-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2019, 18:40

Яңы йылды байрам итеү тураһында

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 19 ноябрендәге “БР-ҙа Яңы йылды байрам итеү тураһында” УГ-410 һанлы Указын үтәү йөҙөнән һәм районда 2019-2020 йылдарҙағы байрам сараларын әҙерләп уҙғарыу маҡсатында Муниципаль район хакимиәте ҡарар итте:2019 йылдың 10 декабренән 2020 йылдың 12 ғинуарына тиклем район биләмәһендә Яңы 2020 йылды ҡаршылауға арналған байрам саралары уҙғарырға; байрамды ойоштороу комитеты составын һәм эш планын раҫларға.

Ҡарарға ярашлы, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма, учреждение етәкселәре хеҙмәт биналарын һәм уларҙың эргә-тирәһен байрамса биҙәргә, йәмәғәт урындарында байрам шыршылары ҡуйырға; байрам осоронда янғынға ҡаршы саралар күрелергә, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау тәьмин ителергә; петарда, ракетница һәм башҡа шартлаусы әйберҙәр, шулай уҡ спиртлы продукция һатыу контролдә тотолорға; иң яҡшы ҡар ҡаласыҡтарына, Яңы йыл биҙәлешенә конкурс уҙғарырға, балаларҙы Кремль Елкаһына, Республика Башлығы шыршы байрамына алып барыуҙы ойошторорға, һәләтле балалар, шулай уҡ етем, инвалид, ҡараусыһыҙ ҡалған балалар өсөн район хакимиәте башлығы шыршы байрамы ойоштороп уҙғарырға, байрам майҙансыҡтарында дежур итеү, спорт саралары һәм ғаилә менән ял итеү саралары ойоштороға кәрәк.

Ҡарарҙың үтәлешен конторолдә тотоу муниципаль район хакимите башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.З.Байдәүләтоваға йөкмәтелә.

Читайте нас в