-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2019, 11:10

Сетерекле мәсьәләләр күтәрелде

27 ноябрҙә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

Ҡабул итеүҙе башлар алдынан Рөстәм Рифат улы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе менән бер бинала урынлашҡан “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге” менән дә танышты. Сарала шулай уҡ депутаттың ярҙамсыһы Рөстәм Насиров, район Советы секретары Рәшит Монасипов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Салауат Йосопов, район Советы депутаты, “Тепловодоснабжение” МУП-ы начальнигы Сергей Афанасьев ҡатнашты.
Рөстәм Рифат улына ауыл биләмәһе башлығы, китапхана етәкселеге, мәҙәниәт хеҙмәткәре, Красноусол һәм Үзбәк ауылы кешеләре мөрәжәғәт итеп, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һораны.
Тәүге булып депутатҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләлә ғәҙеллек эҙләгән Красноусолда йәшәүсе ирле-ҡатынлы Ковешниковтар мөрәжәғәт итте. Ҡулланыусы булараҡ, улар газ бүлеү хеҙмәтенең Ишембай техник тикшереүселәр төркөмө (контролерҙар) эшмәкәрлегенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, дөрөҫлөк эҙләп килгәндәр. Нигеҙҙә был хеҙмәттән улар ғына түгел, күптәр ыҙа сигеүен белдерҙеләр. Күтәрелгән был актуаль мәсьәлә буйынса Р.Ишмөхәмәтов “Өфө газ бүлеү” хеҙмәте генераль директорына телефон аша мөрәжәғәт итеп, уның урынбаҫарының районға килеп газ ҡулланыусыларҙы борсоған һорауға асыҡлыҡ индерәсәгенә өмөтләндерҙе.
Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахмановтың Юлыҡ ауылында Еҙем йылғаһы йыуған ярҙы нығытыу тураһындағы һорауына килгәндә, Р.Ишмөхәмәтов был проблеманы күптән белеүен әйтте, үҙе исеменә яҙма мөрәжәғәт әҙерләп ебәрергә ҡушты. Нисәмә йылдарға һуҙылып килгән был сетерекле мәсьәләне федераль кимәлдә хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәклеген билдәләне.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Рәмил Ҡотдосов коллектив исеменән киләһе йыл 65 йәшен билдәләйәсәк Рәмил Ғимраниға юғары дәүләт наградаһын юллауҙа, балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүгә мәктәптәрҙә түңәрәктәр, оҫталыҡ дәрестәре
ойоштороу өсөн ҡурайҙар (30-50-ләп дана) һатып алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Үҙәк район китапханаһы мөдире Фәүзиә Зәйнуллина һигеҙ китапхананың яңынан тергеҙелеүен билдәләп, уларҙы компьютерҙар менән тәьмин итеүҙә, шулай уҡ Еҙем-Ҡаран китапханаһын элекке үҙ урынына (бина почта бүлексәһенә бирелгән булған) күсереү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны.
Красноусолда Ленин урамындағы 29-сы йортта йәшәүселәр исеменән Зилә Миңлеғолова яҙма мөрәжәғәт менән килгән. Ул 1970 йылда төҙөлгән ике ҡатлы йорттоң ҡыйығынан яҙлы-көҙлө фатирҙарға (бөтәһе 22) һыу үтеп, һуңғы биш йылда өҫкө ҡаттарҙы бөтөнләй һыу баҫыуын әсенеп һөйләне. Төбәк операторы, йәғни йортто хеҙмәтләндереүсе булып А.В.Хлескин етәкселегендәге “Ғафури коммуналь хужалыҡ” ЯСЙ-е идарасы компанияһы тора. Етәксегә ҡыйыҡты йүнәтеү тураһында бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡарағандар, әммә бер ниндәй ҙә яуап ала алмағандар. Зилә Зиниәт ҡыҙының һорауына яуап итеп, йортта йәшәүселәрҙең барыһының да ризалығын алып, ҡултамғалар йыйып төбәк операторын алыштырырға тәҡдим ителде.
Сергей Афанасьев Чечен һуғышы ветерандарына 25 йыллыҡ юбилей миҙалдарын тапшырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Бер кеше депутатҡа шәхси һорау менән килгәйне.
Р.Р.Ишмөхәмәтов ҡабул итеүгә килгән һәр кемде иғтибар менән тыңлағандан һуң, айы-рым мөрәжәғәттәр буйынса мәсьәләләрҙе төрлө инстанцияларға телефон аша шылтыратып, шундуҡ яуап бирҙе, өйрәнеүҙе, артабан хәл итеүҙе талап ителгәндәрен күҙәтеү аҫтына алды, һорауҙар нигеҙендә үҙ исеменә яҙылған хат-мөрәжәғәттәр аша мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын юғары кимәлдә эҙләйәсәген һәм яуап бирәсәген белдерҙе.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в