-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2019, 14:00

Эстәлекле хаттар көтәбеҙ

Октябрь, ноябрь айҙарында редакцияға йәмғеһе 50 хат килеп, өсәүһе архивҡа һалынды, башҡалары үҙ сираты менән гәзит битендә донъя күрҙе.

Заман технологиялары нисек кенә алға китмәһен, гәзиттә яҙылғанды юҡҡа ғына ташҡа баҫыу менән тиңләмәйҙәр. Гәзитебеҙҙә Фәниә Фәтҡуллинаның “Бурлы – Байымбәт араһы, нисек барып етәһе” тигән хаты баҫылып сыҡҡас, “юлға ҡом түшәй башланылар!” тигән хәбәрҙе алып, шатланып ҡуйҙыҡ. Был айҙарҙа редакцияға килгән хаттарҙың күпселеге уҡытыусыларға, әсәйҙәргә арнап яҙылған ине. Тәғзимә Салауатованың яҡшы кешеләр, уңғандар тураһындағы хаттары ла ҡыуандырҙы. Мәктәптәр буйынса беренсе сиректә Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатына етеүсе булманы. Улар электрон почта аша ла, хат менән дә араны өҙмәне, төрлө темаларға әленән-әле яңылыҡтар ебәреп торҙолар. Һуңғы арала ауыл мәктәптәренән бөтөнләй хаттар килмәне тиһәң дә була. Был тәңгәлдә балаларҙың осло ҡәләмдәрен һынап ҡарау өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына әүҙемерәк эшләргә кәрәктер, моғайын. Шулай уҡ Иҙрис Вәлишин, Вилдан Шәрипов, Хәлиҙә Шәрипова кеүек гәзитебеҙҙең күптәнге тоғро дуҫтарынан тос фекерле, йөкмәткеле хаттар алыу айырыуса һөйөнөслө булды.
Мәшәҡәтле саҡтар артта ҡалып, гәзит уҡыусыларыбыҙ йылы өйҙә хистәргә бирелеп, күңелендәге яҙыр, әйтер һүҙҙәрен ҡағыҙға төшөрөргә хәҙер ваҡыт табырҙар, тип уйлайбыҙ. Гәзитебеҙ төрлө ауылдарҙан килгән ҡыҙыҡлы, һөйөнөслө, эстәлекле хаттар менән байытылһын.
МӨХӘРРИРИӘТ.
Читайте нас в