-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 17:25

Республика турниры үтте

17 ноябрҙә районыбыҙҙың Балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡыҙҙар волейбол командаларының республика турниры булып үтте.

Унда 2005 йылғы һәм бәләкәйерәк ҡыҙҙар волейбол буйынса ярышты. Бында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән 5 команда ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, 1-се урын Күмертауҙарға, икенсе - Стәрлетамаҡ ҡалаһына, өсөнсө -
Ғафури, дүртенсе - Мәләүез, бишенсе Ергән ауылы командаһына бирелде. Уйын сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Еңеүселәрҙе район хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Шакир улы Хәкимов ҡотлап, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар тапшырҙы.
Читайте нас в