

Алмағас сорттарын шартлы рәүештә өс төркөмгә бүләләр:
йәйге (иртә өлгөрә торған), көҙгө (уртаса өлгөрөүсе), ҡышҡы (һуң өлгөрөүсе).
Йәйге сорттарҙың күпселегенең емештәре ваҡ була, тиҙ боҙолалар һәм ныҡ ҡойолалар (Терентьевка, Китайка, Золотая ранняя, Солнцедар).
Йәйге сорт алмағастарҙың ошоларын үҫтерергә тәҡдим итәм:
Серебряное копытце. Сорт ҡышҡа сыҙам, сатыры бейек түгел, ләкин киң, емештәрен йыйыуға еңел, улар августың икенсе ун көнлөгөндә өлгөрә башлай һәм бер ай тирәһе ботаҡтарында ныҡлы торалар. Алмалары матур, тәмле, 70-90 г тирәһе ауырлыҡта.
Мечтательница. Был сорт ҡайһы бер күрһәткестәре буйынса алдағынан да яҡшыраҡ. Емештәре эре, 80-120 г, төҫө аҡ, ал-ҡыҙыл булып аллана, тәме артыҡ әсе лә, татлы ла түгел, уртаса (балансированный). Емештәре август уртаһынан өлгөрә.
Конфетное. Бәләкәй баҡсаларҙа үҫтереүгә ҡулай, сөнки емештәрен ҡулланыу осоро 3-3,5 ай бара. Ул йәйге-көҙгө сорт булып тора. Емештәре август уртаһынан тигеҙһеҙ рәүештә өлгөрә башлай, бөтөнөһө сентябрь аҙағына өлгөрөп етә, сентябрь уртаһында өлгөрөп етмәгән емештәрен йыйып һаҡлауға һалһаң, тағы ике ай тирәһе һаҡлана. Емештәре 90-100 г тарта, татлы, әсеһе юҡ, ағаста ярайһы ныҡлы эленеп торалар. Беҙҙең зонала ҡышҡа сыҙамлығы уртасанан юғарыраҡ.
Һуң өлгөрөүсе йәйге ике сорт – Белый налив менән Папировка. Тәүгеһенең тәме балансланған (артыҡ әсе лә, артыҡ татлы ла түгел), икенсеһе – сөсө-татлы. Етешһеҙлектәре – ҡышҡа сыҙам түгелдәр, елдән ышыҡ, йылы урындарҙа ғына емеш бирәләр.
Көҙгө сорттар
Көҙгө сорттар ғәҙәттә эрерәк тә, тәмлерәк тә, сортына ҡарап, 2-5 ай һаҡланалар. Уларҙы һаҡлауға өлгөрөп етмәгән килеш, орлоҡтары яртылаш көрән төҫкә еткәс, һалалар. Иң уңышлы сорттар:
Уральское наливное – ҡышҡа ныҡ сыҙам иртә өлгөрөүсән сорт. Алмалары сентябрҙә өлгөрә, сентябрь аҙағында һаҡлауға һалһаң, бер ай һаҡлана, йәғни ҡулланыу ваҡыты ике ай тәшкил итә. Алмалары ваҡ, 30-40 г, һары төҫтә, әскелт-татлы, бик тәмле. Ағас дүртенсе, ҡайһы ваҡыт өсөнсө йылда емеш бирә башлай. Уңышы күп, ҡойолоусанлығы уртаса. Был иң ышаныслы сорт тиһәң дә була: ҡаты ҡыштарҙан һуң да емеш бирә.
Башкирский изумруд – Уральское наливное сортын ҡулланып сығарылған, уның иң яҡшы күрһәткестәрен алған. Емештәре сентябрь аҙағында өлгөрә һәм, ҡабығы ҡалын булғанлыҡтан, ғинуарға тиклем һәйбәт һаҡлана. Емештәре 60-80 г, һары, әскелт-татлы.
Башкирский красавец – республикала иң таралған сорт. Ҡышҡа сыҙам, һәйбәт формалашҡан сатырлы, алмалары эре, 100-140 г тарта, ҡыҙыл төҫтәге һыҙат-һыҙат булып аллана, тәме әскелт-татлы, һәйбәт, августың өсөнсө ун көнлөгөнән тигеҙһеҙ өлгөрә башлап, ғинуар аҙағына тиклем һаҡлана. Ләкин был сорттың һиҙелерлек етешһеҙлеге бар – ныҡ ҡойола (ҡайһы саҡ 50 %-ҡа етә). Юғалтыуға юл ҡуймаҫ өсөн һаҡлауға бер нисә срокта, өлгөрөп етмәгән килеш йыялар.
Феникс алтайский – ҡышҡа ныҡ сыҙам, ныҡлы һәм матур сатырлы сорт. Емештәре 70-80 г, һары, әсе-татлы, сентябрь башында өлгөрә, ғинуарға тиклем һаҡлана, ағас таҙы (парша) менән зарарланмай, ҡойолоп бармай. Был сорт иң ҡырыҫ шарттарҙа ла емеш бирә ала.
Ҡышҡы сорттар
Ҡышҡы сорттар ғәҙәттә эре, оҙаҡ һаҡланыусан емештәр бирә. Ҡышҡы сорт алмаларҙы өлгөрөп етмәгән килеш, орлоҡтары көрән төҫкә ингәс, йыйырға кәрәк. Сентябрь аҙағында (10 октябрҙән дә һуңға ҡалмай) ағастан барлыҡ емештәрен йыйып алырға кәрәк, юғиһә ағас ҡышҡа әҙерләнеп өлгөрә алмай һәм һыуыҡтан һәләк булырға мөмкин. Һаҡлау барышында өлгөрөп етмәгән емештәр әкренләп бешә, тәме яҡшыра һәм был сортҡа хас төҫ барлыҡҡа килә.
Беҙҙең зона өсөн иң ҡулай сорттарҙың характеристикаһы
Бузовьязовское. Ҡышҡа сыҙамлығы уртасанан юғары, емештәре эре, 100-120 г тарта, һарғылт-ҡыҙыл булып аллана, әсе-татлы, хуш еҫле, бик тәмле. Мартҡа тиклем һаҡлана. Емештәре ныҡ ҡойолмай. Тик бер етешһеҙлеге бар: ботаҡтары көсһөҙөрәк, емештәренең ауырлығынан һынырға мөмкин, шуға емештәр өлгөрә башлауға ботаҡтарға терәү ҡуйырға кәрәк.
Бельфлер башкирский. Ҡышҡа сыҙамлығы уртасанан юғары, емештәре 140 г тирәһе, ҡуйы ҡыҙыл булып аллана, әскелтһеҙ татлы, сентябрь уртаһынан өлгөрә башлай, мартҡа тиклем һаҡлана. Төп етешһеҙлеге – өлгөрөп етеү аҙағына ныҡ ҡойола, шуға күрә уларҙы үҙ ваҡытында, бер нисә срокта йыйып алырға кәрәк.
Сеянец титовки. Ҡышҡа сыҙамлығы уртасанан юғары, емештәре 90-140 г, ҡуңырыраҡ булып аллана, әскелт-татлы, апрелгә тиклем һаҡлана. Ныҡ ҡойолмай. Етешһеҙлеге: емештәрҙең бер ни тиклеме ағасында һулый.
Башкирское зимнее. Ҡышҡа сыҙам сорт, ағас таҙына бирешмәй, һәйбәт формалашҡан сатырлы, емештәре 140 г, йәшкелт, буй-буй ҡыҙыл булып аллана, әскелт-татлы, тәме тәмле. Емештәре сентябрь аҙағында берҙәм өлгөрә, майға тиклем һаҡлана.
Первоуральское. Ҡышҡа сыҙам сорт, сатыры ныҡлы, һәйбәт формалашҡан. Дүртенсе йылға емеш бирә башлай, емештәре 90-120 г, һарғылт-ҡыҙыл, әскелт-татлы, бик яҡшы тәмле һәм нескә хуш еҫле, ағас таҙы менән зарарланмай, май аҙағынаса һаҡлана.
Северный синап. Урта һыҙат сорты, беҙҙең зонала ҡышҡа сыҙамлығы уртаса. Был сорттың төп өҫтөнлөгө – емештәре яҡшы һаҡлана, тәмен юғалтмайса авгусҡа тиклем һаҡлана ала. Алмалар 90-120 г массалы, йәшел төҫтә, ҡуңырыраҡ булып аллана, һаҡлауҙа ятҡанда үҙе һарыға, алланыуы – әфлисун төҫөнә әйләнә, тәме апрелгә тиклем тәмләнә генә бара, аҙаҡ тотороҡло рәүештә шул килеш ҡала.