-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ноябрь 2018, 17:47

Яҡшы хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдат

Ғорурлығы ата-әсәнең Ошо көндәрҙә Красноусолда йәшәүсе Әбделмәновтар ғаиләһе ҙур ҡыуаныс кисерә – улдары Эдуард Рәсәй хәрби көстәрендә хеҙмәтен тултырып ҡайтып төшә. Армия сафына ул Красноусол башҡорт гимназия-интернатын тамамлап, Ауырғазы күп профилле колледжында тракторсы һөнәрен алғас, Өфө авиация техникумында уҡып йөрөгәндә саҡырыла. Ырымбур өлкәһенең Ясный ҡалаһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә Эдуард. Бала саҡтан спортты, бигерәк тә футбол уйнарға яратҡан егеттең ойоштороу һәләте лә көслө була. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәткән пулеметсы ефрейтор Эдуард Яҡупов өлгөлө хеҙмәте өсөн стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник С.Каракаевтың Рәхмәт хатын алып ҡайтҡан. Унда хәрби хеҙмәтен үткәндә тырыш, яуаплы, ғәҙел һәм тәртипле, инициативалы булған егеттең иптәштәренең дә, командирҙарының ихтирамын яулауы тураһында яҙылған. Аҫыл егетте үҫтергән ата-әсәһенә, үҙенә һәм туғандарына ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләгән һүҙҙәр ҙә бар был хатта. Ил алдында бурысын үтәп, ир ҡорона инеп ҡайтҡан егет Авиация техникумында уҡыуын дауам итергә уйлай. Эдуардҡа киләсәктә лә шулай ата-әсәһен, яҡындарын һөйөндөрөп тороуын, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.