-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2019, 20:20

Яҙмышыма рәхмәтлемен

“Йәш саҡ нисек тә үтә, ҡартлығың бәхетле булһын”, - тиҙәр ололар. Уҫман ауылынан 2002 йылда Красноусолға күсеп килгән Фәүзиә Лотфрахман ҡыҙы Мөхәмәтҡолова биш балаға ғүмер бүләк итеп, матур итеп тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән ҡыуаныс кисереп йәшәүсе бәхетле әсәләрҙең береһе.

Фәүзиә апай 1938 йылда Йөҙимән ауылында Сибәрбикә һәм Лотфрахман Ғәзизовтар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Бала саҡ йылдары, башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, уның да ауыр осорға тура килә. Йән аҫрау өсөн нескә ҡулдары менән йүкә ташып бакауыш ишергә лә, колхозда төрлө эштә эшләргә лә өлгөргән. Әммә ауырлыҡтар Бөйөк Ватан һуғышы йылдары балаларын сыныҡтырып, ҡатҡылландырған ғына. Шуға ла һәр нәмәнең ҡәҙерен белеп, йәм табып, зарланмай ғына ғүмер кисерә ул.
Тормош иптәше Юнир ағай менән Йөҙимән клубында киске уйында танышалар. Нурлы йөҙлө, ҡатҡыл кәүҙәле егет һөлөктәй сибәр ҡыҙҙы оҙаҡҡа һуҙмай Уҫман ауылына килен итеп төшөртә. Юнир Хәйбулла улы ғүмер буйы Салауат исемендәге колхозда шофер булып эшләй. Бер-береһе өсөн тыуған йәндәр биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Оло улдары Рим килендәре Лилиә менән ике малай үҫтереп, хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй. “Красноусол” курортында, Стәрлелә, Испанияла йәшәү урындары бар. Икенсе улдары Фәнүр килендәре Рәйлә менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Улар ҙа ике ул үҫтергәндәр, Фәнүр атаһы һөнәрен һайлаған, шофер булып алыҫ юлда йөрөй. Ә Нәрисә ҡыҙҙары иптәше Венер менән ҡыҙ һәм малай үҫтереп Ҡазанда торалар. Әлфир улдары кәләше Инира менән шулай уҡ ул һәм ҡыҙ үҫтереп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Иң кеселәре Нурсилә лә Стәрлетамаҡ ҡалаһын һайлаған, бухгалтер булып эшләп йөрөй. Балалары ситтә йәшәһәләр ҙә бер-бер артлы алмашлап ҡайтып, шылтыратып торалар, әсәләренә күңелһеҙләнергә ирек бирмәйҙәр.
- Тормош иптәшем менән 46 йыл бергә ғүмер кисерҙек, тырнағы менән дә сиртмәне. Асыҡ күңелле, алсаҡ кеше ине. Бер ваҡытта ла миңә лә, балаларға ла ауыр һүҙ әйтмәне, һәр саҡ йылмайып йөрөй торғайны. 20 йыл Ғиҙелниса ҡәйнәм менән бергә торҙоҡ. Шул тиклем татыу, инәле-ҡыҙлы кеүек йәшәнек. Алты ейәнем дә ял көндәрендә, каникулда Уҫман ауылында булдылар, шунда үҫтеләр тиһәң дә була. Оло улыбыҙ аталарына “УАЗ”ик алып биргәйне, олаталары ейәндәрен шунда ултыртып йөрөй ине. Балалар ҙа эшләп үҫте, ейәндәр ҡайтһа, график төҙөп ҡуя торғайным, кем иҙән йыуа, кемгәлер баҡса утарға тура килә. Балалар үҫтергәндә шәл бәйләп, һуған үҫтереп һатып та аҡса эшләнек инде, - тип ғүмер йомғағын тағата Фәүзиә апай.
“Беҙ үҫкәндә ауылда етем әбей-бабайҙар күп ине. Беҙҙе, барығыҙ, рәхмәт йыйып килегеҙ, тип уларға ярҙамлашырға ебәрә торғайнылар. Кемгә утын, һыу килтереп, ҡар көрәп ихлас ярҙам итеп ҡайта торғайныҡ. Күңелгә лә рәхәт була. Һәбилә тауында бәпкә көткәндә, һәр саҡ самолет нисек оса икән тип уйлана инем. Шул һорауҙарға яуап эҙләп авиация институтына уҡырға индем. Атай-әсәйемә рәхмәтлемен”, - тип һүҙгә ҡушыла ҡунаҡҡа ҡайтҡан оло улы Рим.
Фәүзиә апай бешеренергә оҫта. Беҙ килгәндә лә ҡабаҡтан тәмле, үҙенсәлекле итеп пирог бешергәйне. Ә инде өйҙә үҙе генә булғанда яратҡан сәскәләре менән булырға ярата. Улар менән һөйләшә, аралаша, һыуҙар һибә. Шуғалыр ҙа улар матур сәскә атып, өйҙө йәмләп, күкрәк киреп ултыралар. Уларҙың һәр береһенең исемен, нисек үҫеүҙәре тураһында һөйләгәндә Фәүзиә апайҙың нурлы йөҙө тағы ла яҡтыраҡ балҡып киткәндәй.
Аҡыл да, ҡатын-ҡыҙ нескәлеге лә, әсәйҙәрсә йылылыҡ та бөркөлә бөгөнгө көндә ете ейәне, бер ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре булған бәхетле әсә йөҙөнән. Киләсәктә лә һаулыҡта, балалар изгелегендә, ҡыуаныста, шатланып йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в