-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2019, 17:15

Емешле йыл булды

Рус география йәмғиәтенең район бүлексәһе 2018 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса республикала 1-се урынға лайыҡ булды.

Айрат Миңлебаев тәрбиәләнеүселәре менән.
Айрат Миңлебаев тәрбиәләнеүселәре менән.
Күптән түгел Өфөлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үтте. Унда республикалағы 67 бүлексәнең эш һөҙөмтәләре ҡаралды. РГЙ-нең урындағы бүлексәһе етәксеһе Айрат Миңлебаев әйтеүенсә, йыл һуҙымында районда был йүнәлештә күп эштәр башҡарыла: урман һәм һыуһаҡлағыстарҙы таҙартыу, тәбиғәт объекттарын тергеҙеү; география һәм экология буйынса фәнни-тикшеренеү проекттарын эшләү; ағас үҫентеләре ултыртыу; туристик маршруттар буйлап сәйәхәт; төрлө акция һәм проекттарҙа ҡатнашыу һәм башҡалар. Бар яҡтан да баһалағандан һуң, район бүлексәһе 1-се дәрәжә Диплом һәм 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.

Ошо көндәрҙә геология буйынса республи-ка олимпиадаһында Балалар ижады үҙәгенең “Йәш геолог” түңәрәге тәрбиәләнеүселәре лә (етәксеһе - А.Миңлебаев) уңышлы сығыш яһаған. Бындай кимәлдәге олимпиадала тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, Екатерина Вороширина (Красноусолдағы 3-сө мәктәп, 5-се кл.) һәм Антон Поляков (1-се мәктәп, 5-се кл.) урындағы материалдарға нигеҙләнеп башҡарылған тикшеренеү эштәрен лайыҡлы яҡлап сыға. Е.Вороширина “Усолканың Алтын ҡаҙағы”, ә А.Поляков “Гипс” темаһына эҙләнгән. Улар 5-се, 6-сы урындарға лайыҡ була һәм “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында бүләкләнә. Түңәрәктең тәжрибәле ағзаһы Аделина Рахманғолова бы-йыл да яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, “Дөйөм геология” һәм “Палеонтология”нан 2-се, “Минералогия” һәм тестарҙан 3-сө урындарҙы алған.

Рус география йәм-

ғиәтенең район бүлексәһен һәм йәш геологтарҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ, артабан да юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.


Читайте нас в