-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
29 Ғинуар 2019, 12:26

Грипп – мәкерле сир

Вируслы киҫкен респиратор инфекция (ОРВИ) хәҙерге заманда ла проблема тыуҙыра. Был сир кешеләр һаулығына һәм бар донъя илдәренең иҡтисадына ҙур зыян килтерә. Грипп эпидемияһы ваҡытында халыҡтың 5 – 15 проценты сирләй. Шуларҙың яртыһын балалар тәшкил итә. Ҡағиҙә булараҡ, грипп һәм ОРВИ эпидемияһы һалҡын миҙгелдә башлана.

Вируслы киҫкен респиратор инфекция (ОРВИ) хәҙерге заманда ла проблема тыуҙыра. Был сир кешеләр һаулығына һәм бар донъя илдәренең иҡтисадына ҙур зыян килтерә. Грипп эпидемияһы ваҡытында халыҡтың 5 – 15 проценты сирләй. Шуларҙың яртыһын балалар тәшкил итә. Ҡағиҙә булараҡ, грипп һәм ОРВИ эпидемияһы һалҡын миҙгелдә башлана.

Вируслы киҫкен рес-пираторлы сирҙәр

ОРВИ – вирустар барлыҡҡа килтергән йоғошло сирҙәр төркөмө ул. Уларҙың уртаҡ һыҙаты – өҫкө тын юлдарын зарарлауы. Киң таралған вируслы киҫкен респираторлы сирҙәргә грипп, аденовируслы инфекция, парагрипп, реновируслы инфекция һәм башҡалар инә.

Йоғоу юлдары

Бөтә был төр сирҙәрҙең инфекция сығанағы - ауырыу кеше йәки вирус йөрөтөүсе. Инфекция һауа-тамсы юлы менән үҙ-ара һөйләшкәндә, йүткергән-сөскөргәндә, хатта тын алғанда ла йоғорға мөмкин. Вируслы сирҙең инкубация ваҡыты бик ҡыҫҡа: йоҡторғандан алып 12 – 48 сәғәт эсендә сирлелә клиник билдәләр барлыҡҡа килә.

Сирҙең билдәләре

Грипп булғанда кешенең хәле ҡапыл насарлана: беренсе тәүлектә үк юғары тән температураһы (38-40 градус), көслө баш ауыртыуы (маңлай өлөшөндә) күҙәтелә, тән ҡыйралып килә, мускулдар, һөйәктәр һыҙлай, күҙ ауырта. 2-3-сө тәүлектә тымау башлана, ҡоро йүтәл барлыҡҡа килә. Сирле үҙен бик насар тоя, түшәктә 3-7 көн ятырға мәжбүр була.

Гриптың эҙемтәләре

Гриптың насар эҙемтәләре бик күп. Ваҡытында дөрөҫ дауаламағанда үпкә шешеүе, ҡолаҡ елһенеүе, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһының зарарланыуы, бәләкәй балаларҙа – тамаҡтың елһенеүе булырға мөмкин. Мәкерле сир организмдың һаҡланыу көсөн бик тиҙ юҡҡа сығара, шуға күрә грипп балалар һәм өлкәндәр өсөн

айырыуса ҡурҡыныслы.

Һаҡланыу саралары

Вируслы киҫкен респираторлы инфекциянан иң ышаныслы махсус һаҡланыу сараһы – уға ҡаршы прививка эшләтеү. Уны эпидемия башланғанға тиклем 2 ай алдан яһатырға кәрәк. Беҙҙә вакцинаның сит илдәрҙә йәки үҙебеҙҙә эшләнгәне ҡулланыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән уның сос-тавы йыл һайын яңыртыла. Махсус булмаған һаҡланыу сараларынан организмдың сиргә ҡаршы тороусанлығын арттырыу өсөн А, С һәм В төркөмө витаминдарын, үҫемлек препараттары: элеутерококк экстракты, аралия, женшень төнәтмәһе тәҡдим ителә. Гриптан һаҡланыу өсөн дөйөм таҙалыҡты һәм шәхси гигиена талаптарын үтәү ҙур әһәмиәткә эйә. Вируслы сирҙәр таралған ваҡытта күмәк кеше ҡатнашҡан сараларға йөрөмәгеҙ.

Әгәр йортта сирле булһа:

- уны айырым бүлмәгә һалығыҙ;

- табипты өйгә саҡырығыҙ;

- сирлегә айырым һауыт-һаба бүлегеҙ;

- көн һуҙымында 5-6 тапҡыр йортто елләтегеҙ, дымлы сепрәк менән саңды һөртөгөҙ;

- сирленең таҫтамал, ҡулъяулыҡтарын ҡайнатып йәки йыуғандан һуң ике яҡтан да эҫе үтек менән үтекләп зарарһыҙландырығыҙ;

- сирлене тәрбиәләгәндә 4 ҡатлы марля битлеге кейегеҙ;

- ауырыуҙың аҙығы туҡлыҡлы, витаминдарға бай булырға тейеш, уға күберәк шыйыҡлыҡ эсерергә кәрәк.

Ғаиләлә кемдер сирләп китһә, ҡалғандар сирҙе иҫкәртеү маҡсатында медикаментоз препараттар ҡулланырға тейеш.


Читайте нас: