-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
21 Июль 2021, 14:10

ЕДК яңыса хисаплана

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 28 сентябрендәге “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ҡулланыусыларға йылытыу бу-йынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ысулын билдәләү тураһында” 479-сы ҡарарының 2-се пунктының өсөнсө абзацына ярашлы, йылытыу миҙгеле һигеҙ календарь айҙан тора, тип ҡабул ителгән. Шуға бәйле, һигеҙ айлыҡ йылытыу миҙгеле 2020 йылдың 1 сентябренән 2021 йылдың 30 апреленә тиклем тип билдәләнә.

ЕДК яңыса хисаплана
ЕДК яңыса хисаплана

Шуға бәйле, граждандарға торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар тәғәйенләгәндә 2021 йылдың 1 майынан башлап ике йылытыу миҙгеле араһындағы осорҙа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының төбәк стандарты ҡулланыла (стандарт БР Хөкүмәтенең 2020 йылдың 9 июлендәге “2020 йылға һәм 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр (артабан - ЖКУ) хаҡының республика стандарттары тураһында” 411-се ҡарары менән билдәләнгән).
Йылытыу осоронда ҡулланылған торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының төбәк стандарты менән сағыштырғанда был стандарттарҙың ҙур булмауын иҫәпкә алғанда, ике йылытыу осоро араһындағы субсидиялар кәмерәк буласаҡ, йәиһә ул бирелмәйәсәк (тейешле стандарттар һәм нормативтарҙан сығып хисаплап сығарғандан һуң, ғаиләнең тулайым килемендә ЖКУ өсөн сығымдары граждандар өсөн билдәләнгән максималь рөхсәт ителгән тиклемдән артмауы сәбәпле).
Шулай уҡ БР Хөкүмәтенең 2008 йылдың 29 декабрендәге (2020 йылдың 19 авгусындағы редакцияла) 466-сы ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың 1 сентябренән башлап льготалы категория граждандарына торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү сығымдары өсөн бирелеүсе айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) күләмен хисаплау тәртибе үҙгәрҙе.
ЕДК ҙурлығы ай һайын, торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр, ҡулланылған ЖКУ өсөн фактик түләнгән хаҡтан сығып (был мәғлүмәтте торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмалар бирә), автоматлаштырылған тәртиптә хисаплана, граждандар уға ғариза бирмәй.
Ике йылытыу осоро араһы етеү сәбәпле, 2021 йылдың 1 июненән ЕДК күләме лә кәмерәк буласаҡ. Атап әйткәндә, ЕДК алыусыға килгән ЖКУ түләү квитанцияһында майҙан авгусҡа тиклем “Йылытыу” тигән хеҙмәт юҡ икән, 2021 йылдың июленән октябренә тиклем льгота күләме лә кәмерәк буласаҡ, сөнки ЕДК ҙурлығын хисаплағанда уҙып киткән ике айҙағы ЖКУ түләүҙәре иҫәпкә алына.
Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында – РПГУ (http://gosuslugi.bashkortostan.ru/) социаль ярҙам сараларын тәғәйенләүҙе һорап электрон рәүештә ғариза биреү мөмкинлеге бар.
Беҙҙең филиал социаль ярҙам күрһәтеү һорауҙары буйынса граждандарҙы алдан яҙылып, дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесе йома, йома көндәрендә 8.30 сәғәттән 17.30 сәғәткә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 103-сө йортта, ә Республика Күп функциялы үҙәк ДАУ-ы Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71-се, Хоҙайбирҙин урамы, 83-сө йортта ҡабул итә.
П.НИКИТИН,
филиал директоры.

ЕДК яңыса хисаплана
ЕДК яңыса хисаплана
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: