-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 12:00

“Беҙ бергә көслөрәк” Районда игеҙәктәр шахмат фестивале үтте

Шахмат – иң боронғо уйындарҙың береһе. Ул фекерләү һәләтен, күҙәтеүсәнлекте арттыра, иғтибарҙы туплай белергә, алдағыһын уйлап эш итергә өйрәтә, ихтыяр көсөн нығыта, ҡуйылған маҡсатҡа – еңеүгә ирешеүгә ынтылыш тәрбиәләй. Уйындың асылы - 64 шаҡмаҡҡа бүленгән аҡлы-ҡаралы таҡтала 16 аҡ йәки ҡара (бөтәһе 32) фигуранан торған һыбайлы, пехота, хәрби филдәр, ладья ғәскәре менән йөрөп, ҡаршы яҡтың короленә мат ҡуйыу. Шахмат уйынын ҡапма-ҡаршы ултырып, парлап уйнау зарур. Ошо йәһәттән игеҙәктәргә бигерәк рәхәт, үҙҙәренә уйынсы эҙләп аҙапланмай, теләгән ваҡытта ултыралар ҙа уйнайҙар. Хатта уларға көнләшеп ҡарарға була.

Шәмбе көнө районыбыҙҙа Н.Мәжитов исемендәге Красно-усол башҡорт гимназия-интернатының тамаша залында игеҙәктәр һәм бер йылда тыуған бер туғандар араһында “Беҙ бергә көслөрәк” тип аталған шахмат фестивале үтте. Был уйындың авторы, йәғни уйлап табыусыһы - Балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры Наталья Проценко. Әйтергә кәрәк, игеҙәктәр араһында үткәрелгән бындай фестиваль Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ойошторолдо тиһәң дә була.
Зирәклек һәм аҡыл ярышында республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Мәләүез ҡалаларынан һәм шулай уҡ Красноусол ауылынан бөтәһе 11 команда ҡатнашты. Уйынсылар "Малайҙар", "Ҡыҙҙар" һәм "Микс" (малай һәм ҡыҙ) категорияларында беренселек өсөн көрәште. Фестивалде тантаналы асыу мәлендә гимназияның 3 “А” класс уҡыусыһы Эльнара Шәрипованың моңло йыры һәр ҡатнашыусыға дәрт һәм дарман өҫтәгәндер.
“Ҡатнаш” категорияһында беренсе урынды Сабитовтар командаһы: Самат һәм Аиша (Өфө) алды, улар 100 процент һөҙөмтә менән фестивалдең абсолют чемпиондары ла булдылар. Ошо уҡ категорияла икенсе урынды Геруновтар: Иван һәм Анна (Салауат), ә бронзаны Екатерина һәм Евгений Черновтар алды.
“Малайҙар” категорияһында Антон һәм Алексей Елсуковтарға (Красноусол) тиңләшеүсе булманы. Икенсе урынды Самир һәм Дамир Заһитовтар (Өфө) яуланы.
“Ҡыҙҙар” категорияһында ҡатнашыусылар айырыуса күп булды. Бында Анастасия һәм Екатерина Стрелковалар (Мәләүез) оҫта уйнауҙары менән айырылып торҙо. Улар дөйөм иҫәптә лә икенсе ине. Камила һәм Карина Даяновалар (Стәрлетамаҡ) үҙ категорияларында икенсе урын алһа, дөйөм иҫәптә өсөнсө урынға өлгәштеләр. Өсөнсө урынды Кристина һәм Юстина Дмитриевалар (Октябрьский) һәм Ярослав менән Владислав Порываевтар (Стәрлетамаҡ) үҙ-ара бүлеште. Һәр еңеүсе кубок, Маҡтау ҡағыҙы һәм матур сувенир, бүләк алып ҡыуанды. Ә инде күңел биреп уйнап та призер була алмаған Милана һәм Рада Дьяконоваларға (Красноусол), Есения һәм Устиния Сәхибгәрәеваларға ла (Өфө) иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Шахмат фестивалендә ҡатнашыусылар һәм уларҙы алып килгән тренерҙары, ата-әсәләр ошондай уйын үткәрелеүенә шатланып, матур итеп ойошторғандары өсөн район хакимиәтенә, Башҡортостан Республикаһы шахмат федерацияһына, район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Шакир улы Хәкимовҡа, ойоштороусы Наталья Геннадьевна Проценкоға, төп судья Андрей Сергеевич Бережневҡа, ярҙамсы Иван Алексеевич Стрелковҡа үҙҙәренең сикһеҙ рәхмәттәрен белдереп таралышты. Тап ошондай үҙенсәлекле шахмат уйыны, бәлки, киләсәктә республикабыҙҙа йолаға әйләнер тигән теләктәрен дә белдерҙеләр. Эйе, бергә булғанда ышаныслыраҡ та, көслөрәкһең дә шул.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в