Был осрашыу аш-һыу өҫтәле артында имам хәҙрәттең изге теләктәр теләп, Ҡөрьән аяты менән башланды. “Миңлеғәле Шайморатов” исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова, Ғафури районы ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, район ҡатын-ҡыҙҙар етәксеһе Фәүзиә Зәйнуллина, Рәсәй Геройы А.П.Мигуновтың тормош иптәше Любовь Мигунова бында йыйылыусыларға һәм яугирҙарға изге теләктәрен еткереп, бөгөн берҙәмлек мөһим булыуы һәм алда ла ошо маҡсаттан тайпылмай, бергәләшеп изге эштәр башҡарырға саҡырҙылар. Эйе, МХО-ға һәр беребеҙҙең бәләкәй генә ярҙамы ла хәрби хеҙмәттең ауырлығын еңеләйтә, яугирҙарыбыҙҙың кәйефен күтәрә ала.
Был осрашыуҙы Минисара Мөхәмәҙей ҡыҙы Заһиҙуллина ойоштороп, матур итеп алып барҙы. Яугирҙар ҙа ярҙамдары, әсәләрсә хәстәрлек күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, үҙҙәренең күңел кисерештәре менән бүлештеләр. Осрашыуҙан һәр кем үҙенә йыуаныс, ҡыуаныс алып, имам хәҙрәт һәм имам-мөхтәсибтең аятына доға ҡылып, аҙаҡтан күмәкләп фотоға төшөп таралышты. “Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, бергә барыбер еңелерәк”, тип йырҙа йырланғанса, төп көс тә берҙәмлектә бит.