7 майҙа Талбазы ауылында Ғафури һәм Ауырғазы райондарынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар араһында фекер алышыуҙар (дебаттар) ойошторолдо. Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһының 3 июндә үтәсәк праймеризға (алдан тауыш биреү) әҙерлек сиктәрендә уҙғарылды.
Фекер алышыуҙарҙа ҡатнашҡан 11 кандидат был көндө ауыл хужалығы сәнәғәте үҫеше, экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаларына сығыш яһаны. Дебаттар 3 өлөштән торҙо: тәүҙә кандидаттар ошо темаға үҙ ҡарашын белдерҙе, икенсе өлөштә башҡа кандидаттарҙың ышаныс төркөмөндәгеләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, һуңынан һәр кем ҡыҫҡаса һығымта яһаны. Ауыл хужалығы темаһы буйынса 6 кандидат – Р.Р.Борханов, З.Р.Заһиҙуллина, О.О.Иванова, Ә.М.Ишемғолов, Р.Р.Ишмөхәмәтов, А.И.Үтәгәнова һүҙ тотто. Улар был өлкәләге проблемаларға, уларҙы хәл итеү юлдарына туҡталды. Һуңғы йылдарҙа хөкүмәт тарафынан ер кешеһенә иғтибарҙың артыуы, фермерҙарға субси-диялар, ташламалы кредиттар, кооперативтар төҙөү мөмкинлеге, шәхси хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ауыл хужалығына йәш белгестәрҙе йәлеп итеү һәм башҡалар тураһында эшлекле һөйләшеү барҙы.
Экология темаһына арналған фекер алышыуҙа 5 кандидат – С.О.Афанасьев, Ф.Ә.Йәнешева, В.А.Безовчук, А.А.Рафиҡов, А.Р.Йәнешев ҡатнашты. Был фекер алышыуҙа ла һәр ваҡытта актуаль булған тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. Эсәр һыуҙы, һулар һауаны, тәбиғәтте бысратыуға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының дөрөҫ утилләштерелмәүе, халыҡтың экологик белеме булмауы сәбәпсе тине улар. Сүп-сарҙы айырып йыйыу, урындарҙа уны сортҡа айырыу йәки икенсел эшкәртеү комбинаттары булдырыу, балаларға экологик белемде балалар баҡсаһында уҡ биреү, тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, парктарҙы, баҡсаларҙы йәшелләндереү, йылға ярҙарын ағастар ултыртып нығытыу һәм башҡалар күп проблемаларҙы хәл итер ине тип билдәләне кандидаттар.
Дөйөм алғанда фекер алышыуҙар эшлекле шарттарҙа үтте, кандидаттарҙың программаһын, төрлө проблемаларға ҡарашын асыҡларға булышлыҡ итте, сәйәсәттә тәүге аҙымдарын яһаған йәш кандидаттарға ҙур тәжрибә мәктәбе лә булды.