+15 °С
Ясно
Антитеррор
Белгес аңлата
24 Сентября , 11:45

Үпкәләрҙе һаҡлау кәрәк

Сентябрҙең 21-енән 27-һенә тиклем үпкә сәләмәтлеген һаҡлау аҙналығы үтә. Тын алыу ағзаларының торошо хаҡында йүткерә, тын ҡыҫа башлағас, йәки ғәҙәти физик көсөргәнеш тә ныҡ ауыр тойола башлағас, иҫкә төшөрәбеҙ. Ләкин үпкәләрҙең сәләмәтлеге көн һайын осраған нәмәләргә лә ныҡ бәйле.

Үпкәләрҙе һаҡлау кәрәкҮпкәләрҙе һаҡлау кәрәк
Үпкәләрҙе һаҡлау кәрәк

Үпкә нормаль эшләһен өсөн иң тәүҙә таҙа һауа кәрәк. Һулыш системаһы аша тән барлыҡ ағзаларға кәрәкле кислород ала, ә углекислый газ тышҡа сығарыла. Тын юлдары шулай уҡ һаҡлаусы ла – саң һәм башҡа бысраҡ киҫәксәләрен тотоп ҡалалар. Шуның өсөн төтөн һәм башҡа зарарлы матдәләрҙең даими тәьҫир итеүе үпкәләргә өҫтәмә ауырлыҡ тыуҙыра.

Тәмәке тартҡанда нимәләр була

Тәмәке төтөнөндә бик күп ағыулаусы матдәләр бар. Тәмәке тартҡан ваҡытта улар туп-тура тын юлдарына эләгеп, уларҙы зарарлай, тотош тын алыу системаһын нормаль эшләтмәй.

Тәмәке тартыу - үпкәләрҙең хроник сирҙәрен: хроник обструктив үпкә ауырыуын, шулай уҡ үпкә рагын, тыуҙырыусы хәүеф факторҙарының береһе. Был үҙгәрештәр яйлап ҡына үҫешеп, оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙермәҫкә мөмкин. Шуға күрә даими йүткереү, тын ҡыҫыуы, һыҙғыртып тын алыу йәки сыҙамлылыҡтың ғәҙәттәгенән насарайыуын “тәмәке тартыусының ҡәҙимге йүткереүе” тиеберәк ҡарарға ярамай. Был билдәләр тиҙ генә үтмәй икән, табипҡа күренеп, сәбәптәрен асыҡларға кәрәк.

Тартмаусы һулаған төтөн

Тәмәке тартыу тәмәкесегә генә йоғонто яһамай. Тәмәке тартыусы янындағы кеше лә был төтөндө һулай.

Икенсел тәмәке төтөнө өсөн тәьҫир итеүҙең хәүефһеҙ кимәле булмай. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм йоғошло ауырыуҙарға, үпкә рагының үҫешенә килтерә.

Тәмәке төтөнөнән айырыуса балаларҙы һаҡларға кәрәк. Бының өсөн фатирҙа, автомобилдә, ябыҡ верандала йәки балалар һәм тәмәке тартмаусы өлкәндәр булған башҡа биналарҙа тартырға кәрәкмәй.

Вейп – ул боҫ ҡына түгел

Электрон тәмәке иң зыянһыҙ төр тип күрелә, сөнки уларҙың ғәҙәти төтөнө юҡ. Ә асылда кеше һыуҙың боҫон түгел, ә шыйыҡса йылынғанда барлыҡҡа килеүсе аэрозолде һулай. Унда никотин, хуш еҫ биреүсе һәм башҡа химик матдәләр була. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вейптарҙы сәләмәтлеккә, айырыуса балалар һәм үҫмерҙәрҙекенә янай, тип ҡарай. Никотинһыҙ тип белдерелгән ҡайһы бер прордукттарҙа ла әҙ генә миҡдарҙа никотин була ала.

Шуға ла “никотинһыҙ”, “еңел тәмле”, “хуш еҫләндерелгән” тигән яҙыуҙар был продукт үпкә өсөн зыянһыҙ тигәнде аңлатмай. Тәмәкене йылытыусы системаларға ла ҡағыла был. Уларҙа тәмәке ғәҙәти сигареттағы һымаҡ янмай, ләкин йылытҡанда никотины һәм ағыулы химик матдәләре булған аэрозоль барлыҡҡа килә. Бындай продукттар сигареттарға хәүефһеҙ алмаш түгел.

Башҡортостан статистикаһы нимә күрһәтә

Республикала йәшәүселәрҙе профилактик ҡарауҙар һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, тәмәке тартыу киң таралған хәүеф факторы булып ҡала әле. 2026 йылдың ғинуар – авгусында ҡаралыу үткән 86556 кешенең 6,9 процентының тәмәке тартыуы асыҡланған. Тәмәке тартыу тураһында насар ғәҙәр тип кенә түгел, ә тын алыу ағзаларына туранан-тура йоғонто яһаусы фактор булараҡ та даими һөйләүҙең һәм профилактика эшен дауам итеүҙең уғата мөһим икәнен күрһәтә был һандар.

Ниндәй ҡаралыуҙар үпкәләрҙе тикшерергә ярҙам итә

Үпкә сәләмәтлеген хәстәрләү – тәмәке тартыуҙан баш тартыу ғына түгел, ә профилактик ҡаралыуҙарҙы ҡалдырмау ҙа ул.

Диспансерлаштырыуҙың беренсе этабы ваҡытында үпкәләргә флюорография үткәрелә. Ул күкрәк ситлеге ағзаларын һүрәткә төшөрөп, артабан баһалауҙы талап иткән үҙгәрештәрҙе асыҡлай.

Күрһәтмәләр булһа, диспансерлаштырыуҙың икенсе этабында өҫтәмә тикшереүҙәр – мәҫәлән, спирометрия һәм үпкә томографияһы - уҙғарылырға мөкин. Спирометрия тышҡы һулау функцияһын баһалай һәм тын юлдары буйлап һауаның ни ҡәҙәр иркен үтеп йөрөүен асыҡлай. Компьютер томографияһы күкрәк ситлеге ағзалары ҡатламдарының һүрәтен бирә һәм табипҡа үпкә туҡымаларының торошон ентеклерәк ҡарарға ярҙам итә.

Сәләмәтлек үҙәктәрендә һулау функцияһын тикшерергә һәм тәмәке тартыу эҙемтәләрен баһаларға була. Бында спирометрия уҙғарыла һәм смокелайзер – һулап сығарылған һауала һөрөм газының күпме булыуы асыҡлаусы прибор - ҡулланыла. Бындай тест тәмәке тартыуҙың организмға йоғонтоһон асыҡ күрһәтә, тәмәкенән баш тартыу хаҡында уйланырға этәрә.

Артабан тикшерелеү кәрәкме-юҡмы икәнен медицина хеҙмәткәре пациенттың ялыуҙарынан, хәүеф факторынан, уҙғарылған тикшереүҙәр һәм анкета һөҙөмтәләренән сығып билдәләй.

Профилактика табип бүлмәһенән башланмай

Үпкә сәләмәтлеген һаҡлау  өсөн ҡатмарлы ҡағиҙәләрҙең кәрәге юҡ. Тәү сиратта тәмәке тартыуҙан баш тартырға йәки быны үҙең булдыра алмаһаң, медицина ярҙамы һорарға кәрәк. Вейптар һәм тәмәкене йылытыусы системалар сигаретҡа хәүефһеҙ алмаш тип иҫәпләргә ярамай.

Башҡа кешеләр, айырыуса балалар янында тартмау, уларҙы тәмәке төтөнө йәки аэрозоль йоғонтоһона дусар итмәү бик мөһим.

Һәм ниһайәт, үҙеңдең һулыш алыуыңа иғтибар итергә кәрәк. Оҙайлы йүтәл, тын ҡыҫыуы, һыҙғыртып тын алыу, һауа етмәгәндәй тойолоуы йәки сыҙамлылыҡтың һиҙелеп кәмеүе – табипҡа күренеү, үҙ поликлиникаңда диспансерлаштырыуға яҙылыу өсөн етди сәбәп.

Сәләмәт үпкәләр көн һайын айырым иғтибар талап итмәй –иң тәүҙә уларға эшләргә ҡамасауламаҫҡа кәрәк. Бында иң мөһим аҙым – уларҙы тәмәке төтөнө йоғонтоһона дусар итмәү.

Үпкәләрҙе һаҡлау кәрәк
Үпкәләрҙе һаҡлау кәрәк
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас