-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2019, 17:55

"Намыҫ менән йәшәнем..." Хеҙмәт ветераны Илгиз Сәйетғәлиев тормош юлынан ҡәнәғәт

Аҡкүл ауылында ғүмер итеүсе Илгиз Сәйетғәлиев әле булһа, һикһән йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, йәштәргә биргеһеҙ дәрт менән йәшәй. Уны ауылдаштары эшсән, егәрле, булдыҡлы, ябай кеше булараҡ белә, сөнки уның бар ғүмере хеҙмәттә, кешеләр араһында үткән һәм шуның менән ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған.

Илгиз Сәйетғәлиев Ауырғазы районының Солтанморат ауылынан районыбыҙҙың Яугилде ауылына күсеп килгән Әсҡәпъямал һәм Камалетдин Сәйетғәлиевтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып 1939 йылдың 3 декабрендә донъяға килә. Ата-әсәһе, булмыштары менән эшсән, уңған кешеләр, балаларында ла хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтергән. Инәһе иҫ киткес тырыш, егәрле кеше була. Һуғыш заманының юҡлыҡ осоронда үҙенең станогында кейеҙ баҫып, һуғып бар ауыл халҡын тула ойоҡ менән тәьмин иткән (сабата менән кейгәндәр), кейем-һалым да теккән, балаҫ та һуҡҡан. Һуғыштан ҡайтыусылар иһә ойоҡто шинелдәренән тектереп алыр булған.
Ике йәшлек кенә сағында атаһы мәрхүм булғас, инәһе тәрбиәһендә буй еткерә Илгиз. Ауыр ваҡыт булһа ла, инәһе һыйырҙан ҡалмаған, мал-тыуар аҫрап, тырышып донъя көтөп, балаларына ауырлыҡ күрһәтмәй үҫтергән. Үҫә төшкәс, бәләкәй Илгиз дә йөн тетеүҙә инәһенең оло ярҙамсыһына әүерелә. Тыуған ауылында мәктәпкә уҡырға төшөп, Бурлыға йөрөп урта белем алып сыҡҡас, уҡыуға зирәк булыуға, мәктәпте яҡшы тамамлауға ҡарамаҫтан, бәләкәстән инәһе өлгөһөндә хеҙмәт тәмен татып үҫкәнгәме уҡыу йортона инеүҙе хуп күрмәй, ә Үзбәкстан тарафтарына эшкә юллана. Бында столяр ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ та үтмәй, һалдат сафына баҫа. Отҡор егет бында авиамеханиклыҡҡа уҡып, 2-се разрядлы өлкән авиамеханик булып үҙ бурысын үтәй, отделение командиры була. Әүҙемлеге, тырышлығы, ғәҙел булыуы менән айырылған һалдатты полктың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлап ҡуялар. Спорт менән даими шөғөлләнгән егет хеҙмәттәштәре араһында шәп йүгерек булып танылыу ала.
Әрме хеҙмәтенән һуң, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Һәм Стәрлетамаҡта киң профилле механизация мәктәбендә уҡып ҡайтып, колхоз эшенә егелә. Элекке “Ленинизм” колхозында кем генә булып эшләргә тура килмәй уға: комбайнсы, тракторсы, малсы, бригадир ярҙамсыһы, өс ауылды берләштергән комплекслы бригаданың өлкән бригадиры, механик, комсомол ойошмаһы секретары. Ғаилә ҡора, тормош иптәше Фәймә Шәйхетдин ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Яугилделә ҙур йорт һалып керәләр.
