-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2019, 20:40

Ғафури шахматсылары – еңеүсе

24 ноябрҙә Өфөлә шахмат буйынса ҡатнаш командалар араһында Башҡортостан Республикаһының яҡташ йәштәр Ассоциацияһы кубогына чемпионат үтте.

Чемпионатта Ғафури, Баймаҡ, Бөрйән, Салауат, Әбйәлил, Хәйбулла районы йәштәре үҙ-ара зирәклектә көс һынашты. Һәм ғафуриҙарға етеүсе булманы, чемпионаттың еңеүселәре булып Гөлназ Бәширова, Илсур Исхаҡов, Илнар Зөлҡәрнәйевтан (барыһы ла шахматсылар төбәге - Ҡауарҙы ауылынан) торған команда танылып, районыбыҙ данын яҡланы. Баймаҡ районының 1-се һәм 2-се командаһы 2-3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Еңеүселәр аҡсалата сертификат, кубок һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Районыбыҙ шахматсыларын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в