-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2019, 18:10

Ҡыҙҙар һәм гөлдәр үҫтерә Роза

Роза беҙҙең күҙ алдында үҫте. “Беҙҙең” тип әйтеүем шунан: мин - ауыл фельдшеры, ә иптәшем мәктәп уҡытыусыһы инек, тимәк, һәр бала тыуғандан алып беҙҙең күҙ алдында булды. Етмәһә иптәшем физкультура уҡытҡанда уҡыусыларҙы район үҙәгенә саңғы һәм йүгереү буйынса ярыштарға йөрөтә ине һәм улар араһында һәр ваҡыт Роза ла бар.6 ғына йәштә атайһыҙ ҡалып, тормоштоң ҡара яҡтары, ауырлыҡтары ошо ҡыҙсыҡ йөрәге аша үтә.

Бәләкәй генә сағынан әсәһенә, ағаһына эйәреп бесәнгә, утынға йөрөп, сынығып үҫә. Алсаҡ, яғымлы, ярҙамсыл ҡыҙ булып үҫеп буй етә. Хеҙмәт юлын мәктәп китапханаһынан башлай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, ә инде ҡыҫҡартыуҙар башланып, әллә күпме ауыл уҡытыусыһына ҡағылған ошо буталсыҡ хәлдән һуң, ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып эшкә керә. Уҡыу йылдарынан уҡ шиғырҙар яҙған, йырға ла һәләтле Роза ең һыҙғанып яңы эш урынында, яңыса һулыш бирер өсөн эшкә тотона. Концерт өсөн сценарийҙарҙы төплө итеп, килештереп кенә төҙөп ҡуя ул!
Бына нисәмә йылдар мин Роза Кәримованың хеҙмәт юлын күҙәтеп барам. Шағирҙар ижадына таянып, төрлө байрамға ҡағылышлы, ауыл халҡы өсөн яҡын булған темаларға әҙерләй ул сараларын, үҙенең йөрәге аша үткәреп, күңелендәге хис-тойғоларын тамашасыға еткерергә тырыша. Мин уның еңел-елпе генә шиғырҙар, йырҙар алып, “үтте”, “китте” тип байрам үткәргәнен иҫләмәйем. Ҡайҙан иҫендә тота кемдең юбилейы, йә булмаһа ғаиләлә күңелле ваҡиға булып үткәнен, шуларҙы ла халыҡ йыйылған мәлдә иғлан итеп, ихлас ҡотлап китә, шәхсән үҙ ниәте менән бүләкләп тә ҡуя! Ә тәүгеләрҙән булып район данын яҡлап “Алтын тирмә” тапшырыуында ҡатнашыуҙары Розаның тәүәккәл, ҡаушап ҡалмаҫ, сәмсел икәнен дә һөйләй. Район Советының, мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары уның һәйбәт эшсе икәнен дә күрһәтә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының рәйесе булып та оҙаҡ йылдар ул һайланып килә, һайлау кампанияларында рәйес урынбаҫары булып тора.
Роза һәм Ғәфүр Кәримовтар өс ҡыҙға ғүмер биреп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтыра киләләр. Оло ҡыҙҙары Гөлгөнә Өфө дәүләт нефть техник университетын тамаплап, әлеге көндә ситтән тороп Ҡазан нефть техник университетында уҡый һәм “Авангард” заводында эшләп йөрөй (әйткәндәй, Гөлгөнә бик матур йырлай, әсәһе үткәргән һәр концертта һәм район бәйгеләрендә ҡатнашып килә). Икенсе ҡыҙҙары Гөлнар Пермь дәүләт фармация академияһының икенсе курс студенткаһы, бәләкәй ҡыҙҙары Гөлйәр райондың Нияз Мәжитов исемендәге башкорт гимназияһының 9-сы класс уҡыусыһы. Кәримовтар клубта ғаилә менән эшләй тиһәң дә хата булмаҫ: ҡыҙҙарҙың береһе йырлай, икенсеһе фото һәм видео репортер, өсөнсөһө матур һүрәт төшөрә, ә атай инде “шәхси таксист”, фото-видеоларҙы рәтләп интернет селтәрҙәренә һалыусы, беренсе критик.
Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ тиҙәр, ә инде эшләп тә йөрөһәң, икеләтә мәшәҡәт. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарап, ирен эшкә (ул вахта юлы менән ситтә эшләй), балаларын уҡыуға оҙатып, аш-һыу тәрбиәләп, уларҙы ҡаршы алып, үҙ проблемалары, үҙ шатлыҡтары менән йәшәй ғаилә. Тәҙрә төбө тултырып гөлдәр үҫтерергә ярата хужабикә. Йәйен-ҡышын шау сәскә менән ҡапланған гөлдәр биҙәй йорт эсен. Урамда осрағанда ла әллә ҡайҙан йылмайып, ихлас сәләмләй Роза ауылдаштарын. Олоно - оло, кесене - кесе итеп аралаша, һөйләшә ул.
Әлеге ваҡытта халыҡты клубтарға йыйып, төрлө саралар үткәреүе ауырлашты. Халыҡ хәҙер телевизор һәм компьютер ҡаршыһында ваҡыт үткәреүҙе хуп күрә. Был ваҡытта ла аҙап ҡалмай Роза. Тота ла осрашыуға үҙҙәренә бара! Үткән йылды ҡаршылағанда, мәҫәлән, бүләк һәм күстәнәстәр алып, ауыл депутаты Ғәли Ҡотов менән береһе Ҡыш бабай, икенсеһе Ҡарһылыу булып кейенеп, ололарҙы шатландырып һәр йортҡа кереп ҡотлап сыҡтылар. Эйе, оло кешеләр шыршы байрамына бара алмай, ә бына көтмәгәндә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килеп кереүе уларға ысынлап та ҙур шатлыҡ булды, байрам кәйефе икеләтә артты. Ҡышты оҙатыу байрамы бар ауыл халҡы өсөн яңылыҡ булды, һәр кемгә оҡшаны! Алдағы йылда был байрамды тағы ла дәррәү үткәрергә иҫәп тота мәҙәниәт йорто хаҙмәткәрҙәре.
Бөтә үткәрелгән сараларҙы һанап китеү кәрәк тә түгелдер, халыҡ күрә, белә, был сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Аҙна һайын мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары менән төрлө осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, уйын- бәйгеләр алып баралар. 8 Март, 9 Май, 22 июнь – Хәтер көнө, 1 октябрь Ололар көнө, Әсә көнө кеүек байрамдар ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Балаларҙың йәйге ялында ла файҙалы, төрлө иҫтә ҡалырлыҡ саралар ойошторолоп тора.
Ошо арала клубта ауыл халҡы менән берлектә музей өсөн ҡомартҡы әйберҙәр йыйыу эшен башлап, экспонаттарға урын бүлеп, йәтеш кенә музей ҙа төҙөп ҡуйҙы ҡыҙҙар. Әлеге ваҡытта бик ауыр шарттарҙа эшләй мәҙәниәт хеҙмкәрҙәре: клуб бинаһы иҫкереп авария хәлендә ҡалғас, элекке хакимиәт урынлашҡан күрше бинаға күстеләр. Бында инде урын бик бәләкәй, күптән ремонт күрмәгән - һалҡын бина. Килтерелгән утын, ышыҡ булмау сәбәпле, ямғыр һәм ҡар аҫтында ҡала. Утынды быстырып, ярҙырыу ҙа ҡыҙҙар елкәһенә төшә. Шулай ҙа ауыл халҡы, балалар байрамһыҙ ҡалмаһын тип тырыша мәҙәниәт хеҙмәткәре Роза Кәримова һәм уның уң ҡулы булған китапханасыбыҙ Әлиә Зөбәйҙуллина, уҡытыусыбыҙ Зөлфиә Баталова. Әсәләр көнө алдынан ҡыҙҙарға изге теләктәремде еткереп, һаулыҡ теләп ҡалам һәм ауыл тормошона йән өрөп бергәләп эшләүҙәрен теләйем! Ижади уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар!
Мәҙинә КЕЙЕКБАЕВА,
хеҙмәт ветераны
Ташбүкән ауылы.
Читайте нас в