-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2019, 17:55

Көҙһылыуҙа ҡунаҡта

Күптән түгел “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар өсөн күркәм сара үтте. Бала көнөнә ҡарата байрамды район хакимиәте инвалидтар ойошмаһы менән берлектә уҙғарҙы.

Тамаша “Миләшкәй” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Шалҡан” әкиәте менән башланды. Балалар һәм ата-әсәләр мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәткә сыҡты. Педагогтар уларға әкиәт геройҙары, сағыу костюмдар, дәртле көйҙәр оҙатыуында күңелле конкурстар ойоштороп ысын мәғәнәһендә оло байрам бүләк иттеләр. Сара барышында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп күңел асты, уйнаны, йырланы, бейене, Көҙһылыу ҡушҡандарҙы үтәп изгелек бар ауырлыҡтарҙы ла еңергә, ә дуҫлыҡ һәм берҙәмлек мөғжизә тыуҙырырға мөмкин икәнлегенә инандылар.
Байрам һуңында барыһы ла тәмлекәстәр менән үлән сәйҙәре өҫтәленә янына йыйылды. Ата-әсәләр һәм балалар байрамды ойоштороусыларға, бағыусыларға рәхмәтле булып таралышты.
Читайте нас в