-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2019, 19:10

Йәлләмәй йөрәк йылыһын

Ғаилә – тормоштоң нигеҙе, йылы усағы. Үҙҙәре яҡҡан ғаилә усағын дөрләтеп йәшәгән, балалар үҫтергән, иренә терәк-таяныс булған әсәйҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Красноусол ауылында йәшәүсе Рима Ғибаҙуллина ана шундай әсә һәм ҡатындарҙың береһе.

Йөҙөндә йылмайыу балҡып торған, алсаҡ, асыҡ күңелле Рима тормош иптәше Фәрит менән улдары янына тәрбиәгә дүрт бала алып, бөгөнгө көндә матур ғүмер кисерәләр.
-Балалы йорт – нурлы йорт, - тиҙәр бит. Шуның кеүек беҙҙең өйҙөң йәме ошо балалар инде, - тип йылмая Рима Рәхмәтулла ҡыҙы беҙҙе ҡаршы алып.
Эйе, был ғаиләне күреп, һөйләшергә кисләтеп барғанлыҡтан, уларҙың урамына кереү менән матур итеп теҙеп ҡуйылған заманса фонарҙарҙан төшкән яҡтылыҡҡамы, арыраҡ һыуыҡ көндө пальма ағастарын күреүгәме, йорттары балҡып, ниндәйҙер серле нур һирпкәндәй. Ә инде йорттоң эсенә кереү менән балаларҙың шат тауышынан гөжләп торған өйҙә ниндәйҙер айырым ҡояш балҡығандай. Беҙ тын алырға ла өлгөрмәнек, балалар “шпагатта ултырып”, “мостикта” тороп та күрһәттеләр. Бар эштә лә алда йөрөүсе фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов балаларҙың үҙенән дә етеҙерәк булыуҙарына аптырап ҡалды хатта.
Рима Рәхмәтулла ҡыҙы менән Фәрит Фәнис улы икеһе лә Ҡурғашлы ауылынан. Икеһенең дә ата-әсәләре мәрхүм булғас, Красноусолға күсеп килергә ҡарар иткәндәр. Ғаилә хужаһы газ заправкаһында оператор булып эшләй, хужабикә һәр береһен оҙатып, ҡаршы алып ғаилә усағын йәмләүсе. Улдары Флоридҡа хәҙер 23 йәш, “Батыр” клубы етәксеһе. Уның өйҙә лә “түңәрәк” алып барып, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшкәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Наҙгөлдө ғаилә үҙ ҡанаты аҫтына алғанда алты ғына йәш булһа, хәҙер уға ла ун биш тулған. Ул инде әсәһенең төп ярҙамсыһы. Һуңынан Наҙгөлгә иптәш тип, Андрей менән Сабинаны үҙ ҡосаҡтарына алғандар. Ағаһынан ҡалмай һәр саҡ уның менән күнекмәләргә, бассейнға йөрөүсе Андрейға 15 йәш булһа, матур булып үҫеп килеүсе Сабинаға 11 йәш тулған. Беренсе класта уҡыусы шаян, һөймәлекле Ульяна тыуған көнөнә кемдәрҙе саҡырырға исемлек төҙөтөп, 7 йәшен билдәләргә йыйына. Ул инде бәләкәй булһа ла барыһының ҡарашын үҙенә төбәткән, ғаиләләгеләрҙең йыуанысы ла, ҡыуанысы ла. Балалар барыһы ла 3-сө мәктәптә белем ала.
Әсә кеше үҙе лә алты балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, шуға ла балаларҙың күмәк булыуын артыҡ мәшәҡәт тип ҡарамай. Киреһенсә, улар менән ҡартайырға ваҡыт ҡалмай, ти ул. Йәй көндәре улар тәбиғәт ҡосағында ғаилә менән ял итергә, сәйәхәт ҡылырға, өйҙә саҡта бергәләп аш-һыу әҙерләргә яраталар.
Быйыл Ғибаҙуллиндар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙең "Йөрәгемде балаларға бирәм" район конкурсында еңеп, Өфө ҡалаһында ла уңышлы сығыш яһағандар.
Ғәзиз әсә өсөн балаһын хәстәрләүҙән, ҡурсалауҙан да ҙур бәхет юҡтыр ул. Ә инде әсә ҡанаты аҫтында һәр кем үҙенә йылы табып, шатлыҡ кисереп йәшәй икән, был йылылыҡ бар йыһанға таралып, донъя яҡтылыҡ, изгелек нуры менән ҡойона кеүек.
Читайте нас в