“Яугирҙарға илдең ярҙамы, һәр кемдең ҡатнашлығы кәрәк. Беҙ, рәсәйҙәр, бер яҡлы булырға тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаманғаса тылдағылар араһында унда егеттәребеҙҙең уйын уйнап йөрөмәгәнен аңламаусылар бар...
Хәҙерге заман һуғышы – ҡорал уҙышы. Интеллектуаль һәм технологик уҙыш. Йыш ҡына унда институттар һәм заводтар уйлап-эшләп сығарған ҡорал менән түгел, ә фронттың тәғәйен берәй йүнәлешендә нимә кәрәген эстән тороп белгән Кулибиндар иҫәбенә еңәләр. Был Кулибиндар үҙҙәре уйлап тапҡанды урында уҡ ғәмәлгә ашыралар.
МХО биләмәһенә гуманитар ылау илткән егеттәребеҙ, алғы һыҙыҡтағы яугирҙар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып тыныслыҡты яҡлай икәнен, барған һайын үҙ күҙҙәре менән күреп йөрөй. Әгәр кемдер, улар быны аҡса өсөн эшләй, тип уйлай икән, ул аҡсаларҙың нимәгә тотонолғанын да белешһен. Яугирҙар урында, алғы һыҙыҡта уҡ үҙ ҡулдлары менән күп нәмәне йыя, үҙ аҡсаларына запчастар һатып ала, ә кәрәкле деталдәрҙе 3D принтерҙа баҫтырып сығара. ”Һуғышсан” аҡсалар килеүгә улар уны нимәгә тотонасаҡтарын белеп тора. Унда бына тигән белгестәр һәм бик ҡыҙыҡлы уйлап табыуҙар бар.
Әлбиттә, барыбыҙ ҙа аңлай: тыл ныҡ арыны. Яҡындарын көтөп арыны, ҡайғылы хәбәрҙәрҙән арыны... Ә бына алғы һыҙыҡтағы егеттәргә арырға ярамай: улар артында тотош Рәсәй. Һәм беҙ уларға иңебеҙҙе ҡуйырға тейешбеҙ! Бында, Белорет ерендә, беҙ яугирҙарыбыҙҙың уйлап тапҡандарын тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Һәм улар һорағанды эшләйәсәкбеҙ. Шулай һөҙөмтәлерәк буласаҡ!”- тип яҙа үҙенең социаль селтәрендә Белорет эшҡыуары һәм яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүсе әүҙем ирекмән Данис Яганшин.
Көҙ көнө, МХО биләмәһенә сираттағы барыуында өс подразделениеға 28 “ҡошсоҡ” менән 2 ер өҫтө дронын тапшырғанда әле, ул шулай тип яҙғайны: “Егеттәрҙән рәхмәттәр алып ҡайттым. Һеҙгә! Сәфәр хаҡында нимә әйтә алам? Мин осрашып-күрешкән һуғышсыларҙың күҙҙәре осҡонланып китте! Хәҙер улар нисек һуғышырға белә. Бының өсөн нимә кәрәк,нимәләр эшләргә икәнен һәм кем ярҙам итә алғанын беләләр”.
Ул ваҡытта Данис Сәйетмырҙа улы “Башҡортостан” полкында, үҙйөрөшлө-артиллерия полкында һәм штурмлаусы подразделениела була. Үҙе әйтеүенсә, шәп егеттәр менән осраша. Һуғышсылар дрондарҙы – Белореттың “алтын бөркөттәрен” һынап та ҡараған, уларға юғары баһа биргән.
“Беҙҙең техник белгес исеменә бик күп яҡшы һүҙҙәр әйттеләр. Быларҙы ишетеү рәхәт булды, әлбиттә”, - тип яҙа Данис Яганшин.
Осоу аппаратына ихтыяж, элеккесә, бик юғары. Дрондар – сарыф ителеүсе материал, шуға һуғышсылар халыҡ фронтынан ярҙам көтә. “Ҡошсоҡтар” алырға тағы ла йыйым асылғас, Данис Сәйетмырҙа улына яраланғандан һуң өйҙәрендә дауаланыуҙы дауам итеүсе белореттар аҡса күсерә. Яугирҙар үҙ аҡсаларын дрон эшләүгә махсус ебәрә, сөнки бындай “ҡошсоҡтар”ҙың ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала алыуын ишетеп кенә белмәйҙәр.
“Алтын бөркөт” проектына йыл ярым, ошо ваҡыт эсендә 187 “ҡошсоҡ” эшләнеп, алғы һыҙыҡҡа оҙатылған (алты миллиондан ашыу һум аҡса йыйылған). Ә хәҙер бына ярты йыл инде Данис Яганшин, уның фекерҙәштәре һәм битрараф булмаған кешеләр эшҡыуарға ярҙам итеп, дрондар етештереүҙе ойоштороуға аҡса күсерәләр, бөгөнгө көн яңылығы (ноу-хау) – махсус арба яһайҙар. Был арбалар төрлө бурыс үтәй: яралыларҙы эвакуацияларға булышалар, кәрәк урынға боеприпас, ризыҡ һәм һыу илтәләр.
Арбаларҙы йыйыуҙы яйға һалырға “Башҡортостан” полкынан “Матроскин” позывнойлы Кулибин килгән. Уға Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан белгестәр килеп ҡушылған.
Белореттар булдыра алғанса полк егеттәренең конкрет заказдарын үтәргә тырыша, тип һөйләй Данис Яганшин. Дрондар кәрәк ине – дрон ебәрҙеләр. Әле арба яһауҙы һорайҙар. Әйтергә кәрәк, уның барлыҡ техник яғы алғы һыҙыҡта уҡ ваҡ-төйәгенә тиклем уйланылған, уларҙың нисек булырға тейешлеген бер кем дә егеттәрҙең үҙҙәренән яҡшыраҡ белмәй. Ләкин алғы һыҙыҡта уларҙы етерлек күләмдә әҙерләргә ҡулдар ҙа, средстволар ҙа етмәй. Һуғышсылар тылдың ярҙамға килеүен һорай.
Бер-ике ай элек Данисҡа башҡорт полкы яугирҙарынан хәбәр килә: “Ҡалҡан менән йәки ҡалҡанда әйләнеп ҡайтырға ярҙам итегеҙ!” Эшҡыуар әйтеүенсә, был һүҙҙәр көнөн дә, төнөн дә уның башынан сыҡмай. Егеттәр вездеход-арба һораған икән, тимәк, ярҙам итергә кәрәк!
Әле армияның хәрәкәт итеүе уңышлы бара, ләкин һәр метр – ул ҡан һәм йыш ҡына – ғүмер. Һауала һаман да дрондар идара итә, әммә хәҙер беҙҙең егеттәрҙең уларға яуап ҡайтарыр нәмәләре бар.
Белореттағы инициатив төркөм һауа дрондары етештереүҙән арбаларға күсте, уларҙың тәүге икәүһе фронтта эшләй ҙә инде. Тағы икәүҙе йыйғандар, комплектлаусы өлөштәре лә бар, яңы арбаларҙы йыйыу дауам итә...
Шаршамбыла пилотһыҙ арбаларҙы һынау үтте. Ошо көндәрҙә Данис Яганшин уларҙы алғы һыҙыҡҡа яугирҙарға алып китәсәк.
Һынауҙы барлыҡ системаларының эшләү һәләтен тикшерер өсөн генә түгел, ә етешһеҙлектәрен (була ҡалһа) асыҡлар өсөн дә уҙғаралар. Данис Сәйетмырҙа улы әйтмешләй, әҙер аппараттар (дрондар ҙа, арбалар ҙа) – күмәк кешенең хеҙмәте: иретеп йәбештереүҙе бер кеше үтәй, тәгәрмәстәрҙе икенсеһе ҡуя, токарлыҡ эшен өсөнсөһө башҡара...
- Үҙ исемемдән һәм һуғышсылар исеменән шундай дрондар эшләү өсөн комплектлаусы материалдар һатып алырға бөртөкләп ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Был ысынлап та халыҡ проекты. Беҙҙең “Алтын бөркөт” – конвейерға һалынған массовый етештереү түгел, ләкин һәр дрон – егеттәребеҙгә ҙур ярҙам ул. Беренсе арбаны йыйыуға бер ай самаһы кәрәк булғайны, ә бына икенсе, өсөнсөһө күпкә тиҙерәк, аҙна тирәһе эсендә, йыйылды. Яңы арбалар һынауҙы яҡшы үтте. Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы.