“Африка” позывнойлы яугир БПЛА операторҙары эше хаҡында һөйләй
Бөгөн МХО биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары ҙур роль уйнай. Үҙҙәрен БПЛА операторы сафына алыуҙарын һорап Рәсәй Оборона министрлығына мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта. Шулай уҡ күптәр был хеҙмәт төрөнөң асылын тулыһынса аңлап та етмәй. Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемендәге башҡорт батальонының пилотһыҙ осоу аппараттары взводының расчет начальнигы, “Африка” позывнойлы яугир операторҙарҙың эше менән таныштырҙы.
-БПЛА операторҙарына ғәйәт ҙур фиҙаҡәрлек, сыҙамлыҡ һәм үҙконтроль талап ителә. Уларҙың төп бурысы –Рәсәй ғәскәрҙәрен алға ебәреү һәм был бик мөһим. БПЛА операторҙарына ныҡлы характерға һәм сыҙамлылыҡҡа, сабырлыҡҡа эйә булыу мөһим. Уларға бер нисә сәғәт буйы күҙәтергә, мониторларға, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә лә кәрәк, - ти ул.
Сығышы менән Бишбүләк районынан булған яугир республикала Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны булдырыу тураһында иғлан ителеү менән уның сафына инә. Хәйер, махсус хәрби операцияның беренсе көндәренән үк Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә документтарын әҙерләй башлаған була.
- Минең егеттәр ул саҡта МХО биләмәһендә ине инде., - ти ул. - Контракт хеҙмәте тәжрибәһе миндә бар. Шулай булғас, баштан уҡ унда булырға тейешлегемде аңланым.
"Африка" - БПЛА операторы. Контракт килешеүе төҙөгәндә уны атыусы итеп ҡабул итәләр.
-Күнегеүҙәр ваҡытында ҡулымды имгәттем. Әммә лазаретта ятҡы килмәй. Тап шул осорҙа полигонға инструкторҙар килеп, яугирҙарҙы дрондар һәм хәрби хәрәкәттәр ваҡытында уларҙың роле менән таныштыра башланы. Ваҡытты бушҡа уҙғармаҫ өсөн курсҡа йөрөп, БПЛА менән эшләү ысулдарын өйрәнә башланым, - ти ул. - Пилотһыҙ осҡостарға идара итеү серҙәрен еңел генә үҙләштерҙем. Әммә тәжрибә алғы һыҙыҡта тупланды. Махсус курстарҙан һуң “Африка”ны Рәсәй Геройы, легендар Владимир Артемович Жога исемендәге республика Пилотһыҙ системалар үҙәгенә уҡырға ебәрәләр. Унда инде махсус курстар ваҡытында етди шөғөлләнгән яугирға эш ваҡытында тыуасаҡ һорауҙарға яуап алырға ғына ҡалған була.
- Уҡыған саҡта “мавик”тар һәм уларға оҡшаш “ҡоштар” булғандыр инде. Тик беҙ уларҙы күрһәк тә иғтибар итмәгәнбеҙҙер, күрәһең. Һуңыраҡ инде бер яңылыҡты ла күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тырышаһың, - ти яугир. - Тәжрибәле БПЛА операторҙары һәр саҡ яңы “ҡошсоҡ”тарҙы өйрәтә. Бөгөн оператор булырға теләгән егеттәр хәрби подразделениеларға ебәрелгәнгә тиклем полигондарҙа әҙерлек үтә. Ә инде беҙҙең янға, алғы һыҙыҡҡа килгәс, күнегеүҙәрҙе дауам итәбеҙ. Был һөнәрҙең үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен аңлатабыҙ, иғтибарлы, сыҙам булырға өйрәтәбеҙ. Уларҙы даими контролдә тотоп, һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, - ти "Африка".
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре:
БПЛА операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек дәрәжәһе тәьмин ителгән. Улар алғы һыҙыҡтан йыраҡ хеҙмәт итә. Шулай уҡ Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт сроктарын тәҡдим итә. Контракт бер йылға төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлеген баһаларға мөмкинлек бирә. Контракт ваҡыты үткәс, хәрби хеҙмәткәр эштән китә, йә булмаһа яңы контракт төҙөй ала.
Йәнә, Оборона министрлығы менән контрактта хәрби хеҙмәткәр үҙенең ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеүгә бәйле булмаған башҡа хеҙмәткә күсерелмәй, тигән пункт бар.
БПЛА өлкәһендә хеҙмәт итеүселәргә тулы социаль пакет бар, шулай уҡ уларға закондарҙа күрһәтелгән барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған.
Бынан тыш, юғары уҡыу йортонда белем алыусы студенттар академик отпуск алып, хеҙмәттән һуң уҡыуын дауам итә ала.
Һөҙөмтәле эш өсөн айырым түләүҙәр бар. Мәҫәлән, дошман техникаһына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡса түләнәсәк.
БПЛА операторы хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусылар тулыраҡ аңлатма алыу өсөн 122 номеры буйынса шылтырата ала.
Сығанаҡ - «Африка» из Башкирии рассказал о службе операторов БПЛА в зоне СВО