Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Октябрь 2025, 11:20

Ветеран яугирҙарҙы хәстәрләп

“Ватанды һаҡлаусылар” фондында торлаҡты яраҡлаштырыу дауам итә 2024 йылдың ғинуарында Башҡортостанда “Махсус хәрби операция ветерандарына торлаҡты яраҡлаштырыу” программаһы эшләй башланы.

Ветеран яугирҙарҙы хәстәрләп
Ветеран яугирҙарҙы хәстәрләп

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының төп эш йүнәлештәренең береһе - МХО-нан ауыр хәрби йәрәхәттәр менән демобилизацияланған яугирҙарҙың торлаҡтарын уңайлаштырыуға бәйле. Был маҡсатта ил күләмендә “Инвалидлыҡ алған МХО ветерандарына торлаҡты яраҡлаштырыу” программаһы эшләй. Программа буйынса ярҙам һуғышта аяҡ-ҡулдарын юғалтып демобилизацияланған яугирҙарға күрһәтелә. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, йәрәхәт алған ветерандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу маҡсатында, инвалидлыҡ нозологияһына ҡарап, махсус яраҡлаштырыу саралары менән тәьмин итә.
17 октябрҙә районға “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов етәкселегендә эксперттар менән берлектәге махсус комиссия килде. Улар “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Ғафури районы филиалы социаль координаторҙары Рәмзиә Юлмөхәмәтова һәм Рәмзиә Хисаметдинова, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Ке-йекбаев, торлаҡ инспекторы Рүзилә Вәлишинанан торған муниципаль комиссия менән берлектә махсус хәрби операция ветерандары: Красноусолдан Раил Ибәтуллин, Войновка ауылынан Владимир Герасимов, Еҙем-Ҡаран ауылынан Илнар Вәлиев, Ватан ауылынан Эльдар Басировтың торлаҡ шарттарын тикшерҙе.
Торлаҡты яраҡлаштырыу процесы документтар менән эшләүҙе, уларҙы раҫлауҙы үҙ эсенә ала. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының эксперт советы уңайлы ҡарар сығарғандан һуң, яугир янына үлсәүселәр килеп, мәғлүмәттәрҙе һәм эштәр төрҙәрен аныҡлай. Аҙаҡҡы этап – реабилитация саралары менән тәьмин итеү.
- Ауыр йәрәхәтләнеү һөҙөмтәһендә инвалидлыҡҡа дусар булғандарға еңел түгел. Беҙ уларға мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә һәм кәрәкле бөтә хеҙмәттәрҙе күрһәтергә тейешбеҙ, - тип билдәләй “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды инвалидлыҡ нозологияһына бәйле адаптация саралары менән тәьмин итә. Бының өсөн Красноусолдағы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы социаль координаторҙарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ветеран яугирҙарҙы хәстәрләп
Ветеран яугирҙарҙы хәстәрләп
Ветеран яугирҙарҙы хәстәрләп
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас