-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2019, 11:30

Ул ысын уҡытыусы – педагог булды

Мәктәптә уҡыған һәр бер кешенең ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ яратҡан уҡытыусылары була. Уларҙың тәрбиәһе, изгелектәре һис бер онотолмай, ә уҡытыусының тере образы тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә яҡын, нурлы булып ҡала.

Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова (Ҡалмырҙина) Ҡауар-ҙы урта мәктәбе тарихындағы мин ишетә-белгәндәрҙән уҡыусылары өсөн генә түгел, барса халыҡ өсөн иң абруйлы, изгелекле, маҡтаулы уҡытыусы булды. Ошо көндәрҙә уның яҡты донъяға килеүенә 95 йыл, ә вафатына 20 йыл тула. Мин яҙғанды уҡып, уны күргән-белгәндәр иҫтәлектәрен яңыртыр, йәштәр иһә фәһем алыр тип уйлайым.
Беҙҙең мәктәпкә уны Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа 1942 йылдың февралендә педучилищела уҡып йөрөгән еренән саҡыртып ҡайтаралар, сөнки уҡытыусылар етешмәй, бөтә ирҙәр һуғышҡа алынғандар. 17 йәше лә тулмаған ҡыҙ, ошондай ауыр мәлдә үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәт юлын башлай. Уҡытыусылар был осорҙа төп эштәренән тыш халыҡ араһында булдылар: фронттан килгән хаттарҙы ла уҡып бирҙеләр, яуаптарын да яҙҙылар, һалдаттар өсөн бәйләнгән башалтайҙар, бирсәткә-бейәләйҙәр, сигелгән ҡулъяулыҡтар, тәмәке янсыҡтары һәм башҡа әйберҙәрҙән посылкалар туплап оҙатыуҙы ойоштороусылар булды. Йәйен-ҡышын колхоз эштәрендә башлап йөрөүселәр ҙә улар ине. Комсомол секре-
тары, иҫәпсе, бригадир ярҙамсыһы кеүек эштәрҙе лә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар алып барҙы. Мәктәптәге хужалыҡ эштәренә лә өлгөрҙөләр. Көндән-көн атайҙарҙың һәләк булыуы тураһындағы хәбәрҙәр килеп тора, етемдәр күбәйә, аҙыҡ-түлек, кейем, уҡыу әсбаптары етешмәй, кластарҙа һыуыҡ. Ә ошондай шарттарҙа уҡытып та, уҡып та йөрөүгә нисек түҙҙе икән уҡытыусылар һәм уҡыусылар?!
Назафат Хәлил ҡыҙына тағы ла ауырыраҡ булғандыр, сөнки данлы Халиҡовтар нәҫеленән булғанлыҡтан аталары репрессия ҡорбаны булғас, әсәһе 5 балаһы менән ауылдан-ауылға күсеп йөрөп, һуғыш алдынан беҙҙең ауылға килеп төпләнәләр. Ләкин буласаҡ данлыҡлы уҡытыусы ауырлыҡтарға бирешмәй, ифрат бай һәм ныҡлы рухлы шәхес булып үҫешә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уның уҡытыусы-педагог таланты яңы һулыш ала, балалар менән эшләүгә байтаҡ мөмкинселектәр арта. Йәмәғәт эштәре лә етерлек була. Мәктәптә профком рәйесе, башланғыс класс уҡытыусыларының мәктәптә һәм район буйынса методик берекмәһе етәксеһе, алмаштырғыһыҙ ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе һәм башҡа яуаплы эштәрҙе намыҫ менән еренә еткереп башҡарҙы. Уның көлөп-йылмайыуҙары, мөләйем ҡарашы, матур итеп алып барған әңгәмәләре, ышаныслы һәм мәғәнәле һүҙҙәре һәр кемде үҙенә тартып торҙо. Назафат Хәлил ҡыҙынан бер нисә йәшкә генә бәләкәйерәктәрҙән алып, 4-5 балалы ағай-апайҙар ҙа “Назафат апа”, - тиеп ихтирам менән хөрмәтләп өндәшә торғайны уға. Ауыл халҡы уны бик ныҡ яратты. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарына һәм техникумдарға инеп уҡыусыларҙың күпселеге уның уҡыусылары була торғайны. Назафат апа класына эләкһен өсөн балаһын йә иртәрәк, йә һуңыраҡ мәктәпкә төшөрөүсе ата-әсәләр ҙә күп булды.
Мәктәптәге һәм көндәлек тормоштағы уңышлы хеҙмәттәре өсөн бик күп наградаларға лайыҡ булды Назафат Хәлил ҡыҙы. Бөйөк Еңеүҙең үҙе тере саҡтағы юбилей миҙалдары, СССР-ҙың 50 йыллығы миҙалы, “Коммунис-тик хеҙмәт ударнигы”, “Социалистик ярышта еңеүсе”, “Хеҙмәт ветераны” һәм башҡалар. Мәктәп, РОНО, район Советы, КПСС райкомы биргән Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Шулай ҙа ошо наградалар араһында айырылып торғаны РСФСР Юғары Советы Президиумының 1963 йылдың 11 майындағы Указы менән уға бирелгән “РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем уның хеҙмәтен Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә танып баһалау булып тора.
Назафат Хәлил ҡыҙы үҙенән бер йәшкә генә оло Ҡауарҙы егете Зиннур Һәҙиәт улы Ҡалмырҙинды һуғышҡа оҙатып ҡала. Зиннур ағай ауыр яралар алып, орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә ауылына, һөйгәне янына. Икеһенең дә Хоҙай биргән тәбиғи сибәрлектәре, матур буй-һындары бер-береһе өсөн генә тыуғандар кеүек күренә торғайны беҙгә. Зиннур ағайҙың рәссамлыҡ һәләте, гармунда оҫта уйнауы уның абруйын тағы ла арттыра торғайны. Ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балаларҙы тәрбиәләүҙә Назафат Хәлил ҡыҙының ҡәйнәһе Ғәйзиямал әбейҙең дә ярҙамы ҙур булғандыр, һәр ваҡыт татыу йәшәнеләр. Оло улдары Венер хәрби кеше: юғары белемле, авиация подполковнигы дәрәжәһендә отставкаға китте, хәҙерге ваҡытта ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Ҡыҙҙары Гөлнура ла юғары белемле геолог, оҙаҡ йылдар яуаплы төҙөлөштәр өсөн инженер эҙләнеүҙәрен алып барҙы, хеҙмәт ветераны, ул да ғаиләһе менән Өфөлә ғүмер кисерә. Ә кесе улдары Ғәлинур Ҡалмырҙинды районда ғына түгел, республика кимәлендә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре итеп беләләр. Физика-математика факультетын тамамлап уҡытыусы, директор, район мәғариф бүлеге мөдире вазифаһында ең һыҙғанып эшләне. Район хакимиәтендә эшләгәндә лә һынатманы Ғәлинур Зиннур улы. Бөтә хеҙмәттәрен иҫәпкә алып уға “Башҡортостан Республикаһының атҡа-
ҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеме хаҡлы рәүештә бирелде. Ялда булыуына ҡарамаҫтан әле лә йәмәғәтселек менән эшләүен туҡтатмай.
Назафат Хәлил ҡыҙы тураһында күпме генә яҙһаң да, һөйләһәң дә аҙ кеүек. Уның яҡты образы беҙҙең күңелдәрҙә бик оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
Рим НАСИРОВ,
Ҡауарҙы ауылы
ветерандар советы рәйесе,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Читайте нас в