Бөгөнгө көнгә “Ышаныслы тыл” ирекмәндәре 284-се маскировкалау селтәрен үреп бөтөп, махсус заказ буйынса 285-се селтәрҙе башлаған. Селтәрҙәрҙең дә ғәҙәти үлсәмле 3х4 м, 3х6 м түгел, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың үтенестәре буйынса 3,5х8 м, 3,5х11 м, хатта 8,5х6,5 метрлыһын да бер көн эсендә үреп бөтөргән саҡтары була. Бынан тыш, күптән түгел генә “көмөш” ирекмәндәр бер нисә көн эсендә 152 окоп шәме әҙерләп, алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн тултырып та ҡуйған.
- Беҙ әҙерләгән шәмдәр балҡып янып, илебеҙ именлеген һаҡлаған яугирҙарға беҙҙең, әсәйҙәрҙең, ҡул йылыһын, күңел йылыһын еткерһен, көс-ҡеүәт өҫтәһен. Уҡыған Ҡөрьәндәребеҙ иһә уларҙы һаҡлап йөрөтһөн, - ти улар.
- Беҙҙең командаға бик тырыш, ныҡышмал һәм яуаплы, ут эсендә йөрөгән уландарыбыҙға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә ынтылған төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар тупланған, - ти “Ышаныслы тыл” “көмөш” ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Миннисара Заһиҙуллина.
Ысынында ла шулай, көн дә улар иртәнге 9 тулыр-тулмаҫтан район мәҙәниәт һарайына, маскировкалау селтәре үрергә йыйыла. Дәррәү эшләп, бер көндә бер селтәр үргән саҡтары ла була. Материалдар булмайыраҡ торһа, Красноусол мәсете биләмәһендәге кафеға йыйылып, 60-90 йомортҡанан туҡмас киҫәләр, бауырһаҡ бешерәләр. Йә булмаһа былау бешереп, бүләктәр алып Татар- Саскүле, Табын ауылындағы пансионатта йәшәүсе ҡарттар янына юлланалар.
Эштәре бының менән сикләнмәй “көмөш” ирекмәндәрҙең. Махсус операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы саҡырып, йәнле, йылы осрашыу ҙа ойошторалар. Улар алғы һыҙыҡҡа кире юлланғандарында инде төрлө күстәнәстәр, кәрәк-яраҡтар йыйып тапшырып, оҙатып ҡалалар.
“Көмөш” ирекмәндәр араһында ирҙәре МХО биләмәһендә булған ҡатындар ҙа бар. Улар иһә йыш-йыш ҡына яугирҙарҙың үтенестәре буйынса кәрәк-яраҡтар туплап, МХО биләмәһенә юлланалар. Бында ла “Ышаныслы тыл”дар ситтә ҡалмай, посылкалар әҙерләүҙә ихлас ҡатнаша.
Әйткәндәй, районыбыҙҙа Республика көнөнә арналған байрам сараһында ла тап “көмөш” ирекмәндәр “Ватан һаҡсылары” фонды менән берлектә хәйриә акцияһы ойошторҙо.
Үткән шәмбе мәсет биләмәһендәге кафела ялға ҡайтҡан яугирҙар менән сираттағы осрашыу үтте. Сараға төрлө ауылдарҙа селтәр үреүсе ирекмәндәрҙең етәкселәре лә саҡырылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдарҙан саҡырылған яугирҙар төрлө сәбәптәр менән осрашыуға килә алманы. Красноусолдан “Гранит” позывнойлы яугир, шулай уҡ “Урал” батальонында хеҙмәт итеп, әлеге көндә яраланыуҙан һуң дауаланыу үткән Иван Фёдоров һәм МХО ветераны Илья Макаров ҡатнашты был осрашыуҙа. Яугирҙар үҙҙәре, ундағы хәлдәр тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үткәндән һуң, алғы һыҙыҡтағыларҙың тыуған яҡтан килгән гуманитар ярҙамды, посылкаларҙы, айырыуса маскировкалау селтәрҙәрен көтөп алыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
- Тап маскировкалау селтәрҙәре танк, блиндаждар, хәрби техниканы ғына түгел, беҙҙең ғүмерҙе лә һаҡлай. Бына мин һеҙ, районыбыҙ ирекмәндәре, үреп ебәргән маскировкалау селтәре арҡаһында ғына иҫән ҡалдым. Тап һеҙ мине үлемдән ҡотҡарҙығыҙ, - тип осрашыуға йыйылыусы барса ирекмәндәргә рәхмәтен белдерҙе Иван Фёдоров.
“Гранит” позывнойлы яугир ҙа маскировкалау селтәрҙәренең хәрби техниканы, атап әйткәндә, БМП-ны дрондарҙан ышаныслы һаҡлауын билдәләне.
- Һеҙ ебәргән селтәрҙәр ныҡлы булып, хатта 4 дрондың һөжүменә бирешмәне, - тип, “көмөш” ирекмәндәргә ярҙамдары өсөн барса яуҙаштарының рәхмәтен еткерҙе.
Илья Макаров иһә алғы һыҙыҡтағы яугирҙар менән тура бәйләнеш булдырып, уларҙың үтенестәрен башҡа ирекмәндәргә еткереп, һәр яҡлап ярҙам иткән Рәмзиә Насироваға һәм яугирҙар хаҡында әсәйҙәрсә хәстәрлек күргән “Ышаныслы тыл” ирекмәндәренә рәхмәт әйтте.
Осрашыу барышында шулай уҡ Мораҡ ауылынан “Россияночка” ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Любовь Исаевна, Яугилденән Рәзилә Солтанморатова, Бурлынан Ләлә Хисаметдинова, Табындан Наталья Хәбибуллина, Еҙем-Ҡарандан Динира Биктимерова үҙҙәренең эшмәкәрлектәре хаҡында бәйән итеп, МХО-ның тиҙерәк еңеү менән тамамланып, именлек һағында булған барса яугирҙарҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләне. Ошонда уҡ Любовь Исаевна менән Рәмзиә Сергеевнаға “Урал” мотоуҡсылар бригадаһы командованиеһының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Ирекмәндәр иһә осрашыуға саҡырылған һәр яугирға күстәнәстәр менән бүләктәр тапшырҙы. Осрашыуҙан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалып, махсус операция тиҙерәк тамамланып, барса ир-егеттәр ҙә әйләнеп ҡайтҡас, тағы ла ошолай бергә йыйылырға яҙһын тигән теләктә таралыштылар.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Яугир рәхмәте
Районыбыҙҙың “Ышаныслы тыл” ирекмәндәренә взвод яугирҙары исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙҙең танктар өсөн ғәҙәти булмаған ҙур үлсәмле маскировкалау селтәрҙәре үреп өлгөрҙө. Өҫтәүенә, яуҙаштарыма медикаменттар, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, тәмле-татлы күстәнәстәр, шифалы үләндәр, хатта миндектәр әҙерләне. Уларҙың ихлас ярҙамы беҙгә, алғы һыҙыҡтағыларға рух, көс-ҡеүәт өҫтәй. Һеҙҙең кеүек ышаныслы тыл - ярҙамсылар булғанда Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.
Танк взводы командиры “Малой”.