Илгиз ағайға ғаиләһе менән өс йыл Үзбәкстанда йәшәп ҡайтырға ла насип була, бында йәнә бер һөнәргә – виноград үҫтереү серҙәренә төшөнә. “Хеҙмәт кешеһе булһам да, эштән бер аҙ бушап, ял эләктеме – китап ене ҡағылғандай, башкөллө китап донъяһына сумам, китап уҡырға яраттым һәм әле лә унан айырылған юҡ, тоғро дуҫымдай күрәм уны, уҡыу мине тынысландыра, яңғыҙлыҡты оноттора, зиһенемде баҙыҡландыра, китапханаға ла йөрөйөм”, - ти Илгиз ағай үҙенең яратҡан шөғөлө менән таныштырып. Китап ғүмерлек рухи юлдашына әүерелһә, спорттан да айырылмай, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, шуға ла төҫ ташламай, атлап түгел, йүгереп йөрөй, оҫта шахматсы ла үҙе.
Үзбәкстандан әйләнеп ҡайтҡас, Сәйетғәлиевтар ғаиләһе Аҡкүл ауылында йорт һатып алып, ошонда төпләнә. Бында Илгиз Камалетдин улы Ҡарлыман шәкәр заводының Аҡкүл сөгөлдөр ҡабул итеү пункты начальнигы урынбаҫары, артабан механик вазифаларын башҡара, партия ойошмаһы секретары йәмәғәт эшен алып бара, ырҙын табағы мөдире лә булып эшләп ала. Ошонда эшләп йөрөгәндә бәхетһеҙлеккә - аварияға осрай, әммә бирешмәй, табиптар һәм халыҡ дауалаусыһы ярҙамы менән һауығып, аяҡҡа баҫа. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәй, бынан 13 йыл элек 61 генә йәшендә ҡатыны мәрхүм була. Шунан бирле яңғыҙы ғүмер кисерә. Әммә ҡыҙ-улдары атайҙарын яңғыҙ итмәй, әленән-әле ҡайтып хәлен белешеп торалар, бер улы - Винеры үҙе янында Аҡкүлдә төпләнгән, тимер юлында машинист булып эшләй, уның балалары ла олатайҙарына бошонорға ирек бирмәй. Балаларының башҡалары, иң өлкәне - ҡыҙы Гүзәл – Мурманскиҙа, Винера менән Илмир – Ивановола, Илшат Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр һәм үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр. Бәхетле атай 11 ейән-ейәнсәрҙең, 6 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан олатаһы ла.
Һоҡланырлыҡ ғүмер юлы үткән
И.Сәйетғәлиев ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, тәбиғәте менән ябай һәм баҫалҡы, ипле, сабыр, ғәҙел булыуы, үҙе әйтеүенсә, гел дөрөҫлөккә барыуы, хәмер, тәмәке менән дуҫ булмай, айыҡ аҡыл менән эш итеүе, кеше менән низағлашмауы, кешегә ҡаты бәрелеп, рәнйетмәүе, үҙенең хәләл көсө, намыҫ менән, ғаиләһе тип йәшәүе – уның холҡоноң төп һыҙаттары. “Намыҫ менән йәшәнем, шуға ла хатта автомашинам да юҡ бына, спортты үҙ иттем, гелән йәйәү йөрөргә тырыштым”, ти ул.
Эшенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, илгә, халҡына намыҫлы хеҙмәт итеп, тыуған районында ҙур абруй ҡаҙанған Илгиз Камалетдин улының фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһалана. Уның күкрәген ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы миҙалдары биҙәй, бер нисә тапҡыр “Социалистик ярыш еңеүсеһе” булған, фотоһүрәте шәкәр заводының “Почет таҡтаһы”нан төшмәгән. Халыҡ үҙенә ышаныс күрһәтеп, ике мәртәбә Аҡкүл ауыл Советына депутат итеп һайлаған.
Илгиз Камалетдин улы үҙен оҙон ғүмерлеләр нәҫеленән тип иҫәпләй, инәһе 100 йәшкә етеп, гүр эйәһе булған, Үзбәкстанда йәшәгән, бар ғүмерен педагог һөнәренә бағышлаған апаһы 92 йәштә. Илгиз ағайға ла иҫәнлектә-һаулыҡта улар йәшенә етергә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в