-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2018, 13:31

Субсидияға документтар ҡабул ителә

Муниципаль район хакимиәте, ра-йонда 2017-2019 йылдарға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам программаһы өсөн республика бюджетында ҡаралған аҡсалар иҫәбенән субсидия алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә башлауы хаҡында белдерә. Документтар 19 ноябрҙән 27 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Субсидиялар түбәндәге йүнәлештәргә бирелә: бизнестың аяҡҡа баҫыу осорона планлаштырылған сығымдарҙың бер өлөшөн финанслауға; лизинг килешеүе буйынса лизинг түләүҙәре менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплатыуға; дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙы тәьмин итеү буйынса хеҙмәт күрһәтеү эшмәкәрлеге алып барған эшҡыуарлыҡ субъекттарының планлаштырылған сығымдарының бер өлөшөн финанслауға.
Программа шарттары һәм кәрәкле документтар исемлеге менән Ғафури ра-йоны сайтында ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://gafury.bashkortostan.ru/activity/22450/.
Документтарҙы район хакимиәтенең (адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2а) 307, 309-сы бүлмәләренә тапшырырға. Консультация алыу өсөн 2-18-72, 2-24-49 телефондарына шылтыратырға була.
Документтар пакеты әҙерләү өсөн Бизнесҡа булышлыҡ итеү үҙәктәренә (“Успех” – тел.: 2-73-14, “Главбух” – 2-71-44, “Бухучет” – 8-987-600-10-34) мөрәжәғәт итергә мөмкин.