-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2018, 13:20

Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә

Республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалы район халҡына түбәндәге мәғлүмәтте еткерә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 5 сентябрендәге “2018 йылдың II кварталына төп социаль-демографик төркөмдәр буйынса йән башына уртаса айлыҡ йәшәү минимумын билдәләү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, республикала бер кешегә йәшәү минимумы – 9014 һум, эшкә яраҡлы кешеләргә – 9552 һум, пенсионерҙар өсөн – 7315 һум, балаларға 9182 һум күләмендә билдәләнде. Был йәшәү минимумы 2018 йылдың 17 сентябренән ҡулланыла башланы.
Балалар өсөн айлыҡ пособиелар, күп балалы аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр, күп балалы әсәләрҙең айырым категорияһына пособиелар, 2018 йылда тыуған (уллыҡҡа алынған) тәүге балаға, өсөнсө һәм унан һуңғы тыуған балаларға айлыҡ түләүҙәр, ғаиләлә бер юлы ике һәм унан күберәк сабыйҙар тыуғас, 3 йәшкә тиклем ай һайын түләнгән пособие, граждандарҙың айырым категорияларына социаль пособиелар ғариза яҙған айҙы ла индереп, 12 ай һуҙымында түләнә. Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн субсидия ғариза биргәндән һуң 6 айға тәғәйенләнә. Ошолар менән бәйле түләүҙәр туҡтатылған осраҡта граждандарҙы социаль ярҙам алыр өсөн ғариза яҙырға саҡырабыҙ.
Филиал тарафынан халыҡҡа күрһәтелгән социаль ярҙам саралары тураһындағы мәғлүмәт Стәрлетамаҡ ҡала округының рәсми сайтында: www.sterlitamakadm.ru; дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында: www.gosuslugi.ru; Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында: www.pgu.bashkortostan.ru; БР Хеҙмәт министрлығының рәсми сайтында: www.mintrudrb.ru.; rcspn.mintrudrb.ru. сайтында урынлаштырылған. Социаль ярҙам саралары алыу өсөн ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында (https://gosuslugi.bashkortostan.ru) электрон формала биреү мөмкинлеге лә бар.
Халыҡҡа социаль ярҙам саралары күрһәтеү мәсьәләләре бу-йынса республика БР Халыҡты социаль яҡлау үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалында Карл Маркс урамы, 103 адресы буйынса дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома көндәрендә 9.00-дән 18.00 сәғәткәсә, шаршамбыла 8.00-дән 19.00 сәғәткәсә, йома көндө 9.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола, төшкө ял юҡ. Сиратта оҙаҡ көтөп тормаҫ өсөн 25-15-72 телефоны буйынса белгестәргә алдан яҙылып була.
Республика Күп функциялы үҙәге шулай уҡ халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71 (тел.: 8(3473) 22-34-00), Хоҙайбирҙин урамы, 83 (тел.: 8(3473) 22-50-20), Тыныслыҡ урамы, 18А (тел.: 41-10-17), Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2А (тел.: 8(34740) 2-13-21) адрестары буйынса граждандарҙы ҡабул итә.