-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Илһамлы булмыш, яҡты яҙмыш эйәһе

Әкиәттәрҙә героиняға ауыр саҡта килеп ярҙам ҡулы һуҙыусы персонаж тылсымсы була. “Крестная” тиҙәр урыҫса, беҙҙеңсә тиңдәш кенә тәржемәһе юҡ, буғай, бер ни тиклем “ҡиәмәтлек инәй” төшөнсәһе менән тап килһә-киләлер. Әммә атамаһы юҡлыҡ ҡына беҙҙең яҙмыштарҙа шундай кешеләр осрамай тормауын инҡар итә алмай. Мәҫәлән, минең яҙмышымда, атап әйтһәң, әҙәби яҙмышымда тап шул “крестная” тип атарлыҡ кеше - Гөлнур апай Яҡупова булды.

Сираттағы “Өмөтлө ҡәләм” конкурсының йомғаҡлау кисәһенән һуң тартынып ҡына уҡырға биреп ебәргән әҫәремә яуап итеп “һин - прозаик” тип ҡанатландырғыс һүҙҙәр яҙылған хат килеп төшөүе, хикәйәмдең төп әҙәби журнал - “Ағиҙел”дә баҫылып сығыуы һәм шул йылда уҡ “Йәштәр тауышы” серияһында китап булып донъя күреүе – был бәхетле мәлдәрҙең сығанағы - Гөлнур апайҙың изге йөрәге ине. Артабан, БДУ-ға уҡырға кергәс, контроль, курс һәм диплом кеүек фәнни-тикшереү эштәрем өсөн яҙыусы яҡташымдың әҫәрҙәре төп “ем” булды. “Г.Яҡупова прозаһында ҡатын-ҡыҙ образы”, “Йыртҡыс ҡаны” повесының тел-стиль үҙенсәлектәре”, “Ҡатындар” трилогияһы миҫалында башҡорт донъя тел картинаһы”... Был эштәр фәнни йыйынтыҡтарҙа өлөшләтә баҫылды һәм киләһе быуын студенттары өсөн дә уйланыу, эҙләнеү һәм әҫәрләнеү өсөн материал булып хеҙмәт итер, тигән өмөттәмен.

Бынан ун йыл элек, шағирәнең алтмыш йәшлек юбилейына бағышланған мәҡәләмдә, Гөлнур апайҙың ижадын, атап әйткәндә, прозаһын барлағанда, бындай фекер яҙғанмын: “...әҫәрҙәрен, мәҫәлән, “Йыртҡыс ҡанын” повесть тип нарыҡлап, үҙ талантының мөмкинлегенә яһалма кәртә ҡормай микән? Тема, сюжет киңлеге, геройҙарҙың апаруҡ тулы һүрәтләнгән яҙмышы... Минеңсә, әҫәрҙе роман кимәленә тик-лем ҙурайтыу һис артыҡ булмаҫ ине.” Ваҡыт шуны күрһәтте - Гөлнур Миҙхәт ҡыҙының ижад ҡеүәһенә булған өмөтөм тулыһынса аҡланды – апайыбыҙ хәҙер әҙәбиәтебеҙҙә күренеш булараҡ баһаланған трилогия авторы булып танылды. Китап сыҡҡан йылда ғына курсташтарымдан өсәү диплом темаһы итеп тап шул әҫәрҙе һайлауы, төрлө кимәлдәге уҡыусылар менән уҙғарылған осрашыуҙар, “йылдың иң уҡымлы китабы” тип танылыуы, күп һанлы мөрәжәғәттәр сәбәпле өҫтәлмә тираждар сығарылыуы – былар барыһы ла күңелемдә яҙыусы апайым өсөн ихлас шатлыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Ә балалар өсөн яҙған китаптары, уларҙың ижади ҡеүәһен үҫтереү өсөн һалған хеҙмәте һуң?! “Өмөтлө ҡәләм”дең генә лә 15 йылдан ашыу тарихы бар, үҙе бер үҫмер ғүмере лә баһа. Нәфис, нәзәкәтле шиғриәтенә иһә ниндәйҙер баһа бирергә үҙ кимәлемде лайыҡлы күрмәйем. Мос-тай Кәрим үҙе Г.Яҡупова поэзияһын айырым ғаләмгә тиңләгән икән, шунан да артыҡ ниндәй һүҙ әйтеп була?! Шулай ҙа бер заман күп шәхестәрҙең юғары баһалары монография булып та етешер, дәүләт наградалары менән дә билдәләнер тип ышанғы килә.

“Матур ҡартайыу” тигән төшөнсә бар беҙҙең халыҡта. Етмеште, бәлки, ҡартлыҡ рәтенә ҡуйырға мөмкиндер. Ләкин, Гөлнур апайға ҡарап, юбилей һандарына ышанып булмай. Ул һаман да һоҡланғыс, һоҡландырғыс, матур, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ, апай булып ҡала. Йәшлектә Аллаһы Тәғәлә һәм атай-әсәй биргән гендар сәбәпле матур булһаң, йылдар уҙған һайын төҫ ташламау өсөн, һис шикһеҙ, күңел матурлығы, эскерһеҙлек, тоғро йөрәк, йомшаҡ бәғер булыуы шарттыр. Исеме генә нурлы түгел, ә есеме лә, ижады ла, йөҙө лә нурлы бит Гөлнур апайҙың. Шулай булып ҡалһын да! Алда тағы бик күп йылдар шул нурҙар беҙгә, уҡыусыларға һәм йәш быуын ижадсыларға, бер бейеклек, ынтылырлыҡ маяҡ булып яҡтырһын да, яҡтыртһын да әле!.
Читайте нас: