-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2019, 15:00

“Ҡоштар мине ярата”

Күптән түгел билдәле яҡташыбыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе Кәрим Булаттың (Кәрим Булатбай улы Сәлимов) Өфөлә З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә кескәй уҡыусыларға тәғәйенләнгән “Ҡоштар мине ярата” исемле шиғырҙар, йомаҡтар китабы донъя күрҙе.

Шағирҙың балалар өсөн яҙылған шиғри әҫәрҙәре сюжеттарҙың тәбиғилеге, рифма еңеллеге, образдар баҙыҡлығы менән үҙенә тартып тора. Уҡыусы китапта шағирҙың мауыҡтырғыс кескәйҙәр донъяһын сағылдырған үҙенсәлекле телен, бала күңеленең йылылығын, аҡылының тапҡырлығын, тәбиғәт миҙгелдәренең һулышын тойомлай ала.
Башлыса лирик, патриотик, кескәйҙәр өсөн ижад ителгән уҡымлы шиғырҙары, поэмалары һәм үткер мәҡәләләре менән әҙәби мөхиттә танылыу тапҡан Кәрим Булаттың быйыл нәшер ителгән икенсе китабы.
И.Айҙарова.
Читайте нас в