-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
20 Август 2021, 11:19

Түлһеҙләндереү – берҙән-бер юл

Районда тәүге тапҡыр мобиль ветеринар пункт эшләне

Түлһеҙләндереү – берҙән-бер юл
Түлһеҙләндереү – берҙән-бер юл

Ике мобиль ветеринар пункт, йәки икенсе төрлө әйткәндә, “ветеринар сәләмәтлек поезы” Башҡортостан райондарында “йөнтәҫ пациенттарҙы” ҡабул итә. 9 августа мобиль пункт районға килде.
Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралағы проекты эт һәм бесәйҙәр һанын көйләү, урамдарҙа хужаһыҙ хайуандарҙың һанын кәметеү һәм осһоҙ хаҡҡа халыҡҡа ветеринар хеҙмәттәр күрһәтеү маҡсатында булдырылған.
Тәүҙә ветеринарҙар Имәндәш ауыл биләмәһендә эшләп, бер көн эсендә бесәй һәм эттәрҙе стерилләү һәм бестереү буйынса бер нисә операция уҙғарған. Артабан улар алдан ошондай уҡ хирургик операцияларға яҙылған Еҙем-Ҡаран һәм Ҡауарҙы ауыл биләмәләрен хеҙмәтләндерҙе. Бурлы, Табын һәм Аҡкүл ауыл биләмәләрендә эшләгәндән һуң, мобиль пункт Архангел районына юлланған. Районда эшләү ваҡытында унда ветстанцияның тәжрибәле белгестәре – ветеринарҙар Марина Трофимова һәм ветеринар фельдшер Эльвира Муллашева пациенттарҙы ҡабул итһә, ауылдарҙа ветеринарҙар ҙа ярҙам күрһәткән.
Ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов әйтеүенсә, стерилләү ярҙамында үрсегәндән һуң тораҡ пункттар урамдарын төйәк итеүсән йорт хайуандары һанын контролдә тоторға мөмкин. Баш ветеринар табип уларҙың берәҙәккә әйләнеүендә күпселек осраҡта кешеләрҙең ғәйепле булыуын да әйтте. Хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн һәр беребеҙгә яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға кәрәк, тине ул. Ветеринарҙар йорт хайуандарын ҡабул иткәндә тәүҙә уларҙы теркәгән, тикшереү уҙғарғандан һуң хужаларҙы ҡыҙыҡһындырған төрлө сирҙәр, тәрбиәләү үҙенсәлектәре һәм башҡалар тураһындағы һорауҙарға яуап биргән. Йорт хайуандары хужалары заявкалары буйынса хирург Мария Викторовна һәм уның ярҙамсыһы Эльвира Сәлих ҡыҙы стерилләү йәки бестереү операцияларын башҡарған.
Күсмә ветеринар пункт эшләгән осорҙа был төр ветеринар хеҙмәттәргә ташламалы хаҡ билдәләнгән булған: эттәрҙе түлһеҙләндереү элекке 2300 һум урынына 1080 һум торһа, бесәйҙәрҙе стерилизациялау 1500 һум урынына - 800 һум, арлан эт һәм бесәйҙәрҙе бесеү ни бары 500 һум булған.
- Йорт хайуандарының ишәйеү проблемаһын булдырмауҙың иң ябай ысулы – уларҙы түлһеҙләндереү. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ни бары 5-6 йыл эсендә бер пар эт һәм уларҙың тоҡомо, кешеләргә бихисап
проблемалар тыуҙырып, 50 мең үрсем килтерергә һәләтле, - ти Ф.Зәйнетдинов.
Ринат ҠӘЙҮМОВ.

Түлһеҙләндереү – берҙән-бер юл
Түлһеҙләндереү – берҙән-бер юл
Түлһеҙләндереү – берҙән-бер юл
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: