-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2019, 14:05

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡал!

Республикала матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды. 12 декабргә тиклем республикала йәшәүселәрҙең, шулай уҡ предприятие-ойошмаларҙың баҫма матбуғатҡа 40 процентҡа тиклем ташлама алыу мөмкинлеге бар.

Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы Рәсәй почтаһының барлыҡ бүлексәләрендә, podpiska.pochta.ru сайтында ойошторола.
«Ғәҙәттәгесә, 1,5 меңдән ашыу күңел асыу, сәйәси-иҡтисади, ғилми, балалар өсөн гәзит-журналдарға хаҡ 40 процентҡа тиклем кәметелә, — тип хәбәр итте Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Үҙәк һәм республика киң мәғлүмәт сараларын таратыуға ла өҫтәмә ташлама яһала».
Бынан тыш, Рәсәйҙең Элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Төбәк баҫма киң мәғлүмәт саралары буйынса эксперт советы менән килешелгән баҫмаларҙы таратыуға льготалар күләме һәм ғәмәлдә булыу шарттары һаҡлана. Рәсәй почтаһы каталогы буйынса - 25 процент, шулай уҡ альтернатив яҙылыу агентлыҡтары аша 20 процент күләмендә ташлама алырға була. Исемлектә Башҡортостанда баҫылған барлыҡ республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары бар.
Шул уҡ ваҡытта почта бүлексәләрендә “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә. Унда ҡатнашып балалар йорттарына, интернаттарға, ветерандар һәм ҡарттар йорттарына матбуғат баҫмаларын яҙҙыртырға була. Акцияға podpiska.pochta.ru/derevo-dobra сайтына инеп тә ҡушылырға мөмкин.
Матбуғатҡа яҙылыусы ун көнлөгөндә “Табын”ға ярты йылға 10 процент ташлама менән 853 һум 2 тингә, пенсионерҙар 780 һум 42 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына гәзиткә яҙылыу 702 һум 72 тин тора. Красноусолда альтернатив ысул менән яҙылыу - 708 һум, электрон подписка – 570 һум.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас в