҙең артабанғы үҫешен туҡтатыу өсөн күҙ баҫымын төшөрөү – төп маҡсат. Глаукоманы дауалағанда яҡшы һөҙөмтәләргә сирҙең тәүге стадияларында ғына ирешергә мөмкин. Диагноз ҡуйылғандан һуң дауалау күҙ баҫымын төшөрөү өсөн күҙгә шыйыҡ дарыуҙар һалыуҙан башлана һәм быны ғүмер бу-йына эшләргә тура киләсәк! Әгәр ҙә бындай гипотензив ысул тейешле һөҙөмтә бирмәй икән, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында юғары технологиялар ҡулланып, бушлай хирургия дауалауы үткәрелә. Сир хроник характерҙа булғанға күрә, сирле йәшәү урынында офтальмологтың даими күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш.

Өҫтәлмә мәғлүмәтте 8(347) 286-53-03 телефонына шылтыратып белергә мөмкин.
Читайте нас: