Сираттағы икенсе модулдең темаһы иҡтисад һәм финанс булып, унда ҡатнашыусы 70 финалсы төбәк иҡтисадының ҡоролошон, республикабыҙ үҫешенә булышлыҡ итеүсе сараларҙы, ресурстар менән һөҙөмтәле идара итергә өйрәнәсәктәр.
“Красноусол“ шифаханаһы базаһында үткән икенсе модулде асып, Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралыҡ етәксеһе Татьяна Саенко финанс һәм иҡтисад темаһына арналған уҡыу курсының бик ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын аңғартты.
“Башҡортостан геройҙары“ проекты етәкселәренең береһе Иван Сергиенко уҡыу ваҡытында айырым тыңлаусыларҙың ситтән тороп белем алыуҙары, онлайн-лекциялар һәм вебинарҙарҙа ҡатнашыуҙары тураһында һөйләне.
- Беҙҙең тыңлаусылар менән дәрес алып барыусылар араһында Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының әйҙәүсе белгестәре, шулай уҡ “Белем“ йәмғиәте спикерҙары, финанс учреждениелары белгестәре бар. Уҡытыу йыл һуҙымында дауам итә, һуңынан бөтә тыңлаусылар ҙа дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ буйынса һөнәри әҙерлек алыуҙары тураһында диплом алып, был өлкә белгестәре буласаҡ. Артабан инде проектты тамамлаусыларҙы идаралыҡ эшенә бәйле эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Шуны иғтибарға алырға кәрәк, беҙҙең тыңлаусылар бик ҡыҙыҡһыныусандар, дәртлеләр. Һәр береһе республикабыҙҙың иҡтисадын һәм башҡа өлкәләрен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү өсөн төплө итеп яңы белем алырға ынтыла, - тип аңлатты Иван Сергиенко.
Тыңлаусылар араһында өс ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Уларҙың береһе - Өфөнән Алина Маннанова. Алина Илдар ҡыҙы 2023 йылда контракт төҙөп, Луганск Халыҡ Республикаһына хәрби табип булып хеҙмәт итергә юллана һәм яраланған яугирҙарҙы фронт һыҙығынан эвакуациялау менән шөғөлләнә. Хеҙмәттәге ҡыйыулығы өсөн “Игла” позывнойлы яҡташыбыҙ Луганск Халыҡ Республикаһының “Ғүмерҙе ҡотҡарған өсөн”, “Ихтыяр һәм ышаныс өсөн” миҙалдары, Рәсәй Оборона министрлығының “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” ведомство наградаһы менән бүләкләнгән.
Батыр ҡыҙ бының менән генә туҡтап ҡалмай. Тыныс тормошҡа ҡайтҡас та маскировкалау селтәрҙәре бәйләү, блиндаж шәмдәре әҙерләү, гуманитар ярҙам йыйыу эшенә тотона. Алина Илдар ҡыҙы – БДМУ-ның Тактик медицина үҙәге етәксеһе лә, алғы һыҙыҡта туплаған эш тәжрибәһен буласаҡ йәш табиптар менән ихлас уртаҡлаша. “Башҡортостан геройҙары” проекты МХО-ла ҡатнашыусыларға һөнәри йәһәттән үҫешергә, тыныс тормошта үҙ урыныңды табырға ярҙам итә, тип иҫәпләй ул.
- “Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнашып, финалға сығыуыма бик шатмын. Сөнки был проект МХО-ла ҡатнашыусыларға һөнәри йәһәттән үҫеш, тыныс тормошта үҙ урыныңды табыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Бынан тыш төрлө яҙмышлы кисәге яугирҙар менән танышыу, үҙ-ара аралашыу бик мөһим. Мин, әлбиттә, һөнәри йәһәттән үҫеште беренсе планға ҡуйҙым һәм проектта теләп ҡатнашам.
Махсус хәрби операция ветерандарына тос ярҙамы, хәстәрлеге, уларҙың артабанғы үҫеше өсөн ошондай проекттар, программалар ҡабул иткәне өсөн республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировҡа бик рәхмәтлемен, - ти Алина Илдар ҡыҙы.
МХО яугиры Рөстәм Уразаев иһә программаның беренсе модулен үткәндән һуң Өфөнөң Калинин районы хакимиәтендә стажировка үтә. Тик алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәүҙе дауам итеүе сәбәпле, остазы менән ике аҙна самаһы ғына аралаша алған. Өҫтәүенә, хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә интернет булмауы арҡаһында даими аралашыу мөмкинлеге лә юҡ.
- Яугирҙарҙың тормошон алдан бер нисек тә күҙаллап та, планлаштырып та булмай. Беҙ киләсәккә пландар ҡорабыҙ, әлбиттә, әммә барыһын да башҡара, тормошҡа ашыра алмайбыҙ. Шулай ҙа мин проектта, модулдәрҙә ҡатнашыуҙан алған белемдең артабан кәрәге тейәсәк, тип иҫәпләйем. Бөгөнгө көндә иңемә һалынған бурысты иҫкә алғанда бигерәк тә, - ти Рөстәм Роберт улы.
Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғанға тик-лем ул предприятие директоры урынбаҫары булып эшләгән. Шуға ла демобилизацияланғандан һуң шул уҡ өлкәлә эшен дауам итергә уйлай. Уның эш тәжрибәһе тап сәнәғәт өлкәһендә, айырыуса дәүләт оборона заказдарын үтәү өлкәһендә, файҙалы буласаҡ, тип иҫәпләй.
Проектта ҡатнашыусы Заһир Вәлиевтың остазы- Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры - Спорт министры Руслан Хабибов. МХО ветераны уны дәүләт менән идара итеүгә бәйле ҡатмарлы темаларҙы ла ябай һәм аңлайышлы итеп аңлата белгән тәжрибәле һәм белемле белгес, тип баһалай. Яугир шулай уҡ уҡыуҙың беренсе модуле ваҡытында республика Башлығы Радий Хәбиров менән аралашыуын да телгә алып үтте .
- Шул саҡ миндә Радий Фәрит улынан ҡатыным Натальяны ла “Башҡортостан геройҙары” проектына индереүен һорарға тигән уй тыуҙы. Бер йыл элек ул беҙҙә булғайны, минең ғаиләмде лә, ҡатынымды ла белә. Әйткәндәй, Наталья ла хәрби хеҙмәткәр, сержант, хеҙмәттә лә, өйҙә лә минең менән бергә. Шуға ла ул да был проектта ҡатнашырға хоҡуҡлы тип иҫәпләнем. Радий Фәрит улы риза булды. Был мөһим проектта беҙҙең икебеҙгә лә ҡатнашыу, уҡыу мөмкинлеге биргәне өсөн уға бик рәхмәтлебеҙ, - тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.
Проектта ҡатнашыусылар дүрт модулле уҡыуҙы тамамлағандан һуң алған белемдәрен раҫлап, сығарылыш квалификация эштәрен яҡларға тейеш.
- Беҙ федераль кадрҙар программаһы дауамы булған “Башҡортостан геройҙары” проектына бик яуаплы ҡарайбыҙ. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны буйынса республикабыҙ илдә беренсе урын алды. Был инде МХО ветерандарының проектҡа ныҡлы ышаныуҙары һәм төбәктең артабанғы үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә теләүҙәре хаҡында һөйләй. Финалға сығыусыларға идаралыҡ командаһынан остаздар беркеттек. Һеҙгә Башҡортостандың үҫеше, идара итеү эшмәкәрлеге хаҡында күп яҡлы һәм төплө белем бирергә иҫәп тотабыҙ. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң инде һеҙҙең теләктәрҙе иҫәпкә алып, төрлө кимәлдәге етәксе вазифаларға тәғәйенләйәсәкбеҙ, - тигәйне Республика Башлығы финалға сығыусылар менән осрашыу ваҡытында.
Бер нисә көнгә һуҙылған икенсе модулдә тыңлаусылар өсөн бай программа планлаштырылып, уларҙы төрлө темаларға лекциялар, тренингтар көтә. Әйткәндәй, модулдең беренсе көнөндә үк тыңлаусылар тест һорауҙарына яуап бирҙе, артабан улар район хакимиәте башлығы Венер Вахитов менән осрашты, лекциялар тыңланы.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.