-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
15 Июль 2022, 11:35

Һаҡланғандар имен булыр

Йәй – кешеләрҙең күпләп тәбиғәткә сығыу, ял итеү осоро. Ул матур хәтирәләр генә ҡалдырһын өсөн тәбиғәт күренештәрендә үҙеңде дөрөҫ тотоу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында аңлатып үтке килә.

Һаҡланғандар имен булыр
Һаҡланғандар имен булыр

Йәшендән йәшен

Йәшенгә тиклем һаҡлыҡ
Өйҙән сығып китер, бигерәк тә тәбиғәт ҡосағына юлланыр алдынан булаһы һауа торошон белешегеҙ.
Йәшен була тиһәләр, сәфәрегеҙҙе башҡа ваҡытҡа күсерергә тырышығыҙ.
Йәшен болоттарын күреп ҡалһағыҙ, уның яҡынса алыҫлығын, яҡынаямы, алыҫлашамы икәнен билдәләгеҙ.
Яҡтылыҡ тиҙлеге ғәйәт ҙур (300000 км/с) булғанлыҡтан, йәшен ялтлауын беҙ шундуҡ күрәбеҙ. Ә күк күкрәү тауышы йәшендең алыҫлығынан һәм тауыш тиҙлегенән (340 м/с тирәһе) сығып билдәләнә.
Йәшен ялтлауы менән күк күкрәү тауышы араһы оҙая бара икән, тимәк, йәшен болото һеҙҙән алыҫлаша, тауыш тиҙерәк ишетелһә, яҡыная тигән һүҙ.
Йәшен ваҡытында
Был саҡта һеҙ ауыл ерендә булһағыҙ, тәҙрә, ишектәрҙе, мөрйә һәм елләтеү тишектәрен ябығыҙ. Мейескә яҡмағыҙ, сөнки мөрйәнән сыҡҡан эҫе газдың ҡаршылығы бик түбән була. Телефондан һөйләшмәгеҙ: йәшен ҡайһы саҡ бағаналарға һуҙылған сымдарға тейә. Кеҫә телефонынан да һөйләшмәҫкә тырышығыҙ (экстрен шылтыратыуҙарҙан башҡа).
Йәшен ваҡытында электр үткәргестәргә, йәшен ҡайтарғысҡа, ҡыйыҡтың һыу аҡҡысына, антеннаға яҡын килмәгеҙ, тәҙрә эргәһендә тормағыҙ, телевизор, радио һәм башҡа электр көнкүреш приборҙарын ҡабыҙмағыҙ.
Әгәр урманда булһағыҙ, урмандың тәпәш ағаслы тирәһенә йәшенегеҙ. Бейек ағастар, бигерәк тә ҡарағай, имән һәм тирәк аҫтына килмәгеҙ.
Һыу, яр буйында икәнһегеҙ, ярҙан ситкә китегеҙ, ҡалҡыу урындан түбәнгәрәк күсегеҙ.
Болонда, баҫыуҙа булһағыҙ, ергә һуҙылып ятмағыҙ (былай иткәндә электр тогына бөтә тән ҡуйыла), ә соҡорҙа, йырында, башҡа тәбиғи уйпатта тубыҡтарығыҙҙы ҡосоп, сүкәйеп ултырығыҙ.
Әгәр йәшен һеҙ спорт менән шөғөлләнгәндә башланһа, күнекмәне туҡтатығыҙ. Металл әйберҙәрҙе (мотоцикл, велосипед һ. б. ) ситкә ҡуйығыҙ, үҙегеҙ уларҙан 20-30 метрға ситкә китегеҙ.
Автомобилдә барғанда йәшенгә тап булһағыҙ, унан сыҡмағыҙ, тик тәҙрәләрҙе ябығыҙ һәм радиоалғыстың антеннаһын төшөрөгөҙ.

Ҡояш һуҡһа, эҫе ҡапһа...

Ныҡ эҫе көндә генә түгел, мунсала, саунала, эҫе цехта, транспортта һ. б. шарттарҙа ла кешегә эҫе ҡабыуы мөмкин. Ҡояш һуғыуы иһә - эҫе ҡабыуҙың бер төрө, ул ҡояш нурҙарының туранан-тура тәьҫиренән була. Артыҡ ҡыҙыу баш ҡан тамырҙарын киңәйтеп, был тирәгә ҡан артыҡ күп килә.
Эҫе ҡабыуҙың билдәләре:
- Хәлһеҙлек, баш ауыртыуы көсәйә бара;
- Аш һеңдереү системаһының эше боҙола;
- Тән тиреһе күгәреп тора;
- Ныҡ тирләтә;
- Пульс йышая һәм насар беленә.
Тәүге ярҙам. Эҫе ҡабыу һәм ҡояш һуғыуҙың беренсе билдәләрендә үк табип саҡыртығыҙ.
Табип килгәнсе зыян күргән кешене һалҡынса бүлмәгә йәки күләгәгә һалығыҙ, ҡыҫып торған кейемен систерегеҙ. Башына, муйын тирәһенә, ҡултыҡ аҫтына һәм эс тирәһенә боҙло (һыулы) һауыт ҡуйығыҙ, еүеш простыня менән урағыҙ, күп итеп эсергә (тоҙлораҡ һалҡын һыу, һалҡын сәй, кофе) бирегеҙ. Тын алып ебәрһен өсөн йөҙөнә һалҡын һыуға манылған таҫтамал (яулыҡ) менән еңелсә һуҡҡылағыҙ, нашатыр спирты, кислород еҫкәтегеҙ, тәнен ыуығыҙ. Табип килеп еткәнсе бер балғалаҡ кордиамин, 1-2 ампула 10 процентлы кофеин иретмәһе эсерегеҙ.
Тын алыуы ауырлашһа, йәки бөтөнләй туҡтаһа, яһалма һулыш алыу эшләгеҙ.

Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Йәйге эҫе көндәр етеү менән бар халыҡ һыу ятҡылыҡтарына ынтыла.
Һыу буйында ял итеүҙең күңелле ваҡыт үткәреү икәнлеге билдәле. Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим: һыу менән бик күп бәхетһеҙлек осраҡтары бәйле. Уларҙың күбеһе ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау эҙемтәһе булып тора.
Ял итеү күңелһеҙ хәлдәр менән тамамланмаһын өсөн, һыуҙа үҙеңде тотоуҙың төп ҡағиҙәләрен белергә кәрәк.
Һыу инеү рәсми пляждарҙа ғына рөхсәт ителә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының 74-се янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте йылға-күлдәрҙә түбәндәге хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә саҡыра:
- махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ;
- таныш булмаған урындарҙа суммағыҙ;
- ҡалҡыуыстарҙың аръяғына йөҙөп инергә ярамай;
- судно юлына сыҡмағыҙ һәм судноларға яҡын бармағыҙ;
- өрөп тултырмалы матрастарҙа йәки камераларҙа йөҙмәгеҙ;
- төҙөк булмаған йөҙөү сараларын файҙаланмағыҙ;
- эскән килеш һыу инмәгеҙ.
- һаҙлыҡлы, шулай уҡ сайлы урындарҙа һыу инмәҫкә;
- һәйбәт йөҙгән осраҡта ла йөҙгөстәргә генә ышанып ярҙан йыраҡ китергә ярамай, уларҙың төҙөк булмауы ихтимал;
- кәмәгә йәбешмәгеҙ, навигация ҡоролмаларына менмәгеҙ;
- көслө ел ваҡытында һыу инмәгеҙ;
- көслө ағымға эләккән осраҡта ағымға ҡаршы йөҙмәгеҙ, киреһенсә, ағым ыңғайына йөҙөп ярға яҡынларға тырышығыҙ;
- һыу өйөрмәһенә эләккәндә инде, һыу аҫтына сумығыҙ һәм киҫкен генә ситкә боролоғоҙ;
- көҙән йыйырғанда арҡағыҙға ятып ярға табан йөҙөгөҙ һәм көҙән йыйырған урынды ыуырға тырышығыҙ. Ярҙамға саҡырыуҙан тартынмағыҙ.
Һыуға батҡанда ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре:
1. ”Ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ.
2. Зыян күреүсене йөҙөн аҫҡа ҡаратып әйләндерегеҙ, башын таз һөйәгенән аҫҡараҡ төшөрөгөҙ.
3. Ауыҙ ҡыуышлығын таҙартығыҙ.
4. Киҫкен генә тел төбөнә баҫығыҙ.
5. Зыян күреүсе йүткереп ҡоҫа башлаһа, һыуҙы тын юлы һәм ашҡаҙандан тулыһынса сығарып бөтөрөргә тырышығыҙ.
6. Пульс булмағанда уны тиҙ генә арҡаһына әйләндереп һалырға һәм яһалма тын алдырырға, йөрәккә массаж эшләргә. Зыян күреүсе үҙаллы тын ала башлау менән йөҙө менән аҫҡа ҡаратып һалырға һәм үпкә менән ашҡаҙандағы һыуҙы сығарырға.
01 йәки 112 телефондары буйынса ярҙамға ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға онотмағыҙ.

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының 12 июлгә мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән. Статистика хәүефле - уларҙың барыһы ла йыһазландырылмаған пляждарҙа һәләк булған.

Вадим Отмахов,
74-се янғын часы начальнигы.

Һаҡланғандар имен булыр
Һаҡланғандар имен булыр
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: