-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2019, 23:05

Бөйөк ғалимды данлап

Һәр йылдың көҙөндә яҡташыбыҙ, мәшһүр ғалимыбыҙ иҫтәлегенә арналған мәҙәни-ағартыу һәм фәнни-ғәмәли саралар уҙғарыу яҡшы традицияға әйләнгән.

Тап ошо айҙарҙа бихисап мәктәп һәм гимназия уҡыусылары, мәктәпкәсә йәштәге балалар, колледж һәм вуз студенттары, башҡорт теле уҡытыусылары, интеллигенция вәкилдәре киң билдәле фән әһеле һәм талантлы әҙип Ж.Ғ.Кейекбаевты иҫкә алыр, ғилми һәм әҙәби мираҫы менән яҡыныраҡ танышыр өсөн тыуған ауылындағы йорт-музейына юллана.
Быйыл айырыуса Ҡаранйылға ауылынан уҡытыусылар Р.М.Кинйәбаева һәм А.Ә.Суфиянова, Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән төп дөйөм белем биреү мәктәбенән Л.А.Ғәлимова, Ф.Н.Ғүмәрова һәм Р.Ә.Искәндәрова етәкселегендәге башланғыс класс, Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары менән уҡытыусылары А.Ә.Яҡшыбаева һәм Ә.Й.Абдрахманова, Ф.Х.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм ата-әсәләр комитеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының доцент, филология фәндәре кандидаты З.Ә.Хәбибуллина етәкләгән башҡорт филологияһы факультеты студенттары әүҙемлек күрһәтте. Шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм башҡа ҡалаларҙан һәм райондарҙан, Төркиә, Германиянан коллектив менән һәм айырым килеүселәр күп булды.
Үҙебеҙгә килгәндә, профессор Ж.Ғ.Кейекбаевтың исемен күтәреп, Халыҡ-ара фәнни форумдарҙа, төбәк-ара һәм региональ ғилми конференцияларҙа, практик семинарҙарҙа сығыш яһаныҡ, мираҫы һәм донъя тюркологияһында тотҡан урыны хаҡында бәйән иттек, сертификаттар һәм гранттар оттоҡ.
Иң шатлыҡлыһы, әлбиттә, – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы тарафынан 2019 йылда мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Жәлил Кейекбаев йорт-музейының «Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы» исеменә лайыҡ булыуы, Сертификат һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнеүе.
«Беҙ - Кейекбаев
вариҫтары!»
Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы оло ғалимды яҡташтары һәр ваҡыт ҙур хөрмәт менән, ғорурланып иҫкә ала. Профессор Ж.Ғ.Кейекбаевтың тыуған төйәгендә район кимәлендә үткәрелгән «X Кейекбаев уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы – ошоноң бер сағылышы.
Ғилми-ғәмәли конференция быйыл да байтаҡ һәләтле балаларҙы асыҡланы. Секция ултырыштарында кейекбаевсылар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең актуаль мәсьәләләрен ҡараған, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен яңы күҙлектән анализлаған, урыҫ, инглиз телдәренең үҙенсәлектәрен өйрәнгән, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыҡлаған бик күп тикшеренеү эштәре тәҡдим итте.
Айырыуса башланғыс класс уҡыусылары ижади эштәргә етди әҙерләнгән. Малай һәм ҡыҙҙарҙың сығыштары тәрән йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы булыуҙары менән айырылып торҙо. Кесе йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡыусылар ҡыйыу һәм ышаныслы сығыш яһаны. Баһалама ағзалары ғилми эштәрҙең иң сағыуҙарын һәм ҡыҙыҡлыларын һайлап алды: I урын – Алина Ғәйнуллина (Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 4 “А” класы), II урын – Розалия Ишмырҙина (Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 1-се класы) һәм Илһам Рәхимов (ошо уҡ мәктәптең 3-сө класы), III урын – Эльвина Садиҡова (Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбенең 3-сө класы), Азалия Иҙрисова һәм Элина Йәнмырҙина (Сәйетбаба урта мәктәбенең 4-се класы).
Рухы шат булһын!
Ҡаранйылға ауылында Ж.Ғ.Кейекбаевтың ты-уыуына 108 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Кисәне Фәтиха сүрәһен уҡып башлап ебәрҙек, бөйөк ғалим рухына аяттар бағышланды.
Тарих биттәрен байҡап, профессорҙың уҡыусыһы, Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге премия лауреа-ты Ғиндулла Шәйәхмәтов, шулай уҡ ғалимдың ауылдаштары Миңниә Вәлиева менән Ғәлиә Фәтҡолова яҡташтары тураһында йәнле хәтирәләре менән уртаҡлашты.
«Кейекбаев уҡыуҙары» конференцияһында призлы урын яулаған иң йәш ҡатнашыусы, 6 йәшлек Розалия Ишмырҙина ғилми эше менән сығыш яһаны, презентацияһын күрһәтте. Сәйетбаба мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Вәлиева ғалимдың шәжәрәһе менән таныштырҙы. Уҡыусылар ҙа ғалимдың исемен мәңгеләштереү эшенә үҙ өлөшөн индерә, тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ.
Музей хеҙмәткәре Азат Ишмырҙин фондта һаҡланған Жәлил Кейекбаевтың үҙе башҡарыуында «Ҡолой Балтас» йырын, «Дуҫлыҡ тураһында ҡобайыр»ын ишеттерҙе. Тамашасылар Жәлил Кейекбаев тураһында видеояҙмалар ҙа ҡараны: Ж.Ғ.Кейекбаевтың бер туған һеңлеһе Фатима Ғиниәт ҡыҙының һәм ике туған ағаһы Зәйнулла Фәтҡоловтың таҫмала һаҡланған хәтерләүҙәре ине ул. Кисәлә Наил Хызыров һәм Фәимә Исхаҡова башҡарыуында һағышлы ла, тормошсан да йырҙар яңғыраны. Фәнүр Фәхриев, Хафиз Ғәзизов моңло көйҙәр бүләк итте. Ғалимдың яҡты иҫтәлеген ихтирам итеүгә арналған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе бик йылы, туғанлыҡ атмосфераһында үтте.
Шағир әйткәнсә, «Бер ғүмерен бишкә тиңләрлек итеп йәшәне Жәлил Кейекбаев. Үҙе китте, ә күңелдә моң булып яҡты хәтирәһе ҡалды». Беҙ ҙә, мәшһүр яҡташыбыҙҙы, хөрмәтле профессор, талантлы яҙыусы Жәлил Ғиниәт улының яҡты иҫтәлеген онотмай йөрәгебеҙҙә һаҡлайбыҙ.
Римма ИШМЫРҘИНА,
филология фәндәре кандидаты,
Жәлил Кейекбаев йорт-музейы директоры.
Читайте нас в